27 янв. 2012 г.

Cпорт

Саңғыла –  почтальондар!

23 ғинуарҙа “Ирәндек” тау саңғыһы комплексында Баймаҡ, Учалы, Белорет, Күгәрсен райондары һәм Сибай ҡалаһы почтамт хеҙмәткәрҙәренең спартакиадаһы үтте. Сикәләрҙе семетеп алған әсе ел дә өркөтмәне: саңғыға баҫып елдәй етеҙ елде хат ташыусылар.
– Баймаҡ районында сираттағы спорт ярышы үтә, быға  бик шатбыҙ, – тине муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин. – Ярышта еңеүҙәр ҙә, еңелеүҙәр ҙә була. Ләкин иң мөһиме – ялығыҙ файҙалы һәм күңелле үтһен, бер-берегеҙ менән аралашығыҙ, көс-дәрт туплағыҙ...

Артабан Баймаҡ почтамты хеҙмәткәрҙәре театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Әкиәт персонаждары, “Буран” ҡаргиҙәрендә килеп еткән почтальон Печкин да шаян таҡмаҡтары менән күңелдәрҙе күтәрҙе.
Спартакиаданың баш судьяһы, район хакимиәтенең физкультура һәм спорт секторы мөдире И.Н. Хәмитов ярыш шарттары менән таныштырғандан һуң күңелле уйындар башланып китте. Тәүге һынау: ҡатын-ҡыҙҙарға – 500, ир-егеттәргә 1000 метр аралыҡҡа саңғыла ярышыу. Ул 45 һәм 55 йәшкә тиклемгеләр араһында барҙы. Судьяның һыбыҙғыһы “старт” биреү менән  саңғысылар уҡтай алға ынтылды. Бер-береһен уҙып китеүҙәр, ҡолап, яңынан саңғыға баҫып алға ынтылыуҙар... Дәртләндергән шат тауыштар аҫтында финиш һыҙығын беренсе булып Белорет командаһы саңғысыһы үтте.

Артабан саңғы ярышын эстафета дауам итте. Бер-береһен дәртләндереп уҙышҡан саңғысыларҙы ҡарау үҙе бер тамаша ине. Ә шулай ҙа баймаҡтар башҡаларға ҡарағанда етеҙерәк булып сыҡты. Киләһе призлы урындарҙы Белорет һәм Учалы командалары яуланы.
Армспорт – беләктәрендә көстәре ташып торғандар ярышы. Һәр команда был алышҡа үҙенең иң көслө спортсыһын  сығарған ине. Шунлыҡтан уйын бик тә көсөргәнешле барҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында – Сибай командаһы, ә ир-егеттәрҙән баймаҡтар иң көслөһө тип табылды.
Арҡан тартышыу. Бынан да күңеллерәк һәм мауыҡтырғыс тағы ла ниндәй ярыш бар икән? Ситтән генә тамаша ҡылыусылар дәртләндереп булһа ла арҡан “тартырға” ярҙамлашты. Был юлы белореттар иң көслө команда, тип табылды. 
Дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса Белорет командаһы – беренсе, учалылар – икенсе, баймаҡтар – өсөнсө урындарҙы яуланы. Ә шулай ҙа ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бер тауыштан “Дуҫлыҡ еңде” тигән күтәренке кәйеф менән таралышты.

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһында: саңғыларҙа елдәй елеп.


Профком рәйесе иҫтәлегенә

Уҙған ял көндәре спорт ярыштарына бай булды. Шәмбелә шахмат клубында интеллектуалдар көс һынашһа, йәкшәмбе көн иһә “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы үҙенә волейболсыларҙы йыйҙы.
“Баймаҡ” тәжрибә хужалығында профком рәйесе булған, төрлө ярыштарҙа күп еңеүҙәр яулаған Ҡуянтау волейболсылары командаһын ойошторған Ирек Шәһит улы Ишназаровтың иҫтәлегенә арналған район ярышы үтте. Унда спорт ветерандары, Ҡуянтау, Темәс, Әбделкәрим, Әхмәр һәм Иҫке Сибайҙан ике команда ҡатнашты.
Уйынсылар араһынан еңеүселәрҙе билдәләү ҡатмарлы булһа ла, Иҫке Сибайҙың 1-се командаһы – I, икенсе командаһы III урын яуланы. Ә уҙған йылдарҙың фавориты – ҡуянтауҙар иһә пьедесталдың икенсе баҫҡысын биләне.
Аҙаҡтан спортсыларға “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе әҙерләгән Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды.
Рәфҡәт Шәһит улы Ишназаров (Ирек Шәһит улының ҡустыһы):
– Район беренселеге көсөргәнешле һәм ҡыҙыҡлы үтте. Спортсыларға, көйәрмәндәргә, айырыуса ветерандар командаһына рәхмәтемде белдерәм. Ә волейболсыларҙың артабанғы ярыштарҙа осрашыуҙарын, кем беренсегә лайыҡлы икәнен күрһәтеүҙәрен теләйем.

А. Ишназаров.

Шахмат чемпиондары

Баймаҡта шахматсылар һәм шашкасылар йыйылышы үткәрелде. Унда һуңғы йылдарҙа районда спорттың был төрөнә тейешле иғтибар бирелмәй, тип әйтелде. Бигерәк тә ауылдарҙа хәл борсоулы. Мәктәптәрҙә, башҡа балалар ойошмаларында “Сатраш таҡта” түңәрәктәрен, секцияларын булдырыуға әһәмиәт бирелмәй. Клуб хеҙмәткәрҙәре лә йәштәрҙең ялын ойоштороуҙа был спорт төрөн тейешенсә файҙаланмай.
Яңынан һайланған район шахмат-шашка федерацияһы хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртер, тигән өмөт бар. Тик уға тейешле ойошмалар, спортсылар, әүҙем кешеләр ярҙам итһен ине. Шахмат һәм шашка уйынына күберәк кеше йәлеп итеү йәһәтенән һәр төрлө ярыштар үткәреү ҡарала. Мәҫәлән, быйылдан дүрт этапта шашка буйынса район кубогына турнирҙар ойоштороласаҡ (шахматта бындай ярыш йыл да уҙа). Шуны ла әйтергә кәрәк: “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында шашка клубы асыу мәсьәләһе хәл ителә.
Ике аҙна арауығында ял көндәрендә шахмат буйынса район беренселеге үткәрелде. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүселәр гәзиттә хәбәр ителде. Ә бына ир-егеттәр беренселегенә килгәндә, ауылдан берәүҙең дә булмауы үкенесле.
Турнирҙы иһә бик ышаныслы уйнап, Ә. Ғәлин отто. Икенселә – Ш.Ҡашҡаров, өсөнсөлә – М.Дашкин. Тәүге һигеҙ урын алған уйынсы артабан олимпия системаһы буйынса ҡала кубогы өсөн ярыш башлай.
Район беренселегендә призлы урындарҙы алыусы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә муниципаль район хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса секторы әҙерләгән Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм аҡсалата бүләккә лайыҡ булды.

Р. Үтәев,
райондың шахмат-шашка федерацияһы рәйесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.