23 июл. 2012 г.

ТӘРБИӘ

    Музыка һәм балалар


    Бала аҡыллы, шат, көләс, миһырбанлы булып үҫһен өсөн беҙ, өлкәндәр, уны матурлыҡ һәм һөйөүгә сорнайбыҙ. Театр, музыка, һынлы сәнғәт – бындай матурлыҡтың бөтмәҫ-төкәнмәҫ шишмәһе булып тора. Нәҡ сәнғәт баланың хис-тойғоларын үҫтерә, фантазияһын байыта.
   
    Музыка, һынлы сәнғәт, театрҙың тарихы бай һәм боронғо. Педагогтың бурысы – балаға ошо сәнғәт мираҫын ҡабул итергә өйрәнергә ярҙам итеү.

    Мәктәпкәсә балаларҙы матурлыҡ донъяһына йәлеп итеү өсөн музыка етәксеһенә күп көс түгергә тура килә. Шуларҙың береһе – комплекслы күнекмәләр. Уларҙың барышында кескәйҙәр йырларға, бейергә, тасуири һөйләргә өйрәнә, шиғыр һөйләйҙәр, әкиәттән инсценировка ҡуялар, әүәләйҙәр, аппликациялар эшләйҙәр. Быларҙың барыһы менән дә шөғөлләнеү баланың күңел донъяһын үҫтерә, матурлыҡты күрергә өйрәтә.
 
    Баланың рухи донъяһын үҫтереүҙә фольклорҙың да әһәмиәте ҙур. Сөнки халыҡ йолалары кескәйҙәрҙе әхлаҡи яҡтан да тәрбиәләй. Төрлө халыҡ йырҙары, йолаларҙы атҡарыу, бейеүҙәр, әкиәттәр баланы тәрбиәләп кенә ҡалмай, ә оялсанлығын еңергә, ижади фекерләргә өйрәтә. Халыҡ мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, тиҙәйткестәрен әйтеп, халыҡ уйындарын уйнап, бала эмоциональ яҡтан асыла, ҙур теләк менән бындай уйын-күнекмәләргә ҡушыла. Ә балаларҙың үҙҙәренә ошо йолаларҙы сәхнәләштерергә ҡушҡанда! Мәҫәлән, Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, һабантуй һ.б. Бындай сағыу һәм күңелле уйындарҙан бер бала ситтә тороп ҡалырға теләмәйәсәк.
 
    Һәр кешене рухи яҡтан, тәү сиратта, классика үҫтергән һәм үҫтерә. Донъя мәҙәниәтенең мәшһүр композиторҙары, шағирҙары, скульпторҙары, яҙыусылары менән һәр бала кескәйҙән таныша. Һәм шул мәлдә кескәйҙең янында уны был матурлыҡ донъяһына йәлеп итерлек тәжрибәле педагог булырға тейеш.
 
    Баланы эмоциональ яҡтан үҫтереү өсөн классик репертуарлы күнекмәләр үткәреү мөһим. Шундай дәрестәрҙең береһе – ”Аҡҡош”. Балалар матур, ғорур ҡош менән билдәле композиторҙар, рәссамдар, яҙыусыларҙың ижады аша таныша. Башҡорт халыҡ ижадында ла аҡҡошҡа ҙур иғтибар бирелә. Шулай уҡ донъя мәҙәниәтенән төрлө пьеса, һүрәт, көйҙәр тыңларға була. Бынан һуң балалар ошо темаға һүрәт төшөрә.
 
    Әлбиттә, комплекслы күнекмә үткәреү бар педагогик коллективтың етди әҙерлеген талап итә. Өлкәндәр үҙ эшенә яуаплы ҡараған осраҡта ғына бала хис-тойғоло булып, сәнғәтте яратып үҫәсәк.    

    Миңлегөл МЕРӘҪОВА,
    “Айыуҡай” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.