19 июл. 2012 г.

Кәңәшмәләр

Таулыҡай һәм бикештәргә – яҡшы баһа


Дүшәмбелә райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары, төрлө ведомство етәкселәре Таулыҡай һәм Бикеш ауыл биләмәләрендә сираттағы күсмә семинар-кәңәшмәлә булды. Уны муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов етәкләне.
 

Буранбайҙа башлыҡтар мәктәптең яңы уҡыу йылына әҙерлеген ҡараны. Ҡунаҡтар балалар баҡсаһындағы бәләкәй музейға ла иғтибар итте. Ундағы экспонаттар бар ауыл халҡы ярҙамында тупланған. Әле балалар баҡсаһына тейешле санитар нормаларға яуап биргән мебель, уйынсыҡтар талап ителә.
 
Ауылдың ғорурлығы – 2010 йылда ҡоролған Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелиск та иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Исемлеккә индерелгән яугирҙарҙы сит тарафтарҙан килеп, туғандары эҙләп тапҡан осраҡтар ҙа булған.
 
Урындағы клубты йылытыу мәсьәләһе киҫкен тора. Кәңәшмә барышында объектты мәктәпте электр уты менән тәьмин иткән трансформаторға тоташтырыу мөмкинлеге район электр селтәренә еткерелде һәм ыңғай яуап алынды.
 
Ул көндө ауылда ҙур тантана үтте – Зөһрә һәм Сәғәҙей Ҡотоевтарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы һәм Рәсәй Федерацияһының Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәреү буйынса ойоштороу комитетының Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. 
 
 Эшҡыуар Иршат Байрамғоловтың магазинын ҡарағандан һуң, башлыҡтар фельдшер-акушер пунктына йүнәлде. Баш врач М.И. Ғүмәров белдереүенсә, был учреждение кисекмәҫтән ярҙам талап иткән ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Дарыуҙар һатыу ойошторолған, бының өсөн бар талаптар үтәлгән. Әйткәндәй, маршруттағы бар ФАП-тарҙа ла бындай хеҙмәт ойошторолған. 
 
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ мәктәбендә йылылыҡ селтәре, кабинеттарҙың әҙерлеге ҡаралды. Мәктәп менән бер биналағы балалар баҡсаһында яңы ашхана, эске бәҙрәф сафҡа индерелгән.
 
Буранбай һәм Сыңғыҙ – таланттар төйәге. Миҙал тапшырыу мәлендә Ҡотоевтар йыр менән барыһының да күңелен әсир итһә, сыңғыҙҙар иһә данлыҡлы “Йәнтөйәк” фольклор ансамбле менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. Унан һуң Айбулат Хәлилов етәкселегендә таланттарҙың бик шәп сығышы тәҡдим ителде. Аппаратураның етешмәүе, башҡа ҡайһы бер проблемалар һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
 
2011 йылда мәҙәниәт йортонда асылған моделле китапхана үҙен яңыса учреждение итеп таныта алды. Һис шикһеҙ, традицион гәзит-журналдар, китаптар менән заманса электрон мәғлүмәт саралары бергә булыуы отошло. Ундағы компьютер, интернет селтәренә сығыу мөмкинлеге халыҡ араһында популяр.
 
Артабан Таулыҡайҙа фермер Нияз Уразбаевтың һөтсөлөк фермаһы төҙөлөшө менән танышыу булды. Объектты төҙөү “Ғаилә һөтсөлөк фермалары” дәүләт программаһы нигеҙендә алып барыла. Әле бында 50 баш һыйыр малы һатып алынған, 200 гектарҙа судан үләне сәселгән. Әйткәндәй, төҙөлөшкә субсидия ла бүленәсәк – быны үҙ телмәрендә район башлығы И.Х. Ситдыҡов белдерҙе.
 
Янғынға ҡаршы ирекле халыҡ дружиналары булдырыу, янғын хәүефһеҙлеге буйынса эштәр ойоштороу тураһында район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса сектор мөдире Й.А.  Йәғәфәров сығыш яһаны. Беренсел янғын һүндереү саралары – ранецлы һиптергесле янғын һүндергестәр, һыу һауыттары, мотопомпалар һәр ауылда булырға тейеш. Йыйылыусыларға ике кеше күсереп йөрөтмәле мотопомпанан алыҫҡа һыу һиптереү мөмкинлеге күрһәтелде. Барыһы ла Баймаҡтан янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе халыҡ үҙ көсө менән уттың таралыуына ирек бирмәһен өсөн тәғәйенләнгән.
 
