6 июл. 2012 г.

Коррупцияға ҡаршы

Мәғлүмәт булырға тейеш



Район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре урындағы үҙидара органдары тарафынан “Коррупцияға ҡаршы” Федераль Законының үтәлешен тикшерҙе. “Дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәткә рөхсәт алыу” законына ярашлы, 19 ауыл советы биләмәһендә етешһеҙлектәр табылды. Улар Интернет селтәрендә тауарҙарға заказдар, эш, хеҙмәтләндереү һ.б. тураһындағы мәғлүмәтте урынлаштырмаған.
 
Шуға күрә район прокуратураһы 19 ауыл биләмәһе башлығына административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатты. Хәҙерге ваҡытта мировой судья тарафынан 5 ауыл биләмәһе башлығына административ штраф һалыныуы тураһында ҡарар сығарылды.
 
Е. МИХАЙЛОВ,
прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.