9 июл. 2012 г.

8 ИЮЛЬ — РӘСӘЙ ПОЧТАҺЫ КӨНӨ

     КӨЛӘС ЙӨҘЛӨ ЗӘЙТҮНӘ


     Кеше яҙмышы... Тормош һуҡмаҡтары әҙәм балаһын ҡайҙа ғына йөрөтмәй! Бынан 34 йыл элек, 1978 йылдың йәйендә, Баймаҡ ҡалаһы һылыуы Зәйтүнә Ғәйнислам ҡыҙы Йомағолованы ла, яҙмыш ҡушыуылыр инде, Татлыбай почтаһы бүлексәһенә эшкә ебәрәләр. Тәүге көндән үк оҙон толомло һылыу ауыл халҡының үҙ кешеһенә әйләнә. Шул уҡ йылдың декабрендә ауылыбыҙҙың уңған егете Марат Әнүәр улы Йәнтүрин менән яҙмыштарын бәйләйҙәр. Мөхәббәт емеше булып һыу һөлөгөләй Лилиә, Гүзәл, Рәмзилә исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Улар матур булып үҫеп етеүгә Нуриман атлы улға ғүмер бүләк итәләр. Ике ҡыҙы – уҡытыусы, өсөнсөһө бухгалтер һөнәрен үҙ итеп, эш башлап, тормошҡа сығып, Сибай ҡалаһында төпләнеп татыу ғүмер итәләр. Нуриман әлегә мәктәп уҡыусыһы.

     Тәбиғәттең наҙға тулышып йәшәргән мәле – апрель айында Зәйтүнә Ғәйнислам ҡыҙы үҙенең күркәм юбилейын – 55 йәшен туйланы. Юбилярҙы хөрмәтләп, мәҙәниәт йортонда матур кисә лә ойошторолдо.
     Зәйтүнә Ғәйнислам ҡыҙы – үҙ эшенең оҫтаһы. Шуға күрә ул бихисап Почет грамоталарына, “Элемтә ветераны” исеменә лайыҡ булды. 37 йыл хеҙмәт юлының 34 йылын почта элемтәһе бүлексәһенең етәксеһе вазифаһында эшләй. Әлбиттә, эшендә уңыштар менән бергә ауырлыҡтар ҙа осраны. Әммә Зәйтүнә Ғәйнислам ҡыҙы уларҙы ғәҙел еңеп сыға алды.
     Хәҙерге ваҡытта ла хеҙмәт ветераны үҙенең эшен лайыҡлы дауам итә. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла ул, ауыл тормошона ҡағылышлы барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай. Гүзәл ҡатын-ҡыҙ булараҡ гөл-сәскә үҫтерергә бик тә ярата.
     Ошо көндәрҙә һөнәри байрамын билдәләгән Зәйтүнә Ғәйнислам ҡыҙын ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай ғаилә бәхете теләйбеҙ. Гел шулай  көләс йөҙлө, кешелекле, кеселекле булып ҡал, Зәйтүнә!
     Таңсулпан БАЙБУЛОВА, китапханасы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.