27 июн. 2012 г.

Тантаналар

Академик М.Н. Иҫәнбаев

премияһын тапшырҙы


Тыуған төйәген онотмаған, уның тураһында хәстәрлек күргән шәхестәр һәр саҡ һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғолары уята. Билдәле профессор, академик М.Н. Иҫәнбаев 23 июндә II Этҡол мәктәбенең 11-се һәм 9-сы сығарылыш класс уҡыусылары менән осрашып, үҙенең бүләктәрен һәм премияһын тапшырҙы.

Мазһар Насип улы тыуған ауылының өмөтлө йәштәрен үҫтереү, уларға ярҙам итеү теләге менән 10 йыл элек үҙенең премияһын булдырғайны. Бынан тыш ул яҡташтарына ярҙам итеү йәһәтенән бик күп эштәр башҡара. Быйыл М.Н. Иҫәнбаевтың 5 мең һумлыҡ премияһына Айҙар Арыҫланов лайыҡ булды. Айҙар район, республика, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа призлы урындар яулаған, фәнни-тикшеренеү эштәрен уңышлы башҡарған уҡыусы. Мазһар Насип улы шулай уҡ мәктәпкә компьютер бүләк итте. Сығарылыш класс уҡыусылары М.Н. Иҫәнбаев үҙенең монографияларын бүләк итеүенә ныҡ шатланды. Мазһар Насип улы: “Ошо тантанаға нисәмә йылдар килеүемә ҡарамаҫтан, бик ныҡ тулҡынланам. Мин дә ауылыбыҙ мәктәбен 1951 йылда тамамлағайным. Уҡытыусыларым әле лә күҙ алдымда, улар һәр саҡ минең хәтеремдә. Кәрәкле һөнәр һайлап, тыуған төйәгегеҙ, илегеҙ өсөн кәрәкле бегестәр булыуығыҙҙы теләйем. Шулай уҡ тәрбиәле, матур ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү мөһим булыуын онотмағыҙ”, – тигән теләктәрен еткерҙе.
Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов уҡыусыларҙы тәбрикләп: “Бөгөн һеҙ ҙур тормош һынауы алдында. Тырыш, эшһөйәр, маҡсатҡа ынтылыусан кешеләрҙең генә барыһына ла өлгәшеүен онотмағыҙ. Тыуған яғыбыҙҙың ғорурлығы булыуығыҙҙы теләйем”, –тине.
Тантанала сығарылыш класс уҡыусыларына бик күп изге теләктәр еткерелде. Балалар ҙа уҡытыусыларына, тыуған мәктәбенә оло рәхмәтен белдерҙе, һуңғы мәктәп вальсында өйөрөлдө. Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан егет һәм ҡыҙҙарҙың хыялдары тормошҡа ашыуын, ҙур-ҙур уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.