24 мая 2012 г.

ХӘТЕР

     Рухлылар һәм  тәүәккәлдәр  затынан
    
     Айрат Дәүләтбаев – Баймаҡ районының күренекле шәхестәренең береһе, ваҡытында район хәрби комиссариатын етәкләгән подполковник. Ул 1946 йылда Ғәҙелбай ауылында донъяға килә. 11 класты Беренсе Этҡол ауылында тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау факультетында уҡып, инженер һөнәрен үҙләштерә. Беҙҙең арала  зирәк аҡылы һәм алдынғы ҡарашлы булыуы менән һәр  беребеҙҙең күңелендә уйылып ҡалды, тип хәтерләй  уның тураһында класташтары, курсташтары һәм коллегалары. Вафатына тиҫтәнән ашыу йылдар уҙһа ла, йор һүҙен, етмеш төрлө  һөнәргә эйә булыу ғына түгел, хатта ни тотһа, шуны оҫта башҡарыуын  берсә һоҡланып, берсә был донъянан иртә китеүенә әсенеп иҫкә ала бөгөн Ғәҙелбай ауылы халҡы. Әйтер һүҙемде уның  яҡты иҫтәлегенә арнайым. 


     Күрәһең, булдыҡлы кеше бар тарафта ла уңышлылыр. Еребеҙгә ереккән, телебеҙгә бәйле сәйәсәт, башҡорт халҡына хас юмор, көләмәс,  афоризмдар һәм риүәйәттәр, матур йәшәү өлгөһө, фәһем һәм белем алыр өсөн кәрәкле булған  тормоштағы бөтә мәғлүмәттәр тупланған ине зиһенендә. Күрмәлекле буй-һын, төҫ-баштан да мәхрүм итмәгән үҙен Хоҙай Тәғәлә. Хәрби кешегә быныһы айырыуса мөһим. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының хәрби кафедраһын тамамлағандан һуң, Мәскәүҙә, Ырымбурҙа, Волга буйы федераль округы буйынса ойошторолған хәрби курстарҙа белемен даими рәүештә камиллаштырып торҙо.
     Йәш быуынды әрме сафына әҙерләүгә ҙур мәғәнә һәм көс һала ул. Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында Калининград ҡалаһында хеҙмәт итте. Бында ул выждан-намыҫ  талабына ярашлы үҙ бурысын ҙур яуаплылыҡ менән атҡара.
     Бер мәл шулай һалдаттарҙы Балтик диңгеҙе буйына күнекмәгә алып сыҡҡанда, бер төркөм һалдаттар һәм офицерҙарҙың: «Рәсәйҙә башҡорт милләте бар икәнен тәүгә ишеттек, уларҙың барыһы ла һеҙҙең ишеме?» – тип һорағандарын мәҙәк итеп һөйләй торғайны. Айрат Дәүләтбаев спортты яратты. Шахмат уйнау, кроссворд  сисеү  буйынса уның алдына сығыусы булмаған. Призлы урындарҙы яулаған йәш һалдаттарға төҫлө металдан үҙ ҡулы менән эшләгән исемле кубоктар тапшырған хатта. Йәше лә, олпат, тәжрибәле хәрбиҙәр ҙә бындай күренешкә хайран ҡалған. Уны бигерәк тә төрлө милләттән булған ябай һалдаттар яратҡан, ихтирам иткән, ҡыҫҡаһы, уны башҡаларҙан айырмалы рәүештә юғары баһалағандар. Был инде, йәш булыуына ҡарамаҫтан, һәммәһен дә  ылыҡтырырҙай, күпселекте алға әйҙәрлек аҡыл эйәһе булыуынан һәм кеше психологияһына тәрән үтеп инә алыуынан килгәндер. Шулай булмаһа, Башҡортостанға ҡайтырға әҙерләнә башлағас, Айрат Хажи улына вазифалы эш, яңы фатир тәҡдим итмәҫтәр ине. Ләкин уның яуабы бер була: «Үҙ илемә, үҙ милләтемә, үҙ халҡыма хеҙмәт итәм!» Намыҫлы, талапсан, кешелекле, үҙенә йөкмәтелгән бурысҡа ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған офицер булараҡ, яҡшы һүҙе һәм эше менән нөктә ҡуя ул Балтика буйы сиктәренә.
