19 июл. 2012 г.

Беҙҙең интервью

“Райондың киләсәге ҙур һәм яҡты”


“Баймаҡ районы – республиканың иң эре, етди һәм бик көслө төбәге, уның киләсәге бик ҙур. Быны яҡшы иҡтисади күрһәткестәр ҙә асыҡ дәлилләй. Бөгөн райондың халыҡ хужалығы тармағы үҫеш кисерә, был иһә ҙур өмөт уята”, – тип белдергәйне быйыл район һабантуйындағы сығышында БР Президенты Р.З. Хәмитов. Республика башлығы был фекере менән район хакимиәтенең төбәкте үҫтереүҙәге ролен юғары баһаланы.
Ысынлап та, һуңғы осорҙа ҡала һәм район ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде, яңы производстволар асыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла, үҙенсәлекле проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Халыҡ хужалығы тармағының күп өлкәләрендә үҫеш динамикаһы күҙәтелә. Быларҙың барыһы ла тыуған төйәгебеҙҙең яҡты киләсәгенә ҙур өмөт уята.
Хакимиәт башлығы И.Х. Ситдыҡов менән ойошторолған сираттағы актуаль интервьюла беҙ райондың ярты йыл эсендә социаль-иҡтисади өлкәһендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, бойомға ашырылаһы уй-ниәттәрҙе барлау, перспектив йүнәлештәрҙе билдәләү, проблемаларҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.

 
– Илшат Хәмит улы, ҡала һәм райондың социаль-иҡтисади тормошоноң ярты йыллыҡ эш йомғаҡтарын нисек баһалайһығыҙ?– Шуныһы ҡыуаныслы, район тотороҡло үҫеш юлына баҫты. Район хакимиәте тарафынан төбәктәге проблемаларҙы хәл итеү, уны яңы кимәлгә күтәреү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Милли проекттарҙы, республика һәм муниципаль программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырыу дауам итә. Социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙең үҫеш динамикаһы ла шул хаҡта һөйләй, бөтә тармаҡтар буйынса ла тиерлек үҫеш күҙәтелә. Әйтәйек, сәнәғәт предприятиелары тарафынан быйыл ярты йылда 231 млн 580 мең һумлыҡ эш башҡарылған. Йыл башынан сәнәғәт производствоһы индексы 115 процент тәшкил итте.
Ҡалаға нигеҙ һалыусы предприятие – Баймаҡ ҡойоу-механика заводының етештереү күләме 161,2 млн һум булды, был үткән осорға ҡарағанда 36,4 процентҡа күберәк. Әйткәндәй, унда производство ҡеүәттәрен арттырыу, яңы технологияларҙы үҙләштереү, һатыу баҙарын киңәйтеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Шул уҡ ваҡытта ДРСУ, “Талҡаҫ” шифаханаһы, АТП, РУС, почтамт, БТИ, тоҡомсолоҡ предприятиеһы, “Һаҡмар” леспромхозы, “Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексы табышлы эшләне. Ә инде төбәктә лә билдәле булған төҙөлөш предприятиеһы – Баймаҡ ПМК-һы етештереү күләмен үткән осор менән сағыштырғанда 4 тапҡырға арттырыуға өлгәште.
Ярты йыл эсендә торлаҡ төҙөлөшө, эш хаҡы артты, социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында үҫешкә өлгәшелде.
Ошо көндәрҙә генә район иҡтисадында мөһим урын тотҡан тармаҡтарҙың береһе – урман сәнәғәте өлкәһендә бик актуаль һәм шул уҡ ваҡытта сәйәси мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Баймаҡ урман сәнәғәтселәре союзы “Баймаҡ урмансылығы” дәүләт учреждениеһы ҡарамағындағы урман участкаларын арендалауға килешеүҙәр төҙөүгә хоҡуҡты һатыу буйынса аукционда еңеп сыҡты. Тимәк, үҙебеҙҙең урмандарға үҙебеҙ хужа буласаҡбыҙ, уға бәйле мәсьәләләрҙе урында хәл итәсәкбеҙ. Быны мин ҙур еңеү тип иҫәпләйем, сөнки сит арендаторҙар арҡаһында бөгөн күрше райондарҙа нимә ҡылынғаны күптәргә мәғлүмдер.
Дөйөм алғанда, район һәм ҡаланың ярты йыллыҡ социаль-иҡтисади күрһәткестәре яҡшы һәм ул артабан да үҫер тип ышанам. Яңы проекттарға нигеҙ һалыныуы, яңы производстволарҙың асылыуы, бөтә өлкәләрҙә лә эштең йәнләнеүе, халыҡтың иртәнге көнгә ышанысы артыуы, дәүләт тарафынан төбәккә ныҡлы иғтибар бүленеүе, инвесторҙарҙың беҙгә йөҙ менән боролоуы күп нәмә тураһында һөйләй.  2011-2015 йылдарға ҡабул ителгән Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы, Республика адреслы инвестиция программаларының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тыуған төбәгебеҙҙең яңы һулыш алыуын беҙ Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитовтың, Хөкүмәт Премьер-министры А.Ф. Илембәтовтың даими ярҙамы һәм хәстәрлеге менән бәйләйбеҙ.
 
