1 мар. 2012 г.

Бәйгеләр

Уҡтай осто толпарҙар...

Баймаҡ арғымаҡтары иң етеҙҙәре булып танылды
Хәбәр итеүебеҙсә, үткән шәмбе күрше Силәбе өлкәһенең Верхнеуральск ҡалаһы ипподромында “Верхнеуральск масленицаһы” исемле халыҡ байрамы ойошторолдо. Электән килгән матур йолаға ярашлы, унда йыл да юртаҡ һәм арғымаҡтарҙың ҡышҡы өлкә ат спорты ярыштары үтә. Бына шул бәйгелә беҙҙең райондың спорт аттары әүҙем ҡатнаша һәм һәр саҡ еңеү яуламайынса ҡайтмай.

Был ипподромда үткән ат ярыштарының бөгөн инде өлкә генә түгел, ә төбәк-ара статусын алыуы уның абруйын бермә-бер күтәрә, күршеләрҙә был спорт төрөнә иғтибарҙың арта барыуы тураһында һөйләй. Һуңғы йылдарҙа бәйгелә ауыл хужалығы предприятиелары ғына түгел, ә фермер, шәхси хужалыҡтар ҙа әүҙем ҡатнаша. Шуныһы һөйөнөслө, ярыштарҙа Баймаҡ районында тәрбиәләнгән юртаҡ һәм менге аттарының Башҡортостан намыҫын яҡлап уңышлы сығыш яһауы ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята. Бындай ҡаҙаныштар иң беренсе сиратта ул саҡтағы Баймаҡ тәжрибә хужалығының, бөгөн инде “Баймаҡ” ғилми-производствоһы берекмәһенең йылҡысылыҡ спортына булған маҡсатлы ҡарашының һөҙөмтәһе ул. Бында, әлбиттә, предприятиеның элекке директоры, бөгөн инде район башлығы И.Х. Ситдыҡовтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Илшат Хәмит улының йылҡысылыҡ спортына булған фанаттарса ҡарашы, уны һәр яҡлап маҡсатлы үҫтереүе арҡаһында бөгөн Ҡуянтау арғымаҡтарын республикала ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә лә яҡшы беләләр һәм юғары баһалайҙар.
Верхнеуральск ҡалаһы ипподромында үткән төбәк-ара ат спорты ярыштарына баймаҡтар 6 юртаҡ һәм менге ат алып барғайны: “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы (Ходкий ҡушаматлы юртаҡ), “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе (Грант, Камгия, Торнадо ҡушаматлы юртаҡтар, Буян ҡушаматлы менге ат) һәм Иҫке Сибай ауылынан “А.Шөғөров” КФХ-һы (Реактор ҡушаматлы менге ат) ҡатнашты был бәйгелә.

Әйтергә кәрәк, ярыштар мауыҡтырғыс, әммә шул уҡ ваҡытта үтә көсөргәнешле булыуы менән айырылып торҙо. Пони, төрлө тоҡомло һәм төрлө йәштәге юртаҡтар, менге аттар төрлө дистанцияла 10 заезда үҙ-ара көс һынашты. Силәбе өлкәһенең төрлө райондарынан, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларынан йыйылған командалар араһында Башҡортостандыҡы айырым бер баҫҡысҡа күтәрелде. Рәмзил Таймасов идара иткән Ходкий ҡушаматлы юртаҡ орлов тоҡомло 4 йәшлек юртаҡтар араһында – 3-сө, Камгия – 2-се, Грант 4-се урындарҙы яуланы. Менге аттар араһында 2000 метрға сабышыуҙа иһә Сәлим Торғонбаев Буянында икенсе булып килде.

Баймаҡтарҙан иң юғары һөҙөмтәгә Иҫке Сибайҙан КФХ етәксеһе Алмас Шөғөровтың Реактор ҡушаматлы менге аты иреште. А. Шөғөров йылҡысылыҡ спорты менән уңышлы шөғөлләнә һәм был тәңгәлдәге ҡаҙаныштары ла байтаҡ. Реактор бөгөн районда ғына түгел, ә тирә-яҡта киң танылыу яулаған арғымаҡтарҙың береһе. Иҙел Бикбулатов идара иткән 6 йәшлек сабыш аты 6000 метрлыҡ дистанцияла һоҡланғыс һөҙөмтә күрһәтте. Тәүҙән үк яҡшы старт алып, Реактор алға сыҡты һәм аҙаҡҡаса берәүҙе лә еткермәй килде. Шулай ҙа һуңғы әйләнештә уға Силәбе өлкәһенән бер дәғүәсе яҡынлашты. Шул саҡ Алмас: “Иҙел, теҙгенде тартма, бушат!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Һыбайлының теҙгенде ебәреүе булды, Реактор керештән атылған уҡ кеүек алға ынтылды һәм башҡа аттарҙы хатта ярты әйләнешкә үк ҡалдырып китте. Бәйгегә тамаша ҡылған халыҡ атҡа һоҡланыуын йәшермәне. “Ура, Башҡортостан, Баймаҡ!” тигән тауыштар оҙаҡ ишетелеп торҙо.
Һис шикһеҙ, баймаҡтар был юлы ла төбәктә иң көслө командаларҙың береһе булыуын тағы бер ҡат иҫбатланы. Шулай ҙа етешһеҙлектәр ҙә булды. Шуларҙың береһе – Баймаҡ һыбайлылары үҙҙәренең мөмкинлеген тулыһынса файҙаланмауы. Әйтәйек, юртаҡтар араһында беҙҙекеләр тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәгә ирешә алыр ине. Бында улар менән идара иткән егеттәрҙең уңышлы старт ала алмауы төп сәбәп булды. Киләсәктә был тәңгәлдә эшләйһе бар әле.
Верхнеуральск масленицаһы” халыҡ байрамы кискәсә дауам итте. Ул көн ысын мәғәнәһендә ҙур тамашаға әйләнде, халыҡ ҡыш миҙгелен оҙатып, яҙҙы ҡаршыланы. Байрам майҙанында төрлө уйын-аттракциондар ойошторолдо, фестивалдәр үтте. Унда хатта дөйә менән боланды ла күрергә мөмкин булды.
Күршеләрҙәге байрамға тамаша ҡылғандан һуң шундай фекер тыуҙы: Баймаҡта ла бындай сараларҙы ойоштороу мотлаҡ. Тик үҙебеҙсә, нәҡ баймаҡса үткәрергә кәрәк. Элегерәк бер урында (мәҫәлән, элекке аэропорт биләмәһендә үткән кеүек) ойошторола ине, шуны практикаға индереү мөһимдер.
Азамат Мөхәмәтшин.
Автор фотолары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.