27 июн. 2012 г.

Сәнәғәт

«Зәңгәр яғыулыҡ» кәрәкме?


Баймаҡта газ селтәрен төҙөү дауам итә, ләкин был тәңгәлдә проблемалар ҙа бихисап, эшләнәһе эштәр ҙә байтаҡ. Халыҡ ни өсөндөр һорап, үтенеп алған “зәңгәр яғыулыҡ” менән файҙаланырға ашыҡмай. Сәбәптәре нимәлә? Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙе һорап, тейешле органдарға мөрәжәғәт иттек.

Муниципаль район хакимиәтенең баш архитекторы В.В. Бритов:
– Уҙған йылда Баймаҡ ҡалаһында 14 километр 269 метр оҙонлоҡта газ торбалары һуҙылды. Уның өсөн 15 миллион һум аҡса бүленергә тейеш ине, ләкин проект тулыһынса  финансланманы. Шунлыҡтан бөгөн муниципаль район хакимиәте “зәңгәр яғыу-лыҡ” объекттарын эксплуатациялауға тапшырыу һәм йорттарға индереү өсөн өҫтәмә аҡса бүлеү юлдарын эҙләй.
Ҡалала газ селтәрен артабан да һуҙыу өсөн проект-смета документацияһын алыу мөһим, шунһыҙ газ төҙөлөшө өсөн финанс юллау мөмкин түгел. Бөгөн “Стройпроект” ЯСЙ-һы Моряков, Насыров, Нуриев һәм өлөшләтә Стаханов урамдарына газ торбалары һуҙыу өсөн проект документтарын әҙерләү менән шөғөл-ләнә.
Белеүебеҙсә, ҡаланың Көньяҡ микрорайонында ла проблемалар етерлек. Республика бюджеты иҫәбенән “Башагропромпроект” ДУП-ы газ селтәре һуҙыуға бәйле проект әҙерләне, бөгөн ул Дәү-ләт эксперты идаралығында тикшереү үтә. Дөйөм алғанда, был микрорайонда 35 километр газ селтәре төҙөлөшө ҡаралған. Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, быйыл Көньяҡ микрорайонында газ селтәрен төҙөү-монтажлауға 8 миллион һум бүлеү планлаштырыла. Июль айында Дәүләт экспертиза идаралығынан рөхсәт килгәс тә, барлыҡ монтажлау эштәрен ат-ҡарып сығыу өсөн аукцион иғлан ителәсәк.
Ә хәҙер бер аҙ проблемалар хаҡында. Бөгөн ҡалала төҙөлгән газ селтәренең 70 проценты ғына файҙаланыла. Ә был күрһәткес 90 процент булырға тейеш. Фәҡәт ошо факт республика бюджетынан артабанғы газ селтәре төҙөлөшөнә финанс бүлеүҙе һорауға кәртә булып тора. Газ торбалары һуҙылған икән, ул тулыһынса файҙаланылырға тейеш. Кире осраҡта, газ селтәре төҙөлөшө хаҡында һүҙ алып барыу урынһыҙ. Быны халыҡ аңлап ҡабул итергә һәм йорттарына “зәңгәр яғыулыҡ” индерергә тейеш. Башҡа урамдарҙа, ауылдарҙа газ селтәре төҙө-лөшө мәсьәләһе хәл ителмәүенең дә төп сәбәбе ошо.
Бөгөн банктар аша халыҡҡа йорттарына газ индереү өсөн  маҡсатлы кредиттар биреү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. 
“Газ-сервис” ААЙ-һының Сибай филиалы Баймаҡ участкаһы начальнигы 
И.С. Хисмәтуллин:
– 2012 йылдың 20 июненә ҡарата, районды иҫәпкә алмайынса, Баймаҡта 162 километр газ торбалары һуҙылған һәм файҙаланыуға тапшырылған. Ҡалала тәбиғи газ менән 4571 абонент файҙалана.
Баймаҡ участкаһы коллективы көсө менән 14 километрҙа газ селтәре һалынған. Ләкин, финанс булмау сәбәпле, ул эксплуатация-лауға тапшырылмай ҡалды. Был селтәрҙә 70 нөктә монтажланған. Был күрһәткес көҙгә табан тағы ла артасаҡ, халыҡтан заявкалар килә. Тимәк, беҙгә ышаныс белдерәләр.
“Газ-сервис” фирмаһы көсө менән дүрт күп ҡатлы торлаҡ   йортҡа һәм медицина хеҙмәт-кәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән бер ятаҡҡа газ селтәре индерелде. Әлибаев урамында “зәңгәр яғыу-лыҡ”ты көйләүсе бер яңы шкаф урынлаштырылды һәм ул бөгөн эксплуатациялана. “Баймаҡ деликатестары” ит комбинатына һу-ҙылған газ селтәре файҙаланыла башланы.
Яңы газ торбалары төҙөлөшө менән бер рәттән ағымдағы эштәр ҙә алып барыла. Газ ҡоролмаларын файҙаланыуға тапшырыу, ҡулланылған яғыулыҡты иҫәпләүсе приборҙарҙы алмаштырыу, ҡаҙанлыҡтарҙы һәм газ плита-  ларын ремонтлауға заявкалар ҡабул итәбеҙ.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһында:
монтажсы Владимир Кольцов һәм иретеп йәбештереүсе Сергей Маврин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.