27 апр. 2012 г.

Башҡаларға үрнәк күрһәтеп

Ленин исемендәге АХК
сәсеүҙе ойошҡанлы алып бара


Хужалыҡтың профком рәйесе М.Х. Ишкинин оҙатыуында 129 гектар биләгән “Ҡараморон” баҫыуына килеп туҡтағанда, республиканың атҡаҙанған механизаторы Айрат Бүкәнбаев агрегаты бер йыллыҡ үләндәр сәсеүгә әҙерләнеп йөрөй ине. Баш агроном У.Ә. Әхмәтйәнов иһә сәскестәрҙе көйләү эштәре менән мәшғүл булып сыҡты. Айрат Шәһәрғәзе улының ярҙамсыһы Илсур Сәғәҙәтов, орлоҡ ташыусы Зәки Ҡотлоғужин менән һөйләшкән арала, икенсе сәсеү комплексы – республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Наил Солтановтың агрегаты килеп тә етте. Күренеп тора, егеттәрҙең кәйефе шәп.
–Иген культуралары быйыл 2150 гектарҙы биләйәсәк, – ти Урал Әбүбәкир улы, – шуның 376 гектарын – бойҙай, 520-һен – арпа, 349-ын – һоло, 355-ен – ҡарабойҙай, 50-һен – борсаҡ, 500-өн ужым арышы тәшкил итә. Мал аҙығы культуралары 1619 гектар биләп, шуның 972-һендә күп йыллыҡ үләндәр үҫә. Ҡалғанында иһә кукуруз, судан үләне, рапс сәселәсәк. Әле һоло, бер йыллыҡ үләндәр сәсеү менән шөғөлләнәбеҙ. Яҙғы баҫыу эштәренә 4 агрегат – ике ҡамыл сәскесе һәм ике рәт сәскесе йәлеп ителде. СЗС-2.1 агрегаттары сәсеүҙә йөрөһә, Фәнил Ғәйетбаев һәм Ғәйзулла Сағынбаевтыҡылар арышты өҫтәмә туҡландырыуҙа эшләй. Әле һоло 298 гектарҙа, бер йыллыҡ үләндәр 83 гектарҙа сәселде, 287 гектарҙа арышҡа ашлама индерелде. Баҫыу эштәре ойошҡанлы бара, сәсеүҙе майҙың 10-дарына тамамларға иҫәп тотабыҙ.
Баш агрономдың көр кәйефе аңлашыла. Республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, тәжрибәле етәксе Ғ.Б. Сәлимовтың производствоны оҫта ойоштороуы арҡаһында кооператив быйыл да яңы миҙгелде юғары әҙерлек менән ҡаршы алды. Ваҡытында ремонт эштәре үткәрелде, техник потенциал 2 берәмек өр-яңы МТЗ-82.1 тракторы менән тулыланды, хеҙмәтсәндәр, бригадалар араһында хеҙмәт ярышы иғлан ителде. 84 тонна минераль ашлама, 32 тонна элиталы борсаҡ һәм арпа орлоғо, льготалы хаҡ менән әлегә 23 тонна яғыулыҡ-майлау материалдары алынған. Ошо арала мал аҙығы культуралары орлоғон яңыртыу сараһын да күрәсәктәр.
Яҙғы баҫыу эштәрен дә хужалыҡ хеҙмәтсәндәре районда иң беренселәрҙән булып башланы. Хадарис Мортазин менән Ғәфүр Абдуллин күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуға төшөп, яңы миҙгелде башлап ебәрҙе. Ул бөтәһе 874 гектарҙа атҡарылған. 340 гектарҙа дым ҡаплау тамамланған, был тәңгәлдә Нуриман Гөлбәйетов менән Зөфәр Үтәбаевтың хеҙмәте ҙур. Улар хәҙер культивациялауҙа эшләй – бөгөнгә 50 гектар тәшкил итә.  Сәсеүҙә, әйтеп үтелгәнсә, Н.Солтанов һәм А.Бүкәнбаев агрегаттары һынатмай. Катоклауҙа БР-ҙың атҡаҙанған механизаторы Фәррәх Мәхмүтов (331 гектарҙа башҡарылған), дискалауҙа Риф Уразбаев (137 га), орлоҡ ташыуҙа Зәки Ҡотлоғужин менән Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов, ашлама ташыуҙа Данил Үҙәнбаев уңғанлыҡ күрһәтә. Йәмил Үҙәнбаев етәкселегендәге ырҙын табағы хеҙмәтсәндәре игенселәрҙе ваҡытында орлоҡ, ашлама менән тәьмин итеп тора. Иген ағыулауҙа Шайморат Исмәғилев менән Илһам Сәлимовты билдәләп үтергә кәрәк.
Белеүебеҙсә, хужалыҡ етәкселеге социаль инфраструктураны үҫтереүгә, коллектив ағзаларының хеҙмәтен дәртләндереүгә даими иғтибар бүлә. Сәсеү алдынан йыйылыштар үткәрелеп, башҡарыласаҡ эш күләме өсөн хаҡтар билдәләнгән. Әле кооперативта удар өс көнлөктәр үткәреү дауам итә, уларҙа еңеүселәр аҡсалата премия менән бүләкләнә.
Шуныһы үҙенсәлекле, предприятиеның башҡа производство участкаларында ла эш ҡайнап тора. Иҡтисадтың төп тармаҡтарының береһе – малсылыҡты йәйләүҙәргә күсереү эштәре уңышлы тамамланған. Барлыҡ лагерҙарға ла ремонт үткәрелгән, йәйге осорға ярыш шарттары булдырылған. Баш зоотехник Ҡ.Р. Уразбаев етәкселегендә әле малсылыҡ конвейеры тотороҡло эшләй, көндән-көн продукция етештереүҙе арттыра. Бөгөн бында көндәлек уртаса һауым 12 кг (район кимәленән 5,2 килограмға күберәк), тулайым һауым 60 центнер тәшкил итә. Был – районда иң юғары күрһәткес.
Ленин исемендәге АХК-ның ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙағы эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ һәм ул башҡаларға өлгө булып тора. Быны һәр участкала гөрләп торған эш тә дәлилләй.

Азамат Мөхәмәтшин.
Автор фотоһында: Р.Сәғәҙәтов, И.Сәғәҙәтов, Н.Солтанов, У.Әхмәтйәнов, З.Ҡотлоғужин, А.Бүкәнбаев.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.