20 июн. 2012 г.

Яңылыҡтар

Ҡала Советы ултырышы үтә

2012 йылдың 21 июнендә сәғәт 3-тә мәғариф бүлегенең ултырыштар залында Баймаҡ ҡалаһы ҡала Советының сираттағы ултырышы үтә.
Ултырышҡа ҡала биләмәһе Советы депутаттары, ҡаланан һайланған район Советы депутаттары, предприятие, ойошма һәм учреждение етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйҙары, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре саҡырыла.

Ҡотлайбыҙ!

Баймаҡ районы китапханаһының өлкән библиографы Разифа Әнүәр ҡыҙы Йәнтүрина, шулай уҡ Милли йәштәр театры директоры, яҡташыбыҙ Ринат Исҡужа улы Ишмуллинға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелде. 

Ауылдаштарым иғтибарына!

Хәҙер инде бөткән ауылдар рәтенә ингән, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан тыуған ауылыбыҙ Фәйзулла әкренләп юҡҡа сыҡты. Шул уҡ ваҡытта бында ерләнгән ғәзиз туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Шуға күрә Фәйзулла зыяратын күмәкләп кәртәләү сараһын күреү мөһим. Бының өсөн Татлыбай ауыл биләмәһенә йәки миңә 4-37-23 телефоны буйынса мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала. Ата-бабаларыбыҙҙың рухтарын рәнйетмәйек, туғандар!
Рәмилә Көмөшҡолова.

Ҡурайсыға арнап

15 июндә Төркмән ауылында атаҡлы ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы матур сара үтте. Кисәлә мәртәбәле ҡунаҡтар, Ғ. Сөләймәновтың туғандары  ҡатнашты. Оло ҡурайсылар Ғ. Хөсәйенов, С. Байназаров, Х. Баймурзин, И. Мәхийәнов һәм йәштәр А. Сирғәлин, А. Юлдашкин, Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡыусылары тантананы сихри ҡурай моңона күмде. Тамашасылар онотолмаҫ кисә өсөн ауыл биләмәһе, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ветерандар советы, “Атайсал”, ағинәйҙәр клубына оло рәхмәт әйтеп таралышты.
Фәрзәнә Гусельникова, китапханасы.

Уттан һаҡ булығыҙ!

Көндәрҙең ҡоро һәм эҫе тороуы янғындарҙың йышайыуына булышлыҡ итә. Үткән аҙнала ҡоро үләндең янып китеүе һәм Байыш, Иҫке Сибай, Бөрйәнйылға ауылдарында ут сығыуы теркәлгән. Янғындарҙың сәбәбе – балаларҙың шырпы менән шаярыуы, ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, электр сымдарының ҡыҫҡа тоташыуы.

Зыярат кәртәләнгән

Юлыҡ ауылы зыяраты заманса төҙөлөш материалы –профнастил менән кәртәләнгән. Был эш Йомаш ауыл советы тарафынан ойошторолоп, ауыл халҡы ярҙамы менән башҡарылған. Юлыҡтар 23 июндә Төгән йылғаһы буйына “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйыласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.