– Иң мөһим тармаҡтарҙың береһе – агросәнәғәт комплексын үҫтереү йүнәлешендә быйыл етди аҙымдар яһалды, бығаса булмағанса дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Әммә аяуһыҙ ҡоролоҡ йәнә ҡабатлана. Уны еңеп сығыу өсөн ниндәй саралар күрелә һәм аграрийҙар дәүләт хәстәрлегенә өмөт итә аламы?– Бик тә актуаль һорау. Аграр район булараҡ, ауыл хужалығының һуңғы йылдарҙағы хәле борсоуға һала һәм уны һаҙлыҡтан сығарыу өсөн беҙ барыһын да эшләйбеҙ. Башҡортостан Президенты һәм Хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр алып барып, быйыл бюджеттан ҙур ярҙам алыуға өлгәштек – яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә 51 млн һум аҡса бүленде. Был иһә ауыл хужалығы предприятиеларына иркен тын алыу һәм сәсеүҙе яҡшы орлоҡ, минераль ашламалар һәм башҡалары менән тейешле технологиялар нигеҙендә ойоштороу мөмкинлеге бирҙе. Дәүләттән даими субсидия һәм дотациялар бүленеүе лә ҙур роль уйнай.
Районда 16 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 198 КФХ эшләп килә. Әйтергә кәрәк, ауыл хужалығы предприятиеларының барыһы ла тиерлек банкротлыҡ процедураһы аша үтте. Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Байҡара” хужалыҡтары уны уңышлы үткәреп, бөгөн төп тармаҡтарҙы үҫтереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Ә бына эре предприятиелар: “Һәүәнәк”, “Йылайыр”, “Ирәндек” совхоздары өсөн ул аяныслы булды, күптәре тарҡалды. Әлбиттә, банкротлыҡ бик ауыр мәсьәлә, уны беҙ генә хәл итә алмайбыҙ. Шулай ҙа элекке “Йылайыр” совхозын бөтөнләй тарҡатыуға юл ҡуйылманы, республика етәкселеге ярҙамы менән унда малды һаҡлап ҡалыу өсөн 17 млн һум аҡса алыуға өлгәшелде.
Әлбиттә, ауыл хужалығындағы хәлде биш йыл рәттән килгән ҡоролоҡ тағы ла ҡатмарлаштыра. Шул уҡ ваҡытта предприятиеларҙың ярлы матди-техник базаһы, сеймал эшкәртеүселәрҙең беҙҙең хужалыҡтарға ваҡытында түләмәүе ситуацияны киҫкенләштерә. Мәҫәлән, әле һөт эшкәртеү предприятиелары беҙҙең хужалыҡтарға 15 млн һум самаһы бурыслы. Шуның өсөн ауыл хужалығының бөгөнгө үҫешен тамырынан үҙгәртергә кәрәк тип иҫәпләйем. Беҙгә тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү, минераль ашламаларҙы күберәк ҡулланыу, баҫыуҙарға органик ашламалар индереү, элиталы орлоҡсолоҡто үҫтереү, малсылыҡтың аҙыҡ базаһын нығытыу һәм, әлбиттә, алдынғы технологияларҙы файҙаланыу, ҡоролоҡҡа сыҙамлы культураларҙы күберәк сәсеү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Күрше Әбйәлил районының “Красная Башкирия” хужалығы уңышлы ҡулланған нуль технологияһы тураһында ла уйланырға ваҡыт. Беҙҙең райондың аграрийҙары уларҙа бер нисә тапҡыр булып, тәжрибә уртаҡлашып ҡайтты.
Малсылыҡта иһә тоҡомло малсылыҡҡа иғтибар йүнәлтеү мөһим. Бында инде беҙгә селекция һәм тоҡомсолоҡ өҫтөндә эшләү мөһим.
Элекке Баймаҡ тәжрибә хужалығы, бөгөн инде “Баймаҡ” ғилми-производство базаһында ҡабаттан орлоҡсолоҡ хужалығы булдырыу зарур, был тәңгәлдә тейешле эш алып барыла. Был беҙҙең төбәкте үҫтереү программаһында ла бар.
Районда “Ғаилә һөтсөлөк фермалары” һәм “500 ферма” проекттарын урындарҙа тормошҡа ашырыу эштәре дауам итә. Һуңғыһында Ленин исемендәге һәм “Рассвет” АХК-лары ҡатнаша.
Әлбиттә, ҡоролоҡтан яфа күреүселәрҙе район, республика етәкселеге үҙ ярҙамынан ташламаясаҡ. Бер үк ваҡытта райондың ауыл хужалығы тармағын үҫтереү буйынса әле республика кимәлендә айырым программа әҙерләнә, был үҙ һөҙөмтәләрен бирәсәк, тип көтөлә.
 
