27 июн. 2012 г.

Халыҡ иғтибарына

Теркәү ваҡыты ҡыҫҡарҙы


Күсемһеҙ милеккә һәм уның менән алыш-биреш итеүгә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе буйынса дәүләт функцияларын үтәү сифатын яҡшыртыу, мәғлүмәттәрҙе асыҡ итеү һәм ғариза биреүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы күсемһеҙ милекте һәм уның менән алыш-биреш итеүҙе дәүләт теркәүе ваҡытын яҡынса ике тапҡырға ҡыҫҡартты. 


Был хаҡта идаралыҡ етәксеһе Игорь Шеляковтың 2012 йылдың 1 июнендә махсус ҡарары булды.
Шулай итеп, Сибай ҡалаһы, Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы биләмәһендә ғариза һәм кәрәкле документтар тапшырған көндән алып түбәндә атап үтелгән  дәүләт теркәүе төрҙәре  1 айҙан 20 көнгә тиклем ҡыҫҡарҙы:
  • ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең ер бүлеменә дөйөм өлөш милекселегенә хоҡуҡтар;
  • нотариус тарафынан нотариаль раҫланған алыш-биреш йәки башҡа төрлө эш башҡарылғанда барлыҡҡа килгән хоҡуҡтар (әгәр хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе тураһындағы ғариза нотариус тарафынан бирелгән булһа);
  • суд приставы-башҡарыусы  талабы буйынса хоҡуҡтар (суд акты нигеҙендә йәки “Башҡарыу производствоһы тураһында”ғы федераль законда ҡаралған     осраҡтарҙа барлыҡҡа килгән хоҡуҡтар);
  • торлаҡ, торлаҡ-төҙөлөш, баҡса, гараж һәм башҡа ҡулланыусылар кооперативтары ағзаларының пай иғәнәләрен тулыһынса түләү тураһындағы документтар нигеҙендә барлыҡҡа килгән  милек хоҡуҡтары;
  • шәхси хужалыҡ, баҡса хужалығы, йәшелсәселек, шәхси гараж йәки торлаҡ төҙөлөшө өсөн бүленгән ер бүлемдәренә граждандарҙың милек хоҡуҡтары, шулай уҡ ошо ерҙәрҙә урынлашҡан һәм төҙөлөп ятҡан күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡтар.
Тағы ла: шәхси милеккә торлаҡ биналарын тапшырыу киле-шеүе нигеҙендә граждандар-   ҙың һатып алынған торлаҡ бинаһына хоҡуҡтарын дәүләт теркәүе 30 көндән 15 көнгә тиклем ҡыҫҡарҙы.
Алда әйтеп үткән ҡарарға ярашлы, күсемһеҙ милеккә һәм уның менән алыш-биреш итеүгә хоҡуҡтарҙың айырым төрҙәренә дәүләт теркәүе ваҡыты доку-менттар ҡабул итеү менән шө-ғөлләнгән белгес тарафынан документтарҙы тапшырғанда автоматик рәүештә билдәләнә.
Шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк: быға тиклем закон менән билдә-ләнгән ҡыҫҡартылған теркәү ваҡыты ла һаҡлана. Ер участкаларына, биналарға, ҡоролмаларға, торлаҡ булмаған биналарға ипотека 15 эш көнө дауамында, торлаҡ биналарға 5 эш көнө дауамында теркәлә. Әгәр ипотека нотариаль раҫланған ипотека тураһындағы килешеү нигеҙендә барлыҡҡа килһә, ер участкалары, биналар, ҡоролмалар, торлаҡ булмаған биналарға ипотеканы дәү-ләт теркәүе 5 эш көнөндә башҡарыла.
А. Исмәғилева,
Сибай ҡалаһы, Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.