Вакантлы вазифаға конкурс
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы Темәс ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте муниципаль хеҙмәт өсөн вакант вазифаға конкурс иғлан итә.
Вазифа: Баймаҡ районы муниципаль районы Темәс ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы.
Квалификация талаптары:
- юғары йәки урта профессиональ белем;
- хеҙмәт стажына талаптар юҡ;
- Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларын, муниципаль хеҙмәт тураһындағы федераль һәм Башҡортостан Республикаһы закондарын, вазифа бурыстарына ҡағылышлы башҡа норматив хоҡуҡи акттарҙы белеү;
Конкурста ҡатнашыу өсөн түбәндәге документтар талап ителә:
- шәхси ғариза;
- РФ Хөкүмәтенең 2005 йылдың 26 майындағы 667(р)-се ҡарары менән раҫланған форма буйынса үҙ ҡулы менән тултырылған һәм ҡултамға ҡуйылған анкета;
- паспорт йәки уны алмаштырыусы икенсе документтың күсермәһе (документ конкурсҡа килгәндә шәхси күрһәтелә);
- һөнәри белем тураһындағы документтың нотариаль йәки эш урыны буйынса кадрҙар хеҙмәте тарафынан раҫланған күсермәһе;
- хеҙмәт кенәгәһе йәки хеҙмәт эшмәкәрлеген раҫлаусы башҡа документтарҙың нотариаль йәки эш урыны буйынса кадрҙар хеҙмәте тарафынан раҫланған күсермәһе;
- хәрби билет күсермәһе (хәрби бурыслылар өсөн);
- муниципаль хеҙмәткә инеүгә ҡаршылыҡ тыуҙырыусы ауырыуҙар юҡлығы тураһында медицина белешмәһе.
Документтар иғлан баҫылып сыҡҡандан алып 20 көн дауамында 453663, БР, Баймаҡ районы, Темәс ауылы, Почта урамы, 6 адресы буйынса ҡабул ителә. Телефон: 4-84-03.
Өҫтәмә мәғлүмәт – Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте сайтында (www.baimak.ru).
Документтарҙы ваҡытында йәки теүәл тапшырмау, шулай уҡ дөрөҫ тултырмау уларҙы ҡабул итмәүгә нигеҙ булып тора.
Өҫтәмә мәғлүмәт – Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте сайтында (www.baimak.ru).
Документтарҙы ваҡытында йәки теүәл тапшырмау, шулай уҡ дөрөҫ тултырмау уларҙы ҡабул итмәүгә нигеҙ булып тора.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.