– Һуңғы осорҙа районда яңы проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла, яңы производстволар файҙаланыуға тапшырыла. Бында, әлбиттә, Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы һәм Республика адреслы инвестиция программаларының роле ҙур. Яҡын арала ниндәй йүнәлештәге предприятиелар асыу, ниндәй объекттарҙағы эштәрҙе теүәлләү күҙ уңында тотола?– Эйе, райондың социаль-иҡтисади үҫешендә тап ошо программаларҙың урындарҙа уңышлы тормошҡа ашырылыуы мөһим урын биләй. Уның сиктәрендә былтыр Баймаҡта ит комбинаты файҙаланыуға тапшырылһа, әле Темәстә тәүлегенә 70 тонна һөт эшкәртеүгә һәләтле һөт заводы төҙөлә. Һуңғыһында төҙөлөш эштәре аҙағына яҡынлаша, яңы объектты быйыл асыу күҙ уңында тотола. Был иһә һөт продукцияһын урында эшкәртеү мөмкинлеге бирәсәк, сеймалды күрше райондарҙан йәлеп итеү мәсьәләһе лә ҡарала. Яңы производство төҙөү өсөн аҡса бүлгән инвестор “Башагрофин”ЯСЙ-һы элекке «Һәүәнәк» совхозы биләмәһендә буш торған малсылыҡ базаларын арендаға алып, унда малсылыҡ менән дә шөғөлләнергә ниәтләй. Был да мөһим фактор.
Белеүебеҙсә, районыбыҙ урман ресурстарына бик бай. Әммә беҙҙә ағастың яҡшыһы ғына файҙаланыла, ә бына түбән сортлыһы берәүгә лә кәрәкмәй булып сыға. Унан да бит кәрәкле тауар етештерергә мөмкин бит?! Бөгөн Бетерәлә һәм Икенсе Этҡолда инвесторҙарҙың көсө менән япраҡлы һәм ылыҫлы ағастарҙы эшкәртеп, продукция сығарыу буйынса производстволар асыу өҫтөндә эш алып барабыҙ. Тәүгеһендә, мәҫәлән, ағасты тәрән эшкәртеү буйынса 2 цех буласаҡ, улар заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк.
Төбәкте иҡтисади үҫтереү программаһына ярашлы быйыл ҡаланың “Көньяҡ” биҫтәһендә инженер коммуникациялары, “Талҡаҫ” шифаханаһында Ял итеү үҙәге һәм таҙартыу ҡоролмалары, үҙәк ҡала дауаханаһында инфекция корпусы, ҡаланың “Малыш” биҫтәһендә 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы, Ҡуянтауҙа яңы  мәктәп, ҡалала ике торлаҡ йорт төҙөү эштәре әүҙем дауам итә. Күлтабан ауылында 1280 башҡа иҫәпләнгән мегаферманың беренсе сиратын төҙөү аҙағына яҡынлаша, быйыл унда тоҡомло мал индереү планлаштырыла.
Бынан тыш Беренсе Этҡол һәм Икенсе Этҡол, Ишмырҙа ауылдарын эсәр һыу менән тәьмин итеү, Темәс ауылының “Леспромхоз” биҫтәһенә газ үткәреү, Баймаҡта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, Хоҡуҡ йорто, Икенсе Этҡолда мәҙәни-белем биреү комплексы төҙөү кеүек мөһим мәсьәләләр ыңғай хәл ителәсәк, әле ошо юҫыҡта эштәр алып барыла.
 
