9 июл. 2012 г.

7 ИЮЛЬ – ХАЛЫҠ-АРА КООПЕРАЦИЯ КӨНӨ

     УЛАР ИҢЕНДӘ – СОЦИАЛЬ МИССИЯ


     Берләшкән милләттәр ойошмаһы ҡарары буйынса 1995 йылдан алып июль айының тәүге шәмбеһе Халыҡ-ара кооперация көнө тип билдәләнә. Ә илебеҙ тарихына күҙ һалһаҡ, Петровск заводында (хәҙерге Петровск-Забайкальский ҡалаһында) эшләгән һөргөнгә ебәрелгән декабристар “Ҙур артель” йәмғиәте төҙөй һәм шул мәлдән Рәсәйҙә кооператив хәрәкәт башлана. Уның Уставы нигеҙенә ирекле ағзалыҡ, тигеҙлек, тауарҙы бары тик ҡулаҡсаға һатыу, ағзаларҙың иғәнә индереүе, идаралыҡ һәм контролдә тотоу органдарын йәшерен тауыш менән һайлау, пайсылар алдында идаралыҡтың һәм ревизия комиссияһының отчет биреүе принциптары һалына. Декабристар кооперативы йәмәғәт туҡланыуы, берәмләп һатыу, йәшелсәселек, мал һимертеү менән шөғөлләнә, төрлө оҫтаханалар тота. “Ҙур артел”де барлыҡҡа килтергән принциптар бөгөн дә үҙ әһәмиәтен юғалтмай һәм ҡулланыусылар кооперацияһы эшмәкәрлегенең төп нигеҙе булып тора.

     Әлеге ваҡытта урындағы “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәте коллективы, кооперация хәрәкәтенең бер өлөшө булараҡ, данлы традицияларына тоғро ҡалып, үҙенә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәй. Ҡулланыусылар йәмғиәте кооперативы нигеҙҙә ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү, эшкәртеү һәм һатыу, сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, кешеләргә эш урындары булдырыу буйынса артабан да һөҙөмтәле эшләүҙе иң алғы планға ҡуя. Һөнәри байрамдары уңайынан беҙ ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Фәриҙә Алтынғужа ҡыҙы Күсеева менән осрашып әңгәмәләштек.
     – Район халҡының байтаҡ өлөшөн беҙҙең йәмғиәт хеҙмәтләндерә. Хәҙерге көндә йәмғиәт ҡарамағында 30 магазин иҫәпләнә, шуның бишәүһе – ҡалала. Баймаҡ ҡалаһында кондитер цехы һәм Темәстә пекарня эшләй. Халыҡтан ит, йомортҡа, йөн һ.б. йыябыҙ, уларҙы йә эшкәртәбеҙ, йә һатыуға сығарабыҙ. Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында алдан ҡаралған план 102 процентҡа үтәлде. Уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда икмәк бешереү күләме 12 процентҡа артты. Үҙебеҙ етештергән икмәк-булка, кондитер изделиеларын, билмән, манты, голубцы кеүек төрлө ярымфабрикаттарҙы магазиндарыбыҙ аша һатыуға сығарабыҙ. Бынан тыш, башҡа сауҙа нөктәләре, шәхси эшҡыуарҙар менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ.Былтыр пекарняларға яңы мейестәр ҡуйылды, икмәк ташыуға ҡулайлаштырылған машиналар һатып алынды.
     Сауҙа нөктәләре селтәрен киңәйтеү буйынса планлы эш алып барыла. Оҙаҡламай Сәйғәфәр ауылында тағы ла бер магазин асыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Татлыбай ауылында әҙер магазин тора, тик бына һатыусы табып булмай. Ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә һатыусы эҙләйбеҙ. Темәс ауылындағы универмаг бик табышлы эшләй. Уның бер өлөшөн ҡуртымға бирҙек. Универмаг коллективы тауар әйләнеше күләмен 4 тапҡырға арттырыуға өлгәште. Унда бығаса өс кеше эшләй ине, тағы ла бер өҫтәмә эш урыны булдырмаҡсыбыҙ. Баймаҡта күмәртәләп һатыу склады асырға ла уй бар, тик был өлкәлә белемле, замана техникаһы – компьютер һәм төрлө программалар менән эш итә белгән кадрҙар кәрәк.
     Уйлап ҡараһаң, эшһеҙлек проблемаһын хәл итеүгә тос өлөш индерәбеҙ. Әлеге мәлдә беҙҙең йәмғиәттә 146 кеше эшләй. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте менән дан алған кооперация ветерандары, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн маҡтауға лайыҡ бөгөнгө белгестәр менән бер рәттән, йәш кадрҙар ҙа эшкә килә. Нисек кенә булмаһын, һәр өлкәлә алға барыу, үҫешеү өсөн инициативалы йәш кадрҙар кәрәк. Яңыраҡ эш башлаған һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән йәштәрҙән ҡалалағы 5-се магазин һатыусыһы Әлиә Түвәнәева, менеджер Рәмил Әфләтунов, бухгалтер Илдус Юнысбаевтарҙы әйтеп үтер инем. Үҙ эшенең оҫталары һатыусы Гөлнур Әбсәләмова, товаровед Фирҙәүес Ишмәтова, пекарҙар Рәмилә Перкина, Фәүзиә Ҡотломбәтова, кондитерҙар Зәйтүнә Төлкөбаева, Гөлгөл Иҫәнаманова, ярымфабрикаттар әҙерләү буйынса мастер Миңзифа Вакарева һ.б. йәмғиәт эшенә тос өлөш индерә. Күп нәмә ҡала һәм ауыл магазиндарына продукция ташыусы водителдәрҙең эшенән тора. Улар – гараж мөдире Николай Башкуров, водителдәр Дмитрий Хренов, Владимир Швецов, Рәсүл Ишдәүләтов, Владимир Иванов, Владимир Порошин.

