24 мая 2012 г.

СӘСЕҮ-2012

     Юғары ойошҡанлыҡ менән
     Район хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Дөйөм алғанда, аграрийҙар яҙғы иген культураларын сәсеүҙе ҡулайлы ваҡытта тамамланы. Хәҙер сират һуң сәселеүсе культураларға етте. Уларына ла ошо аҙнала нөктә ҡуйырға кәрәк – игенселәр алдында шундай бурыс тора. Сөнки һуҙырға ярамай – һауа шарттары ашыҡтыра.


     Райондың иң эре хужалыҡтарының береһе – “Аҡморон” АХК-һы коллективы быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алды. Бында иң беренселәрҙән булып техника-агрегаттар әҙерлек һыҙығына баҫтырылды, сәсеүҙе ойошҡанлы атҡарыу өсөн ваҡытында хәстәрлек күрелде. Райондан яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү өсөн бүленгән 2 млн һум кредит ҙур ярҙам булды. Ошо сараға кооператив элиталы орлоҡ, ағыулау препараттары, минераль ашламалар, башҡаһын һатып алды.
     Хужалыҡ игенселәре 3670 гектарҙа иртә яҙғы иген культураларын сәсеүҙе ҡулайлы ваҡытта тамамланы. Бойҙай – 1200, арпа – 2000, һоло – 290, борсаҡ 180 гектарҙа сәселде. Техник культуралар – 670, мал аҙығы культуралары 540 гектарҙы тәшкил итте. Яҙғы сәсеү 4880 гектарҙа башҡарылған, был планға ҡарата 71 процент.
     Яҙғы баҫыу эштәренең ойошҡанлы барыуында механизаторҙар Зөфәр Баймөхәмәтов, Рәмил Салихов, Йосоп Уйылданов, Шәһит Солтангәрәев, Рәмил Аласов, Ғәле Мусин, Муса Юнысбаев, Азамат Моратов, Шәфҡәт Сәйғәфәров, Сәфиулла Йәнсурин, Азамат Фәйзуллиндарҙың өлөшө ҙур. Ришат Йәнбирҙин, Нәғим Ғәбсәләмов, Яныбай Әбилев, Рәжәп Собханғолов, Шәһит  Ғәйетбаев дым ҡаплау, тырматыу һәм катоклауҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән. Яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеүсе водителдәр Рим Үтәғолов менән Хаммат Хисмәтуллиндарҙы айырыуса маҡтап телгә алдылар хужалыҡта. Шул уҡ ваҡытта кооперативтың агрономия, инженерия хеҙмәттәре, техник хеҙмәтләндереү звенолары, ырҙын табағы, ашхана коллективтары дөйөм эшкә тос өлөш индерә.
     Бөгөн төп көс хужалыҡта ҡарабойҙай, судан үләне һәм кукурузды сәсеп бөтөүгә йүнәлтелгән. Уларына ошо арала нөктә ҡуйыу маҡсат итеп ҡуйыла.

     Азамат МӨХӘМӘТШИН.
     Автор фотоһында: Рим Үтәғолов менән Хаммат Хисмәтуллин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.