– ”Көньяҡ” биҫтәһе бөгөн үҙе бер ҙур ҡасабаға әүерелеп бара. Әммә унда ҡасан электр уты һәм газ килеп етер икән?– Әлбиттә, яңы биҫтәлә бөгөндән үк электр уты һәм газ үткәреү мөмкин түгел, был бик күп аҡса талап итә. Район хакимиәте унда  инженер коммуникациялары төҙөү мәсьәләһен мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итеү өсөн барыһын да эшләй. Әле бына һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә электр линиялары һуҙыуға 28 млн һум аҡса бүлеүгә өлгәштек, бөгөн был йүнәлештә эштәр дауам итә. Газ үткәреүгә бәйле документтар иһә экспертизаға тапшырылды. Һыу ҙа үткәрелә. Биҫтәнең инженер коммуникацияларына бәйле төп эштәрҙе быйыл атҡарып сығыу күҙ уңында тотола. Киләсәктә инде унда балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөү ҙә планға индерелгән. Әле шул биләмәлә сауҙа һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү предприятиелары асыу өсөн эшҡыуарҙар теләк белдерә.
 
– Йәй башында Сибайҙа Урал аръяғының тәүге инвестиция форумы үткәйне. Унда төп иғтибар төбәккә инвестициялар йәлеп итеү тураһында барҙы. Беҙҙең район инвесторҙарҙы йәлеп итә аламы?– Әлбиттә! Беҙҙең район тәбиғәт ресурстарына ифрат бай. Инвесторҙар – яҡшы иҡтисадсылар, улар теләһә ниндәй производствоға аҡсаларын түкмәй. Был тәңгәлдә уңышлы хеҙмәттәшлек итеүҙең һөҙөмтәләре лә бар. Беҙ һыналған инвесторҙар менән генә эшләйбеҙ. Улар ярҙамында “Башҡорт деликатестары” ит комбинаты асылды, әле Темәстә, белеүебеҙсә, һөт етештереү комбинаты төҙөлә. Августа унда ҡорамалдар урынлаштырыу башланасаҡ.
Инвестициялар ярҙамында Көнсығыш-Семеновск алтын-баҡыр-цинк рудаларын үҙләштереү дауам итә, Икенсе Этҡолда һәм Бетерәлә яңы производстволар асыу буйынса эштәр алып барыла. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең төбәк файҙалы ҡаҙылмаларға һәм төрлө ҡиммәтле таштарға бик бай, тап шуларҙы эшкәртеү өсөн үҙебеҙҙең предприятие кәрәк. Бында ла эре эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеү талап ителә.
Әйтергә кәрәк, бөгөн беҙ барыһын да дәүләттән көтөп ята алмайбыҙ, инвесторҙар йәлеп итмәү мөмкин түгел. Шуныһы мөһим: улар беҙгә ышана, яңы производстволар төҙөргә һәм асырға теләк белдерә. Был иһә иртәнге көнгә өмөт уята, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу, яңы эш урындары булдырыу маҡсатында эшләнә.
 
