20 мая 2012 г.

ЭШЛЕКЛЕ ҺӨЙЛӘШЕҮ

     “ТАҒЫ ЛА ТИҘЕРӘК ХӘРӘКӘТ ИТЕРГӘ КӘРӘК...”
     “Һөнәри оҫталыҡ, компетентлылыҡ, ғәҙеллек һәм намыҫлылыҡ” – бер йыл элек Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышында 39 йәшлек Азамат Илембәтовты Хөкүмәт Премьер-министры вазифаһына тәҡдим иткәндә уны тап шулай тип ҡылыҡһырланы. 


     Башҡортостандың яңы тарихында быға тиклем ундай йәш Хөкүмәт башлығы булғаны юҡ ине әле. Азамат Илембәтов яҡшы белемгә эйә: Плеханов исемендәге Санкт-Петербург тау институтын тамамлаған, техник фәндәр кандидаты. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатын етәкләгән, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы була, Премьер-министр итеп тәғәйенләнгәнсе һуңғы өс йылда Мәскәүҙә Техник-иҡтисади эҙләнеүҙәр ғилми-тикшеренеү институтының директор урынбаҫары булып эшләй.
     Бер йыл элек сәйәсмәндәр Министрҙар Кабинетының яңы башлығына “техник премьер” ролен биргәйне. Билдәле бер мәғәнәлә был фараз тормошҡа ашты: Илембәтов яңғырауыҡлы сәйәси белдереүҙәр яһамай, артыҡ пиарҙан йырағыраҡ торорға тырыша. Шул уҡ ваҡытта төрлө кимәлдәге етәкселәр һүҙҙәре буйынса уға ихтирам арта бара. Былтыр компетентлылығы тураһында әйтелгәндәр ысынында иҫбатлау тапты. Ләкин уны барыбер ҙә халыҡ өсөн асыҡ сәйәсмән тип атап та булмай. Бары тик беҙҙең журналист ныҡышмалылығыбыҙ һәм нигеҙле мәғлүмәти сәбәп – уның премьер йөгөн тартыуына бер йыл тулыуы ғына – тәрән йөкмәткеле әңгәмә ҡорорға булышлыҡ итте.
     – Азамат Фәттәх улы, 2012 йылдың майында һеҙҙең ошо яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүегеҙгә бер йыл тула. Был арауыҡ эсендә үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡтар астығыҙ? Бәлки, республика хужалығында ниндәйҙер көсһөҙ звенолар күргәнһегеҙҙер?
     – Мин шул ваҡытта Президент Хакимиәтендәге үҙемә ышанып тапшырылған эш участкаһы менән бик ҡәнәғәт инем. Ләкин Рөстәм Зәки улы Хәмитов ҙур ышаныс күрһәтеп, минең тәғәйенләнешем тураһында ҡарар ҡабул иткәс, быны бик яуаплы һәм ябай булмаған миссия итеп ҡабул иттем. Беҙҙең Хөкүмәт иҡтисади проблемаларға ҙур иғтибар бирһә лә, үҙемде республиканың һәр кешеһенең һәм дөйөм йәмғиәтебеҙ именлегенә бәйле булған һәр нәмәгә яуаплы тоям.
     Мине әлеге ваҡытта иҡтисадыбыҙҙың үҫеш темпы тулыһынса ҡәнәғәтләндермәй. Бер йыл элек ниәтләгән эштәрҙең барыһы ла тормошҡа ашты, тип әйтеп булмай, шулай ҙа яуланған уңыштар һәм һөҙөмтәләр яңы көс бирә, Башҡортостандың ҙур мөмкинлектәренә ышаныс уята. Рәсми статистика мәғлүмәттәре лә насарҙан түгел. 2011 йылда иҡтисад үҫеше 10 процент тирәһе тәшкил итте. Ауыл хужалығында күрһәткестәр тағы ла юғарыраҡ – былтыр үҫеш 38 процентҡа тиң булды, сағыштырыу өсөн Рәсәй буйынса – 22 процент. Тотороҡло үҫеш динамикаһы быйыл да һаҡлана.
