27 апр. 2012 г.

СПОРТ

Көрәшсе һәм ҡурайсы рухы хөрмәтенә
Ш.Ғәлин исемендәге призға милли көрәш буйынса
ярыш йыл һайын ойоштороласаҡ   

Үткән шәмбелә Байым ауылында районыбыҙҙа билдәле шәхес, атаҡлы көрәшсе, республикала танылыу яулаған ҡурайсы Шәкирйән Фәйзрахман улы Ғәлиндың иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район беренселеге уҙҙы. Уны шәхестең туғандары, район хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса секторы, Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте ойошторҙо. Был ярыш Баймаҡ еренең көрәшселәр төбәге икәнлеген һәм спорт комитетының был йүнәлештә маҡсатлы эшләүен йәнә бер ҡат иҫбатланы.


...Спорт залына инеүселәрҙе Шәкирйән Фәйзрахман улының сәхнәлә ҡурай уйнап торған ҙур һүрәт-баннеры ҡаршы алды. Тамашасылар һәм спортсылар иғтибарына шәхестең тормош һәм ижади юлына арналған стенд та тәҡдим ителде.
Ярыш алдынан Байым ауылының аҡһаҡалы Зәйнетдин Ғәлин ҡурайсының иҫтәлегенә аят бағышланы. Унан һуң мәктәп директоры Ә.Вәлитов спортсыларҙы тәбрикләп, уңыштар теләп сығыш яһағас, һүҙҙе район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса сектор мөдире И.Н. Хәмитов алды. Ул сараны ойоштороусы Ш.Ғәлиндың туғандарына рәхмәт әйтте, ошондай ярыштар менән балаларҙы милли көрәшкә йәлеп итеү бик шәп күренеш, тип белдерҙе.
Шәкирйән Фәйзрахман улының ҡустыһы, биология фәндәре докторы, Урал дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы профессоры И.Р. Мазһаров та спортсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе ҡотланы.Ш.Ғәлиндың бер туған ҡәйнеше, Ҡолсора ауылынан хеҙмәт ветераны С.Х. Мөхәмәтшин иһә үҙенең телмәрендә ҡурайсының  хеҙмәт һәм тормош юлына байҡау яһаны, уның билдәле шәхес булыуын әйтеп үтте. Шәхестең улы Абрар Ғәлин, тормош иптәше Мөбирә Бүләкова ла үҙ иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Мәғариф ветераны Зөлфирә Рахманғолова балаларҙың Шәкирйән Ғәлинға бағышлап, уның тормошон, ижадын өйрәнгән фәнни-тикшеренеү эштәре менән таныштырҙы.
Әйтергә кәрәк, бәйге юғары кимәлдә ойошторолоуы һәм үтеүе менән айырылып торҙо, өлкән көрәшселәргә алмашҡа  балаларҙың һәм йәштәрҙең үҫеп килеүен иҫбатланы һәм уның баһаһын бермә-бер күтәреп ебәрҙе.  Көрәш майҙанына 60-тан ашыу көрәшсенең сығыуы, улар араһында балаларҙың күп булыуы шуға ишара. Өлкәндәр араһында иң көслөләр иҫәбенә 65 кг-ға тиклем ауырлыҡта Ғәзиз Ғүмәров (Үрге Яйыҡбай), Вилүр Моталлапов (Таулыҡай), Раушан Мостафин (Ниғәмәт), 75 кг – Азамат Ҡорбанғолов (Икенсе Этҡол), Рәил Исхаҡов (Таулыҡай), Флүр Байсурин (Байым), 75 кг-дан ашыу категорияла Азамат Ғөбәев (Икенсе Этҡол), Илнур Килдебаев (Баймаҡ) һәм Илнар Ғәлин (Байым) еңде.    
30 кг-ға тиклем – Рушан Солтанов (Юлыҡ), Илгиз Арыҫланов (Икенсе Этҡол), Айнур Аслаев (Таулыҡай),
40 кг – Сыңғыҙ Дәүләтшин (Икенсе Этҡол), Баязит Исхаҡов (Таулыҡай), Дим Абдуллин (Икенсе Этҡол),
50 кг – Вадим Дашкин (Байым), Рәсүл Рәсүлев (Ниғәмәт), Рәмис Хөсәйенов (Икенсе Этҡол),
60 кг – Айгиз Суфьянов (Икенсе Этҡол), Илнур Рәмиев (Юлыҡ), Фидан Мәжитов (Икенсе Этҡол),
60 кг-дан ашыу – Илһам Йәноҙаҡов (БЛИ), Дим Ҡоланбаев (Таулыҡай), Ғәҙел Ғәлин (Йомаш).
Шуныһы һөйөнөслө, бил алышырға майҙанға Ш.Ғәлиндың ейәне Илнарҙың сығыуы данлыҡлы көрәшсенең юлын дауам итеүселәр барлығын иҫбатланы. Илнар Ғәлин был бәйгелә өсөнсө урынды яулап, Ниғәмәт ауыл биләмәһе әҙерләгән махсус призға лайыҡ булды. Уны Ф.Ғ. Вәхитова үҙе тапшырҙы. Ә ярыштың абсолют чемпионы булып Азамат Ғөбәйев танылды, уға шәхестең улы Тимерйән Ғәлин әҙерләгән һарыҡ бирелде.
Еңеүселәргә ярышты ойоштороусылар, Ш.Ғәлиндың туғандары, балалары әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды. Шул уҡ ваҡытта “Урал” АХК-һы, Икенсе Этҡолдан “Г.М. Әминева” КФХ-һы спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтте. Сарала ҡатнашыусыларға Ш.Ғәлиндың фотоһы төшөрөлгән календарҙар ҙа таратылды.   

А. Ишназаров. 
Автор фотоһында: ярыштың абсолют чемпионы Азамат Ғөбәйев.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.