6 июл. 2012 г.

Акциялар

Иң яҡшыһы – һинең өсөн...


Йырсы Рәил Өмөтбаев һәм «Һаҡмар» гәзите Түбә балалар йортонда акция ойоштора

Балалар йортонда яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған сабыйҙар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылыуға ҡарамаҫтан, былар береһе лә йылы ғаилә усағын алмаштыра алмай. Шулай ҙа был кескәйҙәрҙең тормошон аҙ ғына булһа ла төрләндереү, күңелдәрен күтәреү маҡсатында мәрхәмәтле милләттәштәребеҙ бында тәрбиәләнеүселәр өсөн һирәкләп булһа ла төрлө ярҙам саралары ойоштороп тора. 17 июлдә шундай сараларҙың береһе көтөлә: “Һаҡмар” гәзите редакцияһы башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙо, Аҡморон ауылы егете Рәил Өмөтбаев һәм уның ижадташ дуҫтары менән берлектә Түбә балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн шәфҡәтлелек акцияһы ойоштора. Дәртле йырҙар, төрлө приздар, тәмлекәстәр, уйындар тормоштоң әсеһен күп татыған сабыйҙар өсөн оло бүләк булыр, тип ышанабыҙ.
Шулай уҡ... Дәртле хиттары менән йәштәрҙең генә түгел, оло быуындың да күңелен яулаған Рәил Өмөтбаев беҙҙе тағы ла ҡыуандырырға ашыға – күптән түгел ҡулына алған “Иң яҡшыһы – һинең өсөн...” тип аталған альбомының презентацияһына саҡыра. Унда яратҡан йырсыбыҙҙан тыш һылыуҙарҙың йөрәгенә ут һалған Ғайсар Миңлеғолов, сибәркәй Аделия Бакирова һәм дәртле DJ Bert иң шәп йырҙарын бүләк итәсәк. Улар: 12 июль – Билалда, 14 июль – Яратта, 15 июль – Икенсе Этҡолда, 16 июль – Беренсе Этҡолда, 17 июль – Йәнйегеттә, 18 июль – Иҫке Сибайҙа, 19 июль – Төркмәндә, 20 июль – Түбәнге Иҙристә күңелле концерт-дискотека үткәрә. Йәштәр, сағыу йондоҙҙар менән аралашырға, башҡорт моңона рәхәтләнеп бейергә, ял итергә ашығығыҙ!

Айгөл Иҙелбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.