Семинарҙа ҡатнашыусылар “Ҡоро үҙәк” баҫыуында Ленин исемендәге АХК-ның мал аҙығы әҙерләү эше менән танышты. Райондың агросәнәғәт комплексы лидеры булған был хужалыҡ, үҙ производствоһын уңышлы ойоштороп ҡына  ҡалмай, ә урындағы учреждение-ойошмаларға ла ҙур ярҙам күрһәтә. Илшат Хәмит улы хужалыҡ рәйесе Ғ.Б. Сәлимовтың, уның командаһының эшен юғары баһаланы, башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы.
 
Таулыҡай мәктәбе яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер. Мәҙәниәт йортонда иһә ҡыйыҡҡа ремонт талап ителә. Әйткәндәй, бындай проблема Бикештә лә бар.
Бикештә “Рассвет” АХК-һы рәйесе А.Б. Шәрипов хужалыҡта барған мал аҙығы туплау, ҡыш миҙгеленә малсылыҡ базаларын әҙерләү барышы тураһында һөйләне. Биләмә башлығы Г.М. Путенихин белдереүенсә, кооператив төҙөкләндереү, социаль-мәҙәни эштәрҙә ҙур ярҙам күрһәтә.
 
Артабан шәхси эшҡыуар Андрей Юлғотлиндың тиҙҙән асыласаҡ икмәк цехына туҡтанылар. Тәүлегенә 500-600 дана икмәк бешереү ҡеүәте булған был предприятиеның продукцияһы Бикеш һәм күрше ауылдарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәсәк. Шулай уҡ Сергей Мичуновтың бәләкәй предприятиеһында ла булдылар. Төрлө үлсәмле таҡта материалдары етештереү менән бер рәттән, бында тиҙҙән евротаҡта әҙерләүгә тотонасаҡтар. Был перспективалы төҙөлөш материалы ҡулланыусылар баҙарында ҙур һорау менән файҙалана. Әле уның өсөн яңы цех төҙөлгән, ағас киптереү ҡоролмалары, эшкәртеү станоктары ултыртылған. Бикеш мәктәбендә иһә тәҙрә-ишектәрҙе яңыртыу талап ителә.
 
Семинарсылар ҡошсолоҡ тармағын үҫтереү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙың эше менән дә танышты. Евгений Нагорный 360 баш ҡаҙ бәпкәһе алып, ауыл янындағы быуала уларҙы көтөү өсөн махсус урын эшләгән.
 
Ҡуянтауҙа башлыҡтар тәүҙә “Баймаҡ” ҒПБ-һының йылҡысылыҡ тармағының эше менән ҡыҙыҡһынды. Район башлығы И.Х. Ситдыҡов, ат спорты артабан да үҫтереләсәк, “Аҡъял” ипподромы ҙур ярыштар үткәрерлек юғары стандарттарға еткереләсәк, тип белдерҙе.
 
 “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы тарафынан төҙөлөүсе яңы мәктәп билдәләнгән графикка ярашлы алып барыла, ул тиҙҙән сафҡа индереләсәк. Әйткәндәй, мәҙәниәт йортон йылытыу системаһын мәктәп ҡаҙанлығына тоташтырыу мөмкинлеге тураһында һөйләшелде. Балалар баҡсаһы ла ҡаралды. Бында яңыраҡ балалар өсөн мебель, түшәк кәрәк-яраҡтары алынған.
 
Семинар-кәңәшмәгә “Граф” турбазаһында йомғаҡ яһалды. Йыйылыусылар эшлекле сәйәхәт тәьҫораттары менән бүлеште. Райондың мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ф. Ильясов белем биреү учреждениеларының ҡышҡа әҙерлеге, ремонт эштәре менән таныштырҙы. Үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы М.И. Ғүмәров кадрҙар менән тәьминәт, медицина өлкәһендәге модернизация эштәре тураһында һөйләне.
 
Шулай уҡ мәҙәниәт учреждениеларын муниципаль балансҡа күсереү, ремонт, йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртыу мәсьәләһе күтәрелде. Муниципаль район хакимиәтенең күсемһеҙ милек буйынса комитет рәйесе Р.В. Рәхимғолов ауыл хужалығына тәғәйенешле ерҙәр менән ҡулланыу, кредитлау, залог эше буйынса аңлатма үткәреп, махсус методик ҡулланма тапшырҙы. Биләмәләрҙә янғынға ҡаршы ирекле халыҡ дружиналары булдырыу, һүндереү ҡорамалдары туплауға Илшат Хәмит улы бик етди иғтибар бирергә ҡушты.
 
Район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов үҙенең йомғаҡлау телмәрендә бындай семинар-кәңәшмәләр даими үткәреләсәге, эштәр барышы тикшереләсәге, социаль-мәҙәни, белем биреү учреждение-объекттарының яңы миҙгелгә әҙерлеге ҡараласағы тураһында белдерҙе.
 
Айбулат Ишназаров.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.