27 июн. 2012 г.

Ауыл хужалығы

“Йәшел ураҡ” көндәлеге

Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында мал аҙығы әҙерләү дауам итә. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, хужалыҡтар бар көсөн бесән һәм йәшел масса туплауға йүнәлтә. Кисәге көнгә 2003 гектарҙа үлән сабылған (планға ҡарата 9%), 184 тонна бесән әҙерләнгән. Сенаж иһә 2601 тонна һалынған.
 

Бесән әҙерләүгә Ленин исемендәге, “Аҡморон”, “Уңыш” АХК-лары, “Йылайыр” ЯСЙ-һы ғына тотонған. Сенаж һалыу менән Ленин исемендәге һәм “Рассвет” АХК-лары шөғөлләнә. Әлегә был ике хужалыҡта һәр шартлы малға ҡарата 6,6 һәм 2,4 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған.
Пар ерҙәре 3948 гектарҙа эшкәртелгән.  570 гектарҙа ҡоротҡостарға ҡаршы химик эшкәртеү үткәрелгән.

Һөт һауыу

25 июнгә ҡарата районда көндәлек тулайым һауым 336 центнер тәшкил итә. Һуңғы көндәрҙәге яуым-төшөм малсылыҡ продукцияһын етештереүгә һиҙелерлек файҙа килтерҙе. Әле көндәлек тулайым һәм уртаса һауым буйынса Ленин исемендәге АХК беренселекте бирмәй. Бында күрһәткестәр 71 ц һәм 14,2 кг тәшкил итә. Шулай уҡ “Байҡара”, “Мырҙаҡаев”, “Союз”, “Октябрь” хужалыҡтары ла был йүнәлештә яҡшы эшләй.  
 
Һөттөң ҡуйылығы Салауат, Ленин исемендәге,  “Рассвет”, “Баймаҡ” ҒПБ-һында, тауарлылығы “Союз”, “Рассвет”, “Уңыш”, “Октябрь”, Салауат исемендәге АХК-ларҙа юғары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.