     Шатланып, һағынып тыуған яғына ҡайтҡан хәрби Баймаҡ районының хәрби комиссариатына етәксе итеп тәғәйенләнә. Егеттәрҙе  хеҙмәткә әҙерләүҙе бик оҫта ойошторҙо, тип хәтерләй яҡташтары уның тураһында. Район мәктәптәренә, колхоз, совхоздарға, предприятие, ойошмаларға осрашыуҙарға йөрөнө, ата-әсәләр менән шәхсән һөйләште, балаларҙың һаулығын һаҡлау буйынса аныҡ программа төҙөп, шуға ярашлы врачтар менән берлектә үҫмер малайҙарҙың сәләмәтлектәрен нығытыу юлдарын эҙләне.  Шуныһы ҡыуаныслы, ҡайҙа хеҙмәт итһәләр ҙә   Баймаҡ районы йәштәре милләт йөҙөнә тап төшөрмәне. Йылдар үтеү менән олоғая барған һалдаттар бөгөн дә рәхмәтле Айрат Хажи улына.
     Ғәҙелбайҙың мәктәп музейында «Һеҙ беҙҙең ғорурлығыбыҙ» тигән баш аҫтында А.Дәүләтбаевтың  шәхси әйберҙәре ҡуйылған. Бында яҡташтары уның тураһында иҫтәлектәр, мәғлүмәттәр йыя. Башланған эш – бөткән эш, тигәндәй, уның киләсәктә ауыл музейына  әүерелеүе лә   ихтимал.
     Республикабыҙҙың хәрби комиссариаты ҙур ышаныс менән А.Х.Дәүләтбаевты Йәрмәкәйгә, Шаранға, Дүртөйлөгә, Белоретҡа һ.б. төрлө райондарға ебәрҙе. Ҡайҙа эшләһә лә, яҡташыбыҙ йәштәрҙе аң-белемгә, тоғро хеҙмәткә, үҙ иленең патриоты булырға өндәне. Һәр урында хөрмәт һәм абруй ҡаҙанды. Шаран районы тарихына ҡарата сыҡҡан  китапта ла Айрат Хажи улына арналған әһәмиәтле мәҡәлә бар. Шунан да ҙур рәхмәттең булыуы мөмкинме һуң?
     Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте тигәндәй, ул 4 миҙал, бик күп наградалар һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Шул уҡ ваҡытта тормоштоң  ҡатмарлы, билдәһеҙ  боролоштарынан бер кем  дә азат түгел. «Бындай ҡырҡыу осраҡтарҙа хәрби комиссарҙың ҡыйыулығы, фиҙаҡәрлеге, туранан-тура халыҡҡа таяныуы килеп сыҡҡан киҫкен мәсьәләләрҙе тиҙ һәм дөрөҫ сисергә мөмкинлек бирҙе», – тип иҫкә ала Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе иң яҡын дуҫы, курсташы Фирғәт Ғөбәйҙуллин.
     Ғаилә башлығы булараҡ, ҡатыны Айһылыуҙың, балалары Вадим һәм Гөлназдың оло терәге булды. Уларҙың татыулығына һоҡланыу менән ҡараны дуҫтары, яҡындары. Туғандары уларға оҡшап йәшәргә тырышты.
     Бейектә осҡан һәр ҡош ыласын түгел, тигән ата-олатайҙарыбыҙ. Айрат Хажи улының йәшәү һәм  хеҙмәт итеү рәүеше ыласындыҡы кеүек киң ҡоласлы ине.

     Таңһылыу ҒӘЙНУЛЛИНА.
     Сибай ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.