27 июн. 2012 г.

26 июнь—Бөтә донъя наркоманияға ҡаршы көрәш көнө

Мәк сәскәһенең күҙ йәштәрен эсһәң...


Бер мәртәбә мәк сәскәһенең күҙ йәштәрен тәмләп ҡараған кеше ғүмер буйы илар... Был һүҙҙәр наркотик ҡул-ланыусылар һәм уларҙың ата-әсә-ләренә бик яҡшы таныш. Хәҙерге ваҡытта “илебеҙҙә наркомандарҙың артыуы туҡтап ҡалды” тигән белдереүҙәр ишетелһә лә, үлемесле ағыуҙы хатта 6 йәштән дә ҡулланыусыларҙың булыуы өмөттө һүндереп ҡуйғандай була.
Республикабыҙҙа 5444 наркомания менән ауырыған һәм 2736 наркотик ҡулланыусы теркәлгән. Әммә Башҡортостан наркокон-троль хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ысынбарлыҡта уларҙың һаны 80 меңгә етеүе ихтимал.

Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында үткәрелгән наркотест күп кенә наркомандарҙы асыҡларға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта байтаҡ ата-әсәләрҙең балаһына бындай тикшереү үткә-рергә ҡаршы килеүе ғәжәплән-дерә. Сөнки наркотик ҡулланған кешене тәүге мәлдән үк билдә-ләп булмай. Ул әле тулыһынса ағыуланып өлгөрмәгән, ата-әсә-һенең ышанысын юғалтмағас, кеҫәһендә аҡсаһы ла бар, шәхси әйберҙәренең берәмләп юҡҡа сығыуын да аңлата ала.
“Наркомания – ауырыу” тип йәшәп килгән йәмғиәтебеҙ һуңғы осорҙа үҙенең уй-фекерен ҡырҡа үҙгәртте. Дин әһелдәренең: “Наркомания сир түгел, ә әҙәм балаһының үҙенә яңынан-яңы ләззәт эҙләүе ул”, – тигән һүҙ-ҙәре ысынбарлыҡҡа тура килә бит. Быны тормошта булған хәл-ваҡиғалар ҙа дәлилләй.
Бер егет 30 градуслыҡ һыуыҡ-та үҙенең 10 йәшлек ҡустыһының курткаһын систереп алып, сиғандарға наркотикка алмаштыра. Һөҙөмтәлә, үпкәһенә ныҡ һал-ҡын алдырған малайҙы табиптар көскә ҡотҡарып ҡала. Теләгән ағыуын ҡулға төшөрөү өсөн наркоман бер ҙә үҙенең курткаһын тәҡдим итмәгән бит. Үҙенең йәне ҡәҙерле уның. Юҡҡа ғына психологтар наркомандарға эгоизм, үҙен генә уйлау хас тип әйтмәй.
20 йәшлек әсә бер доза өсөн өс айлыҡ балаһын сәғәтләп сиғандарға биреп тора. Иламаһын өсөн араҡы эсереп һалынған баланы полиция хеҙмәткәрҙәренең табып алыуы ғына уның ғүмерен ҡотҡарып ҡала. Тыуғандан алып әсәһе тарафынан “прокатҡа” бирелгән сабыйҙың сәләмәтлеге ни тиклем ҡаҡшауын күреп табиптар ҙа аптырай. Ошо ҡатынды “ул наркоман, ауырыу” тип йәлләп буламы? Юҡтыр. Ул бит бер ҙә үҙен һатмаған, ә көсһөҙ сабыйҙы шундай ыҙаларға дусар иткән, уны ғүмерлеккә ғәрип итеп ҡалдырған.