     – Иҡтисадта конкурентлылыҡ арта һәм артабан үҫешер өсөн тағы ла күберәк көс һалырға кәрәк...
     – Был һорауға классиктың цитатаһы менән: “ Бер үк урында ҡалыр өсөн бар көскә йүгерергә, ә тағы ла ҡайҙалыр барыр өсөн тағы ла нығыраҡ хәрәкәт итергә кәрәк” тип яуап бирер инем. Был беҙҙең үтә тиҙ алмашынып тороусан донъябыҙ хаҡында.
     Ысынлап та, иҡтисад бөгөн бик конкурентлы, етмәһә, илебеҙ Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инә. Ләкин беҙҙең үҫтерергә мөмкин һәм кәрәк булған потенциалыбыҙ бар, спорт лексиконын ҡулланып әйткәндә, “организмдың йәшерен резервтарын” файҙаланырға тейешбеҙ.
     – Һеҙ яңы производстволар барлыҡҡа килтереү һәм инвестициялар йәлеп итеүҙе күҙ уңында тотаһығыҙмы?
     – Баҙар иҡтисады шарттарында дәүләт иҡтисади яландағы “уйынсы” ролен юғалта бара, ләкин арбитр функцияларын һаҡлай, ул уйын ҡағиҙәләрен һәм “уйынсыларҙың” әүҙемлеген уятыусы төп элементтарҙы билдәләй ала. Теләһә ниндәй инвестор тәүге сиратта шәхси бизнесын үҫтерергә тырыша һәм үҙенә зыян килтереп аҡсаһын һала алмай. Ләкин Хөкүмәт тә бөгөн бюджет аҡсаһына ниндәйҙер завод төҙөү бурысы ҡуймай, бигерәк тә әле ундай “артыҡ” аҡса юҡ, барыһы ла социаль өлкәгә китеп тора. Беҙ инвестор менән ике яҡ мәнфәғәтен күҙәтеп, берлектә производство төҙөү һәм унда беҙҙең кешеләрҙең эшләүен тәьмин итеү тураһында ҡайғыртабыҙ. Республикала инвесторҙар өсөн уңайлы преференциялар (ташламалар) барлыҡҡа килтерелгән. Беҙ ер биреү, коммуникациялар үткәреү проблемаларын хәл итергә, банк ставкаларын субсидияларға, бюрократик мәшәҡәттәрҙе тиҙерәк үтергә ярҙам итергә әҙер. Йәғни бурысыбыҙ – проекттар булдырыу ғына түгел, ә уларҙы “оҙатып барыу”. Был үҙенсәлекле һәм берәмләп эшләнә торған эш, ул шунда уҡ һөҙөмтә лә бирмәй, ләкин мотлаҡ рәүештә потенциаль инвесторҙар беҙҙең төбәк менән отошло хеҙмәттәшлек итеүҙе күргәс тә “ата”. Инвестициялар йәлеп итеү буйынса илдә алдынғы һаналған Калуга өлкәһе тәжрибәһе күрһәтеүенсә, инвесторҙар килһен өсөн база булдырыуға кәм тигәндә 5 йыл ваҡыт кәрәк.
     – Бер-ике йылдан эш башлаясаҡ 5-6 инвестиция проектын атап үтмәҫһегеҙме?
     – Әлеге ваҡытта 80-гә яҡын инвестиция проекты эшкәртелә. Бер нисә йылдан эш башлай алған иң реаль проекттарҙан үҙенең сеймал базаһы булған “Белсталь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең интеграциялы металлургия комплексы төҙөлөшөн атап үтергә мөмкин. Был проектҡа дөйөм инвестициялар күләме 20 миллиард һумдан аша. Быйыл гидростанциялар өсөн гидротехник һәм ярҙамсыл ҡорамалдар етештереү буйынса завод төҙөлә башлаясаҡ. Проект инициаторы – “РусГидро-Альстом” берлектәге предприятиеһы. Урман сәнәғәте өлкәһендә бер нисә перспективалы проект бар. Улар – МДФ-плиталар етештереү буйынса завод төҙөлөшө, артабан унда ДСП, тауар ағасы етештереү ҙә күҙаллана. Был производство Салауат районында урынлашасаҡ һәм ағас плиталар етештереүҙең ҡалдыҡһыҙ производствоһын асырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ ҡарт һәм түбән сортлы ағастарҙы әйләнешкә индереү проблемаһын да хәл итәсәк. Шулай уҡ ағас эшкәртеүҙә икенсе масштаблы пландар бар – ҙур форматлы фанера етештереү заводы төҙөү. Проект инициаторы – “Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһы” ЯСЙ-һы.
