Бәйгегә саҡырабыҙ!
9 июндә йәмле Граф күле буйында
халҡыбыҙҙың гүзәл байрамы – “Һабантуй-2012” тамашаһы үтәсәк.
Унда, башҡа спорт ярыштары һәм милли саралар менән бер рәттән, ат спорты ярыштары ла ойошторола.
Ат бәйгеһендә 6 заезд уҙғарыла:
Ат бәйгеһендә 6 заезд уҙғарыла:
- менге һәм ҡатнаш ҡанлы тоҡом аттары араһында;
- өлкән йәштәге башҡорт тоҡомло аттар араһында;
- 3 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттар сабышы;
- аламан бәйге (төрлө тоҡомло аттар ҡатнаша ала);
- юртаҡтар ярышы;
- хужалыҡ етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтарының һәм белгестәренең атта сабышыуы.
Ат спорты ярыштарында ҡатнашыусыларҙан түбәндәге документтар талап ителә:
- атҡа ветеринар белешмә;
- һыбайлыға һәм атҡа страховка таныҡлығы;
- баш кейеме (каска);
- медицина белешмәһе;
- һыбайлының ата-әсәһенең һәм мәктәп администрацияһының ризалығы;
- техник хәүефһеҙлек буйынса инструктаждың булыуы (белешмәләр өсөн 3-16-19; 2-10-88 телефондарына шылтыратырға).
Ойоштороу комитеты.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.