Эйе, наркомандар үҙҙәрен йәлләтеү өсөн ниҙәр генә уйлап тапмай! Иң таралғаны – “алтын укол” ҡаҙап үлеү менән янау. Йәнәһе, наркотиктың дозаһын арттырып үлеү. Ул йәһәттән бер әсәнең һөйләгәндәре һәр кемгә фәһем булырлыҡ. “Минең улым 12 йәштән наркотик ҡуллана башланы. Тәүҙә мин бер нәмә лә белмәнем. Өйҙәге әйберҙәр юғала башлағас ҡына нимәлер һиҙенеп, ҡул тамырҙарын күрһәтеүен талап иттем. Унан һуң тамуҡ тормошо башланды. Нимә тип кенә алдамай ине ул! “Етте, ташлайым, табипҡа күренер өсөн 500 һум кәрәк”, – тип аҡса алып сығып китә лә, күҙҙәре тоноп ҡайта. 17 йәшендә: “Мин һиңә күп ҡайғы күрһәттем, башҡа улай йәшәй алмайым. Миңә наркотикты артыҡ ебәреп үлергә кәрәк. Кайф аҫтында үлгәс, мин бер нәмә лә һиҙмәйәсәкмен. Һин дә иларһың-иларһың да тынысланырһың”, – тине. Икәүләшеп ҡосаҡлашып иланыҡ. Унан мин бының өсөн күпме аҡса кәрәк булыуын һораным. Сөнки уның менән көрәшеп, йоҡоһоҙ төндәр, билдәһеҙлектән алйыр хәлгә еткән, арыған инем. Улым минең менән мәңгелеккә хушлашып, 5000 һум аҡса тотоп сығып китте. Наркотиктар һатып алып, уны көн һайын аҙлап ҡына ебәреп, бер аҙна «рәхәтлектә» йәшәгәндән һуң, ҡайтып инде. Тағы алдауҙар, ышандырыуҙар, һуңынан миңә ҡул күтәрергә лә тартынмай башланы. Уны көскә аноним наркомандар йәмғиәтенә алып барыуға өлгәштем. Унда ми-нең кеүек хәсрәткә, күҙ йәштә-ренә батҡан ата-әсәләр бик күп. Йәмғиәтте ойоштороусылар беҙҙең төп хатабыҙ – наркоман балаларыбыҙҙы йәлләү икәнлеген аңлатты. “Улар һеҙҙе бер ҡасан да йәлләмәйәсәк!” – тигән һүҙҙәр ни тиклем хаҡ булыуын аңланыҡ. Наркоманды йәлләргә, уға бушаҡлығыңды күрһәтергә ярамай, ҡа-ты һәм ваҡытты һуҙмай эш итергә кәрәк. Шуға күрә улым күпме генә өгөтләһә лә, мин уны кире алып ҡайтманым. Дауаланыуы уңышлы бара. Әгәр мин ваҡытты һуҙмай, улымды йәлләмәй, кеше ни әйтер, тип уйланмай, шунда уҡ ошо йәмғиәткә мөрәжәғәт иткән булһам, баламдың да, үҙемдең дә тормошом күпкә яҡшыраҡ юлдан тәгәрәр ине”.
Әҙәм балаһының киләсәген балта менән өҙә сапҡан наркотиктарҙың ҡолона әүерелеүен бер нисек тә аҡлап булмайҙыр. Шул уҡ ваҡытта ошо ағыу менән кәсеп итеп, сереп байығандарҙы ҡатыраҡ хөкөмгә тарттырһалар ине. Мәҫәлән, Ҡытайҙа наркотик һатҡан кешене генә түгел, ә уның бар туғандарын үлем язаһына хөкөм итәләр. Ә беҙҙең илдә наркотиктарҙан һәләк булған йәштәрҙең ҡәберлектәре арта бара. Оло бәхетһеҙлеккә, был күренеш беҙҙең районға ла хас.
Эйе, киләсәгебеҙҙе наркотиктарҙан һаҡлап, һау-сәләмәт бы-уын үҫтереү – һәр кемебеҙҙең оло бурысы. Бының өсөн бала ме-нән уртаҡ тел табыу, уның шөғөл-дәрен белеү, ауыр саҡта ярҙамға килер дуҫына әүерелеү мөһим. “Кисәге наркоман булмай” тиһә-ләр ҙә, үлемесле ағыуҙан баш тар-тып, тулы тормош менән йәшәү-селәр бихисап. Тик был оло ихтыяр көсөн, яҡындарыңдың таянысын тойоуҙы талап итә. Үҙегеҙҙең, балаларығыҙҙың, апай-ағайҙарығыҙҙың ғүмере, хатта иң ҡурҡыныс юл менән дә, тик наркотик табыуға ғына ҡоролмаһын өсөн, ошо минуттан уйланығыҙ, кешеләр!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.