3 сент. 2012 г.

Ураҡ – 2012

Хужалыҡ игенселәре һынатманы


Ленин исемендәге АХК игенселәре иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе – урып-йыйыу эштәрен тамамланы. Ураҡты ойошҡанлы атҡарып сығыуға баҫыу эштәрендә ҡатнашыусы һәр кем тос өлөш индерҙе, ысын хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтте.

Аяуһыҙ ҡоролоҡ үҫемлекселек тармағына йәнә ҡаты һынау ҡуйҙы. Шуға ҡарамаҫтан, кооператив коллективы, баҫыу эштәрен тейешле агротехник сроктарҙа һәм алдынғы технологиялар нигеҙендә атҡарып сығып, йылына күрә яҡшы уңыш үҫтереп алды. Быға хужалыҡтың юғары иҡтисади һәм техник потенциалы ла булышлыҡ итте. Бөтәһе 1650 гектарҙағы иген культураларының 1363 гектарынан ашлыҡ йыйып алынды, ҡалғаны ҡоролоҡҡа дусар булды. Тулайым йыйым 14630 центнер, гектар ҡеү-әте 10,7 центнер тәшкил итте. Иң юғары уңышты арпа бирҙе, төшөм – 10,7 центнер. Төп аҙыҡ-түлек культураһы – бойҙайҙан – 9,7 ц (тулайым йыйым – 3195 ц), ужым арышынан – 11,6, һолонан 7,3 ц уртаса уңыш алынды.

Ураҡ эштәрен үҙебеҙҙең техника менән атҡарып сыҡтыҡ. Урып-йыйыуға 4 комбайн һәм сабыуға тағылмалы ЖВП-9.1 урғысы йәлеп ителде. Иген культураларын сабыуҙа механизатор Мостафа Салихов, урып-һуғыуҙа комбайнсылар Зәкир Балхин, Альберт Шахморатов, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов һәм Рауил Сәғәҙәтов иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Баҫыуҙарҙан ырҙын табағына ашлыҡ ташыуҙа водитель Йәмил Моталлапов һынатманы. Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырҙын табағы коллективы, Миңзәлә Ишалинаның ашнаҡсылар бригадаһы үҙ эштәрен бик яуаплы атҡарып сыҡты. Баш агроном У.Ә. Әхмәтйәнов, бригадирҙар А.С. Исхаҡов һәм У.М. Гөлбәйетов үҙ участкаларындағы эште оҫта ойошторҙо.
 
Йылдағыса, ураҡ барышында удар өс көнлөктәр үткәрелде, унда еңеүселәр аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Комбайнсылар араһында иң юғары һөҙөмтәгә З.Балхин өлгәште – ул 4 мең центнерҙан ашыу иген һуғып алды.
Хужалыҡ малсылыҡты ҡышҡа тейешле кимәлдә әҙерләне, 9100 тонна бесән, 4500 тонна сенаж, 450 тонна һалам тупланды. Әле 500 гектарҙа ужым арышы сәселә; шулай уҡ 430 гектарҙа ер туңға һөрөлдө. Киләһе йылға етерлек орлоҡ һалынды – 465 тонна.
 
Кооператив коллективы, баҫыу эштәрен ваҡытында тамамлап, әле төп көстө производствоның башҡа участкаларына йүнәлтте. Ғөмүмән, тармаҡты уңышлы ойоштороу өсөн хужалыҡтың бөтә мөмкинлектәре бар һәм беҙ производствоны үҫтереү йүнәлешендә маҡсатлы эште дауам итәбеҙ.
 
Ғ. Сәлимов, хужалыҡ рәйесе, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
 
Г. Мирзинаның фотоһында: Й.Моталлапов, А.Шахморатов, Р.Сәғәҙәтов, М.Салихов.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.