     Шуныһы ҡыуаныслы: Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһының урман эшкәртеү комплексын барлыҡҡа килтереү буйынса ошо һәм тағы ла бер проекты федераль кимәлдә лә яҡлау тапты. Апрель аҙағында Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы уларҙы урмандарҙы үҙләштереү өлкәһендә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерҙе. Был ике проект буйынса инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 1,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Тағы ла УМПО-ның вертолет двигателдәренең сериялы производствоһын ойоштороу буйынса проектын да телгә алып үткем килә. Ул сит ил двигателдәре производствоһын локалләштереп, хәрби тәғәйенләнештәге Рәсәй вертолеттарының импорт двигателдәрен алмаштырыуҙы һәм граждандар авиацияһы вертолеттарының конкурентлылыҡҡа һәләтле двигателдәренең сериялы производствоһын асыуҙы тәьмин итәсәк.
     Аграр өлкәгә килгәндә, бында Благовар һәм Бүздәк райондарында урынлашҡан үҙенең аҙыҡ базаһы булған  сусҡасылыҡ комплексы төҙөлөшөн әйтеп үтергә була. Был проекттың инициаторы – “Разгуляй” компаниялар төркөмө асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Республиканың аграр комплексына инвестицияларҙың дөйөм күләме – 6 миллиард һумдан ашыу. Мәләүез районында күркә ите етештереү буйынса илдең иң эре ҡошсолоҡ комплекстарының береһе эш башланы. Ул проектта ҡаралған ҡеүәт менән эшләй башлаһа, эш урындары 700-гә тиклем артасаҡ.
     – Республика етәкселеге үҙе өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш – социаль торлаҡ төҙөүҙе иғлан итте. Ул нисек ғәмәлгә ашырыла?
     – Билдәле булыуынса, коммерциялы булмаған ойошмаларға социаль торлаҡ төҙөлөшө өсөн бушлай ер участкалары бүлеү мөмкинлеге биргән БР Законына үҙгәрештәр индерелде. Бөгөн республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә лә бушлай ер биреү тәртибе раҫланған.
     Республика буйынса социаль торлаҡ төҙөлөшө өсөн 60-лаған майҙансыҡ бүленгән. Уларҙа коммерциялы торлаҡ төҙөү тыйыла. Кәм тигәндә, йыл аҙағына тиклем инвалид балалар, һуғыш инвалидтары, йәш ғаиләләр, башҡа категориялар өсөн 70-80 мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөләсәк. Күп кенә ҡалаларҙа һәм райондарҙа был программа бойомға ашырыла башланы ла инде. Торлаҡ төҙөүҙең тәүге этабында төҙөлөш БР Хөкүмәте тарафынан коммерциялы булмаған ойошмаларға бирелгән яҡынса 500 миллион һум тирәһе субсидия ярҙамында финансланасаҡ. Төҙөлөш барышында федераль һәм республика торлаҡ программаларында ҡатнашыусы граждандарҙан да аҡса киләсәк.
     Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып үтер инем: социаль һәм эконом класлы торлаҡ төҙөү – быға тиклем булған бихисап кампанияларҙың сираттағыһы түгел. Был пландар етди һәм оҙайлы. Башҡарма власть органдары ла, муниципалитеттар ҙа, төҙөүселәр ҙә быны дөрөҫ аңлап ҡабул итергә тейеш. Амбициоз проекттарҙың уңышы өсөн әле бөтәһе лә бар – Президенттың һәм республика етәкселегенең сәйәси ихтыяры, төҙөлөштөң үҙ хаҡын байтаҡҡа кәметеүҙә Хөкүмәт ярҙамы, төҙөүселәр потенциалы. Бында иң мөһим һәм ҡеүәтле фактор – торлағы булмаған кешеләрҙең иң төп ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү.
