20 июн. 2012 г.

Рухиәт

Халыҡ хәтерен халыҡҡа еткереүсе


Күптән түгел Баймаҡ район китапханаһы тарафынан ойошторолған сарала Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, районыбыҙҙың Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Кәримова Фәниә Муса ҡыҙы Ярат һәм Беренсе Этҡол ауылында яҡташтары, ағинәйҙәр, әҙәбиәт  һөйөүселәр менән осрашып ҡайтты.

  Билдәле булыуынса, Фәниә Кәримова 2002 йылда үҙе уҡытҡан 1-се мәктәптә Ҡурай музейы асҡан, 2006 йылда “Ҡурайсылар иле” исемле китабы район типографияһында донъя күрҙе һәм автор был йыйынтыҡ өсөн районыбыҙҙың Б.Вәлид исемендәге премияһына лайыҡ булды.  Ҡурайсыларға арналған был оло хеҙмәт, бер яҡтан, онотолмаҫлыҡ мираҫ булһа, хәҙерге ҡурайсылар ҙа индерелгәнлектән, уларға мәдхиә булып яңғыраны. «Ярат ауылында тыуып, Һаҡмар һыуында ҡойоноп, туғайҙарҙы гиҙеп, данлы Ямаш мәктәбендә уҡыуҙы дауам итеп, илһам алып үҫтем», – ти Фәниә Муса ҡыҙы. Атайҙан иртә үк етем ҡалдыҡ, шуныһы үкенесле, тип хәтерләп үтте.


Ауылдаштары Ильяс ағай Дәүләтбаев тәүге китабы буйынса фекерен еткерҙе һәм ҡурайға маһирлығын күрһәтеп “Зөлхизә”не һыҙҙырҙы, мәғариф ветераны Ҡасҡынова Зәлифә апай ҙа: “Фәниә мәктәптә үк бөтә яҡтан алдынғы, әүҙем булды,  уҡыусыларҙы йәштән үк ҡыйыу, батыр, белемле, тырыш булығыҙ, тип әйҙәне”, – тип һөйләне. Сарала шулай уҡ яҙыусының туғаны Кәримова Әминә, Башҡортостан  мәҙәниәте  һәм тарихы уҡытыусыһы Л.Әхмәтова, рус теле уҡытыусыһы, 5-се класс етәксеһе Г.Юлдашбаева класын алып килгән ине. Уҡыусылар Ишҡыуатов Рәфил, Дәүләтбаев Арыҫлан, Мырҙаҡаев Рәмзил, Хәлиуллина Нәркәс “Халыҡ хәтере”ндәге легендалар, Баймаҡ, Иҙелбай, Таналыҡ, Быҙаулыҡ йылғалары, Илсебикә тауы һәм башҡа топонимдарҙың килеп сығышы  менән ҡыҙыҡһынды.

Ярат һәм Йәрмөхәмәт китапханасылары Рима Исмәғилева, Гөлнара Ишҡыуатова осрашыуҙы, ижади-әҙәби кисәне бик йәнле һәм фәһемле итеп алып барҙылар.

Шул уҡ көндә ҡунаҡтарҙы Беренсе Этҡол ауылының яҡты, матур китапхана залында 10-сы класс уҡыусылары, урындағы ағинәйҙәр клубы ағзалары  ҡаршы алды. Китапханасы Ира Байрамғолова Фәниә Муса ҡыҙының  тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны. Ҡурай музейының 10 йыллыҡ юбилейы билдәләнеүен, китаптары тураһында һөйләп үтте. Артабан уҡыусыларға һүҙ бирелде. Урындағы мәктәп музейы етәксеһе, тарих уҡытыусыһы В.Ғүмәрова һәм ауыл китапханасыһы уҡыусыларҙың сығыштарын ентекле әҙерләгән. Уҡыусылар «Халыҡ хәтере»н уҡыу ғына түгел, легендаларҙы яттан һөйләне. «Йәнгүҙәй», «Абдрахман ташы», «Шәмси осҡан таш», «Килмәк ҡаяһы», «Кәбән таш» легендаларын яңы сыҡҡан китаптан уҡырға өлгөрмәгән  ағинәйҙәр ҙә ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Артабан улар үҙҙәренең ата-бабалары, өләсәләре тарафынан хәтеренә һеңдерелгән һуғыш йылы таҡмаҡтарын эске бер моң, һағыш менән башҡарҙы. Шулай уҡ мәғариф ветераны Хөснә Рыҫбаева етәкселегендә күңелле йырҙар әҙәби-музыкаль кисәгә  йәм өҫтәне.  Ҡатнашыусылар Фәниә Кәримоваға  арымай-талмай ауыл, өй һайын йөрөп һорашып, таҡмаҡ, мөнәжәттәрҙе яҙып алып, фотоһүрәттәрҙе, кемдең ҡайҙан икәнен ташҡа баҫҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Кисә аҙағында хөрмәтле ҡунаҡ  уҡыусыларҙың күп кенә һорауҙарына  яуап биреп, китаптың һуңғы битендәге аҡыл ҡеүәһе тапҡыр һүҙҙәр теҙмәһенә туҡталып китте һәм уҡыусыларға тик уңыштар юлдаш булыуын, ағинәйҙәргә һаулыҡ теләне.

Зөһрә Юнысова.
Баймаҡ ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.