     Үҙ көсөбөҙ менән йәмғиәт офисы урынлашҡан бинаның икенсе ҡатындағы, кондитер цехындағы барлыҡ тәҙрәләрҙе пластик тәҙрәләргә алмаштырҙыҡ. Бының өсөн былтыр пластик тәҙрәләр етештереү өсөн махсус ҡорамалдар һатып алдыҡ. Тәҙрәләр етештереү буйынса мастер Дамир Биктимеров, йәш булыуына ҡарамаҫтан, был эште бик тиҙ үҙләштерҙе. Был йүнәлештә эшебеҙ артабан дауам итәсәк, цех универмаг бинаһында буласаҡ. Әле үк тәҙрәләргә заказ биреүселәр бар, иң тәүҙә үҙебеҙҙең ҡул аҫтындағы биналарҙыҡын алмаштырып бөтһәк, аҙаҡ заявкалар буйынса эшләрбеҙ, тип план ҡорабыҙ. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта ҡалалағы “Универмаг” бинаһында  реконструкция бара. Төҙөлөш буйынса инженер Ринат Рамаҙанов етәкселегендә йылылыҡ, электр селтәре тулыһынса алмаштырыла, стеналар, түбәләр тигеҙләнә, иҙәндәргә плиталар йәйелә. Махсус рәүештә монтажниктар бригадаһы саҡырылды, улар бинаның бер стенаһын ҡаплап торған ҙур-ҙур быяла тәҙрәләрҙе һүтә, унда ла пластик тәҙрәләр ҡуйыласаҡ. Оҙаҡламай универмагта заманса бутиктар барлыҡҡа киләсәк. 70-се йылдар башында төҙөлгән бинаның ҡыйығын алмаштырыу ҙа талап ителә, был эш киләһе йылда башҡарыласаҡ. Реконструкцияны бары тик үҙ көсөбөҙ менән алып барабыҙ, ҡалабыҙҙың 75 йыллыҡ юбилейына ҡарата үҙенсәлекле бүләк буласаҡ был. Сентябргә эштәрҙе тамамлап,  универмагты ҡабаттан асырға йыйынабыҙ.
     Ғөмүмән, алда пландар бихисап. Эшләргә лә эшләргә кәрәк. Үҙебеҙгә йөкмәтелгән социаль миссияны аҡлап, халыҡ мәнфәғәтендә етештергән продукция күләмен арттырыу, ауыл хужалығы продукцияһын йыйыу-әҙерләү, эшкәртеү системаһын камиллаштырыу, производствоны һәм сауҙа өлкәһен модернизациялауҙа әүҙем ҡатнашыу бурысы тора алдыбыҙҙа.
     Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе, кооперация ветерандарын ихлас тәбрикләйем, барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем.
     Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.
     Автор фотоларында: «Эшемде бик яратам», – ти йәш һатыусы Әлиә Түвәнәева; универмаг бинаһы төҙөкләндерелә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.