27 июн. 2012 г.

Һайлау – 2012

Праймериз үтәсәк


Ағымдағы йылдың октябрь айында муниципаль район Советына депутаттар һайланасаҡ. Был мөһим сара айҡанлы махсус план ҡабул ителгән һәм шуға ярашлы әҙерлек эштәре алып барыла.

Депутаттар 19 һайлау округы буйынса һайланасаҡ. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә депутатлыҡҡа кандидаттарҙан ғаризалар ҡабул итеү башланды.
Баймаҡ районында праймериз 10, 11 һәм 12 июлдә 31 майҙансыҡта үтәсәк. Нимә ул – праймериз? Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, праймериз ул – депутатлыҡҡа дәғүә иткән кандидаттарға алдан тауыш биреү. Тимәк, халыҡ улар менән осрашып, һайлау алды программалары менән танышасаҡ, үҙҙәренең проблемаларын, теләктәрен еткерәсәк.
– Башлыса йәштәр депутат булырға ҙур теләк белдерә, был юлы ла Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалынан ике студенттың ғаризаһын ҡабул иттек, – тине “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексә етәксеһе Р.Ф. Иҫәнбаев. – Ҡыҫҡаһы, һәр округ буйынса 3-4 кандидат теркәлә. Шуға күрә лә депутат итеп халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған кандидатты һайлап алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Депутатлыҡҡа партиянан, партия яҡлыларҙан, йәмәғәт ойошмаларынан кандидаттар тәҡдим ителгән. Улар араһында уҡытыусылар һәм финансистар, эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт ойошмаларынан да вәкилдәр бар. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты составына райондан 11 йәмәғәт ойошмаһы ингән. Әле эшләп килгән депутаттар корпусынан 4 депутат – А.П. Пономарев, Д.Ғ. Арсланов, Д.Ю. Сәйғәфәрова, А.М. Ҡадыров – киләһе һайлауҙа ҡатнашасаҡ.
– Праймериз ойоштороу үҙен аҡлай, уҙған йылдың декабрендә булған һайлау алдынан тауыш биреү һөҙөмтәһе яҡшы баһаланды, – тине Р.Ф. Иҫәнбаев. – Был һайлауҙа ла халыҡ депутатлыҡҡа кандидаттар менән алдан танышыу һәм уларға үҙҙәренең теләктәрен еткереү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Шулай итеп, район Советына депутаттар һайлауына әҙерлек саралары башланды.
Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.