– Һуңғы осорҙа ауыл биләмәләре башлыҡтары менән урындарҙа күсмә семинар-кәңәшмәләр үткәреү матур йолаға әүерелеп бара. Ул үҙ һөҙөмтәләрен бирәме?– Һис һүҙһеҙ! Беренсенән, мин район хакимиәтенең бойороҡтарын урындарҙа нисек үтәлеүен тикшерәм. Икенсенән, ул проблемаларҙы асыҡларға, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә. Ошондай семинарҙарҙа башлыҡтар үҙ-ара фекер алыша, ыңғай эш алымдарын күрә, артабан үҙҙәрендә тормошҡа ашырырға тырыша. Әйткәндәй, ауыл хужалығы предприятиеларында ла бындай кәңәшмәләр даими үткәрелә. Улар үҙ емешен, әлбиттә, бирәсәк.
 
– Һуңғы осорҙа төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе алмаштырыу йышайҙы. Яңы тәғәйенләнгән кадрҙарҙан һеҙ нимә көтәһегеҙ?– Был яҡшы күренеш. Етәксе постарҙа ысын мәғәнәһендә эшләгән, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәткән, заман менән бергә атлаған, коллектив тураһында даими хәстәрлек күргәндәр булырға тейеш. Етәксе компетентлы, ысын пофессионал, намыҫсан һәм тәртипле булһын. Шул уҡ ваҡытта йәш кадрҙарҙы үҫтереү, уларға ышаныс белдереү яҡлымын. Был үҙен аҡлаясаҡ.
Шуныһын айырым һыҙыҡ өҫтөнә алып үтмәксемен: үҙ кеҫәһен дәүләттеке итеп бутаусылар менән һөйләшеү ҡаты буласаҡ, ундайҙарҙы аяу юҡ.
 
– Илшат Хәмит улы, район халҡына ниндәй теләктәрегеҙ, кәңәштәрегеҙ бар?
– Беҙҙең район уникаль булған кеүек, уның халҡы ла шул тиклем үҙенсәлекле, эшһөйәр, ихлас һәм ҡунаҡсыл, изге күңелле. Үҙебеҙҙең данлы традицияларыбыҙҙы артабан дауам итеп, тыуған төйәгебеҙҙе үҫтереү өсөн күмәкләп тырышайыҡ, уның яҡты киләсәгенә ышанайыҡ, Баймаҡтың иртәгеһен бергәләп төҙөйөк. Уны үҫтереүгә һәр кем үҙенең өлөшөн индерһен. Баймаҡ ҡалаһының — 75, ҡойоу-механика заводының 100 йыллыҡ юбилейҙарын да лайыҡлы ҡаршылайыҡ. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡала һәм районды яңы кимәлгә күтәреү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Ә тыуған төйәгебеҙҙең киләсәге ҙур һәм яҡты буласаҡ. Быға мин тулыһынса ышанам.
 
Азамат Мөхәмәтшин әңгәмәләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.