27 июн. 2012 г.

Миҙалсы-2012

Тормош үрендәге тәүге оло еңеү


– Күптәрегеҙҙең ата-әсәләрен, үҙегеҙҙе беләм – шуныһы ҡыуаныслы, – тип башланы телмәрен хакимиәт башлығы Илшат Ситдыҡов. – Һеҙ үҙ тормошоғоҙҙа иң ҙур еңеүгә өлгәштегеҙ – уҡыуҙағы уңыштарығыҙ өсөн алтын һәм көмөш миҙалдарға эйә булдығыҙ. Һеҙ быға лайыҡлы. Шуны белегеҙ: тормош көрәштән тора. Әгәр яҡшы йәшәгең килһә, һәр ваҡыт тырышырға, көрәшергә, еңергә кәрәк. Һеҙҙең бөгөнгө еңеүегеҙҙә уҡытыусыларығыҙҙың, ата-әсәләрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың әллә күпме көсө һалынған. Уларҙың барыһына ла бик ҙур рәхмәт! Алдағы тормош имтихандарын да уңышлы тапшырып, районыбыҙҙың ғорурлығы булыуығыҙҙы теләйем!

Ошондай ялҡынлы сәләмләүҙән һуң Илшат Хәмит улы 11 алтын (!) һәм 3 көмөш миҙалды эйәләренә тапшырҙы. Бәхетле алтын миҙалсылар – Линара Байымова (4-се мәктәп), Лилиә Байғусҡарова (Урғаҙа), Лилиә Байрамғолова (Ниғәмәт), Яҙгөл Дауытбаева (3-сө мәктәп), Дилә Ишҡыуатова (4-се мәктәп), Богдан Кулешов (3-сө мәктәп), Айҙар Ҡолоев (3-сө мәктәп), Азат Мостафин (Урғаҙа), Альбина Мөхәмәтова (Йомаш), Мария Привалова (4-се мәктәп), Айзилә Оморҙаҡова (Ишбирҙе) һәм көмөш миҙалсылар – Шәүрә Носратова (Ҡуянтау), Александр Сивоплясов (Урғаҙа), Наилә Шахморатова (4-се мәктәп) – тырышлыҡтарының тәүге татлы емешен тулҡынлана-тулҡынлана ҡулдарына алды. Миҙалсылар исеменән Дилә Ишҡыуатова, Лилиә Байрамғолова уҡытыусыларға, ата-әсәләргә ысын күңелдән рәхмәтен еткерһә, Альберт Байымов ата-әсәләр исеменән балаларына лайыҡлы белем һәм тәрбиә биргән педагогтарға йылы һүҙҙәр әйтте.
Мәғариф бүлеге начальнигы Ринат Ильясов миҙалсыларҙы тағы бер тапҡыр еңеүҙәре менән ҡотлап, киләсәккә аҡ юл теләне.
Эйе, улар бөгөн уңыштарының тәүге емешен тирҙе һәм тырышҡанда, теләгәнеңә ирешеп булыуына инанды. Ә алда тағы ла ҙур үрҙәр көтә. Уларҙы яулар өсөн алға, тырыш ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.