20 мая 2012 г.

СӘСЕҮ-2012

     Хужалыҡ игенселәре һынатманы

     “Мырҙаҡаев” КФХ-һы 500 гектарҙа яҙғы иген культураларын сәсеүҙе ҡулайлы ваҡытта тамамланы. Шуның 370-ен – бойҙай, 130-ын арпа тәшкил итте. Шулай уҡ 50 гектарҙа көнбағыш, 75 гектарҙа люцерна, 50 гектарҙа күстерә, 50 гектарҙа донник, 100 гектарҙа бер йыллыҡ үләндәр сәселде. Хәҙер инде һуң культуралар – кукуруз менән судан үләнен генә урынлаштыраһы ҡалды. Улар бөтәһе 110 гектарҙы биләйәсәк.
     Яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығыуҙа муниципаль район хакимиәтенән бүленгән 941 мең һум кредит ҙур ярҙам булды. Шуның арҡаһында беҙ 21 тонна минераль ашлама, 6,5 тонна люцерна, күстерә, кукуруз, донник, 5 тонна “омская-36” элиталы орлоғо, гербицид һәм пестицидтар һатып алдыҡ. Һөҙөмтәлә, 145-150 гектарҙа күп йыллыҡ үлән майҙандары яңыртылды, был иһә малсылыҡ продукцияһы етештереүҙе арттырыу мөмкинлеге бирәсәк. Әйткәндәй, минераль ашлама иген культураларына ла, үләндәргә лә индерелде.
      Шул уҡ ваҡытта сәсеүҙә ҡатнашҡан һәр кем үҙенең тос өлөшөн индерҙе, ысын хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтте. Иген культуралары сәсеүҙә Т-150 тракторында Шәрифйән Ноғоманов, К-701-ҙә Константин Артамонов, үлән сәсеүҙә МТЗ-80 тракторында Мирғәле Иҫәндәүләтов, тырматыуҙа һәм катоклауҙа Миңлеғәле Ҡарамырҙин, ырҙын табағында орлоҡ тейәүҙә Нурәхмәт Исчурин, орлоҡ һәм ашлама ташыуҙа Нәғим Әхмәров менән Сергей Семенихин, сәсеүселәр Рауил Исчурин һәм Мансур Ғәҙелшин юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Эштәрҙе ойоштороуҙа бригадир Надежда Семенихинаның роле ҙур булды. Ашнаҡсы Рәйлә Исхаҡова игенселәрҙе тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрҙө.
     Баҫыу батырҙарын үҙебеҙҙең һабан байрамында тәбрикләйәсәкбеҙ. Уны ойоштороуға хужалыҡ йыл да ҙур ярҙам күрһәтә, әле уға әҙерлек бара. Бер үк ваҡытта йәйге осорҙа продукция етештереүҙе арттырыу өсөн булған мөмкинлектәр күрелә, социаль мәсьәләләр ҙә ыңғай хәл ителә, эш хаҡы түләнә. Ғөмүмән, иртәнге көнгә өмөтө яҡты, ышанысы ҙур коллективтың.

     А. МЫРҘАҠАЕВ,
     фермер хужалығы етәксеһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.