28 мая 2012 г.

Боронғо кәсепкә – яңыса ҡараш


18 майҙа Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 27 авгусындағы “Урал аръяғында 2012 йылға ҡортсолоҡто үҫтереү тураһында” 949-сы бойороғон тормошҡа ашырыу буйынса сараларҙың календарь планын үтәүгә арналған кәңәшмә үтте.

Унда БР Хөкүмәте Аппараты  етәксеһе урынбаҫары М.Фәтхуллин, “Ҡортсолоҡ” курсы буйынса махсус әҙәбиәт, уҡыу программалары һәм пособиелар әҙерләү буйынса эш төркөмө рәйесе В.Саттаров, уның урынбаҫары В.Туҡтаров, БР мәғариф министры урынбаҫары В.Аристархов, министрлыҡтың дөйөм белем биреү бүлегенең баш белгес-эксперты М.Собханғолов, Урал аръяғы райондары вәкилдәре, Бөрйән районының мәғариф учреждениелары етәкселәре, мәктәптәрҙә ҡортсолоҡ дәрестәрен алып барыусы уҡытыусылар ҡатнашты. Кәңәшмәне Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Д.Әхмәтйәнов асты һәм алып барҙы.

Динир Әсҡәт улы Бөрйән районында ҡортсолоҡ торошо һәм уның перспективаһы тураһында доклад менән сығыш яһаны. “Донъяла танылыу яулаған Бөрйән солоҡ ҡорто, төр булараҡ, беҙҙә генә һаҡланған. Бөгөн районда ҡортсолоҡ киң тарала бара: бөтәһе 5217 күс иҫәпләнә, шуларҙың 150-һе – ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙә, 182-һе – крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында, 4305-е – шәхси хужалыҡтарҙа. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында 400 солоҡ иҫәпләнә. Уларҙан 2 тонна бал алынған. Былтыр күстәр һаны 123 процентҡа артҡан һәм 1326 центнер бал алынған.
 
Бөрйән бал ҡорто популяцияһын һаҡлау һәм ҡортсоларҙың эшен координациялау маҡсатында район ҡортсоларының коммерцияға нигеҙләнмәгән партнерлығы булдырылып, ул БР Юстиция министрлығында теркәлде. 2011-2014 йылдарға ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса тармаҡтың маҡсатлы программаһы ҡабул ителде. Ошо программаға ярашлы, умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәргә 162630 мең һум күләмендә субсидия бирелде. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы буйынса 4 эшҡыуар 850 мең субсидия алды. Районда балды фасовкалау буйынса “Бөрйәнкәй” һәм “Бөрйән балы” йәмғиәттәре эшләй. Ырғыҙлы, Иҫке Монасип, Байназар, Ғәлиәкбәр, Ғәҙелгәрәй, Тимер һәм Нәби мәктәптәрендә умарталыҡтар бар, унда балалар ҡортсолоҡ нигеҙҙәрен практикала өйрәнә”, – тине ул сығышында.
 
М.Фәтхуллин ата-бабалар кәсебен киләсәк быуынға өйрәтеү, ҡортсолоҡто үҫтереү маҡсатында мәктәптәрҙә махсус дәрестәр алып барыу тураһында һөйләп үтте. Әле БР Хөкүмәте кимәлендә умартасылыҡты үҫтереү буйынса саралар планы ҡабул ителгән. Республика мәктәптәрҙә ҡортсолоҡҡа уҡытыуҙы финанслаясаҡ. Башҡортостан буйынса 39 мәктәптә ҡортсолоҡ нигеҙҙәре уҡытыласаҡ. Бөрйәндә 7 мәктәптә балалар ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсеп-шөғөлөн үҙләштерәсәк. Ҡортсолоҡ нигеҙҙәрен өйрәтеү кабинеты 21 мең һум тора. Уҡытыусылар өсөн июль айында махсус курстар ойоштороласаҡ. Уҡыу пособиелары, методик ҡулланмалар, күрһәтмәләр әҙерләнә.  

Кәңәшмә аҙағында Ейәнсура, Учалы, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондары, Сибай ҡалаһы вәкилдәре үҙҙәрендә ҡортсолоҡ нигеҙҙәрен уҡытыу, был тармаҡты үҫтереү перспективаһы, проблемалары хаҡында бәйән итте.
 
А. Ғарифуллина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.