     – Һеҙ бөгөн республикала эшҡыуарлыҡ торошон нисек баһалайһығыҙ?
     – Мин яңыраҡ үҫеш осорон кисереүсе бер Азия илендә булып ҡайттым. Унда һәр ғаилә үҙ эшен асырға маташа. Бизнестары “янған” осраҡтар ҙа бар, ләкин кешеләр тағы ла яңынан эш асырға көс таба. Беҙгә лә шәхси эште тергеҙергә кәрәк. Социологтар халыҡтың ни бары биш проценты ғына үҙ эшен аса ала, тип раҫлаһа ла, дәүләт яҙмышын һынап ҡарарға теләүсе һәр кемгә шанс бирергә тейеш. Шуға ла беҙ әлеге көндә икенсе тулҡынға – эшҡыуарлыҡҡа һәләте булған кешеләрҙең яңы быуынына ярҙам итергә тейешбеҙ. Һәм был йүнәлештә республикала күп эшләнә.
     – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдарҙа эшҡыуарлыҡ уңышлы үҫешә, тип әйтеп булмай... Аграрийҙарға элеккесә дәүләт ярҙамына өмөт итергә ҡаламы?
     – Алдараҡ мин ауыл хужалығында оҙаҡламай эш башлаясаҡ эре инвестицион проекттарҙы атап үттем. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы артабан да буласаҡ. Яңыраҡ һөт малсылығын үҫтереү буйынса маҡсатлы республика программаһы ҡабул ителде. Биш йыл дауамында йылына 100-әр һөт-тауар фермалары комплекслы модернизацияланасаҡ, был һәр районға икешәр ферма тура килә, тигән һүҙ. Фараздарға ярашлы, республикала етештерелгән һөттөң дөйөм күләме 2012 йылдағы 1,7 миллион тоннанан 2016 йылға 2,2 миллион тоннаға, йәғни бер сиректән ашыуға артасаҡ. Дәүләт ярҙамының башҡа төрҙәре лә дауам итәсәк – банк кредиттары буйынса процент ставкаларын субсидиялау, һөт, ауыл хужалығы техникаһы, яғыулыҡ-майлау материалдары  һатып алыуға субсидиялар һ.б.
     Белеүегеҙсә, республика Президенты йәш белгестәрҙе – ауыл еренә эшкә ҡайтасаҡ врачтарҙы, уҡытыусыларҙы, аграр университетты тамамлаусыларҙы дәртләндереү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Әгәр ауыл интеллигенцияһы синыфы ҡабат тергеҙелһә, был дөйөм ауылдың тергеҙелеүенә лә булышлыҡ итәсәк.
     – Беҙ һеҙҙең менән социаль мәсьәләләргә ҡағылмайынса күберәк иҡтисад тураһында һөйләштек. Бюджетҡа ҙур йөк һалған социаль өлкәгә сығымдар элеккесә һаҡланасаҡмы?
     – Беҙ һөйләшкәндәр: инвестициялар йәлеп итеү бурысы, яңы производстволар булдырыу, иҡтисадтағы ыңғай динамика – былар барыһы ла үҙмаҡсат түгел, әлбиттә. Беҙҙең масштаблы бурыстар ҡуйыуыбыҙ һәм уларҙы хәл итеүебеҙ – “спорт ҡыҙыҡһыныуы” түгел, ә, иң тәүге сиратта, кешеләрҙең йәшәү кимәлен яҡшыртыу, социаль сәйәсәтте нығытыу маҡсатын ҡуя. Ә был – Башҡортостан Хөкүмәтенең төп маҡсаты.

     Галина ИШМӨХӘМӘТОВА.
    

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.