9 июл. 2012 г.

8 ИЮЛЬ — ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ

     Алтмышын туйлаған бәхетле пар


     Һоҡланғыс кешеләр була донъяла. Уларҙың йәшәү рәүеше, аҡыллы фекерҙәре, бар булмышы һәр кемгә үрнәк. Икенсе Этҡолда йәшәүсе Исҡужиндарҙы нәҡ шундайҙар рәтенә индереп була.

     Зәкирә Һиҙиәт ҡыҙы һәм Шаһиғәле Ирғәле улы 1951 йылда өйләнешәләр. Шуныһы ҡыҙыҡ, уларҙы бер-береһенә димләп ҡушалар. Шуға ҡарамаҫтан, әле 18-е лә тулмаған пар бик матур ғаилә ҡора.
     Шаһиғәле Ирғәле улына 11 йәштән колхоз эшенә егелергә тура килә. Малай ғына булыуына ҡарамаҫтан, ул өлкәндәр менән бер рәттән ең һыҙғанып эшләй. Әрме сафына алынғансы нығынып, егет ҡорона инеп өлгөрә. Һалдат булараҡ та һынатмай, Ватан һағында тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булып өс йыл хеҙмәт итә. Шаһиғәле Ирғәле улы колхозда төрлө эштәр башҡара. Һыйыр, һарыҡ, артабан 18 йыл йылҡы көтә. Ауыр эшен ысын күңелдән башҡарған колхозсыны һәр саҡ маҡтап телгә алалар. Уны СССР ВДНХ-һының баҡыр, Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары һ.б. бихисап наградалар менән бүләкләйҙәр. Хеҙмәт күрһәткестәре юғары булған Шаһиғәле Ирғәле улы район чемпионы титулын яулай, “Урал” колхозындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн дә бүләкләнә. Бынан тыш һүҙе үткән, кешелекле, кеселекле Ш.И. Исҡужинды депутат итеп тә һайлайҙар.
     Хөрмәтле хеҙмәт ветеранының тормош юлдашы, ныҡлы терәге Зәкирә Һиҙиәт ҡыҙы ла колхозда һынатмай эшләй. Уның “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы һәм бик күп маҡтау ҡағыҙҙары бар. Зәкирә Һиҙиәт ҡыҙы ҡымыҙсы булып эшләп ҙур уңыштарға өлгәште. Йәй етһә, Исҡужиндар ғаиләһе Ишей яғында ҡырҙа мал көтөр, ҡымыҙ бешер ине. Уларҙың янына  барһаң, ҡайтҡы ла килмәй торғайны. 
     Иң мөһиме, һигеҙ бала әсәһенә “Әсәлек даны” ордены ла тапшырылған. Эйе, бәхетле Исҡужиндар ғаиләһендә 6 малай һәм 2 ҡыҙ донъяға килә. Ырыҫлы, бәрәкәтле йортта тәрбиәләнгән балалар, ата-әсәһенең ярҙамы менән, тормошта үҙ урынын таба алды.
     Зәкирә Һиҙиәт ҡыҙы һәм Шаһиғәле Ирғәле улының бергәләшеп донъя ҡороуҙарына 60 йыл да тулды. Һирәк кешегә бындай бәхет, оҙон-оҙаҡ йылдар бергә йәшәү тәтей бит. Ә улар әле лә бирешмәй, бар донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып, гәзит-журналды ҡалдырмай уҡып, бер-береһенә терәк-таяныс булып ғүмер итә. Шаһиғәле Ирғәле улының 80 йәшен тултырған таңын да бәхетле пар ҡыуанып, бергә ҡаршы алды.
     Эштә лә, тормошта ла, ғаиләһендә лә һынатмаған ошондай матур-матур парҙарҙан йәштәребеҙ үрнәк алһын, тыуған төйәгебеҙҙә ныҡлы, берҙәм, ғүмерлек никахтар күберәк булһын ине.
     Фәниә МОСТАФИНА.
     Баймаҡ ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.