23 янв. 2012 г.

Хәтер

Яугир уҡытыусы
1945 йылдың онотолмаҫ Еңеү көндәре тарихта ҡала бара. Быуаттар үтһә лә халыҡтың тиңһеҙ батырлығы хәтерҙәрҙә мәңге һаҡланыр. Ә һуғыш һәм тыл ҡаһармандарыбыҙҙың сафтары, үкенескә күрә, йылдан-йыл һирәгәйә.
Үткәндәрҙе ҡәҙерләү – мәрхүмдәрҙең рухын иҫкә алыу ул. Ауылдашыбыҙ, яугир-уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Лотфулла улы Баймөхәмәтов быға һис шикһеҙ лайыҡ. 1932-1933 йылдарҙа Иҫәндән эшкә ебәрелеп, ул Үрге Иҙристә совет мәктәбенең тәүге уҡытыусыһы була.

Дауыт ағай оло кәүҙәле, киң яурынлы, ғәйрәтле, йор һүҙле, эшһөйәр, алсаҡ кеше ине, тип хәтерләйҙәр уның тураһында. Эйе, Мерәҫ, Икенсе Этҡол, Иҙристә уҡытыусылыҡ эше алып барған, “Йондоҙ” колхозы рәйесе вазифаһын башҡарған, һуғыш йылдарында Башҡорт атлы дивизияһы сафтарында алышҡан ауылдашыбыҙ 43 йәшендә генә һәләк була.
Ул быуат башында – 1901 йылда Иҫәндә ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Орск, Ырымбур мәҙрәсәләрендә уҡый, указлы мулла дәрәжәһенә етә. 1936 йылдан Темәс педучилищеһында белем ала, Үрге Иҙрис мәктәбендә эшләй башлай.
Уҡытыусы исеменә тап төшөрмәй Дауыт Лотфулла улы. Ғәзизә исемле һылыуға өйләнеп, бик матур донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр. Үҙенең уҡыусылары менән колхозға бесән, мәктәпкә утын әҙерләүҙә, яҙғы сәсеүҙә, ураҡ мәлендә күп көс һала. Хатта ауылдаштарына медицина ярҙамы күрһәтеп, дарыуҙар менән сумаҙан да йөрөтә торған ине, тип хәтерләйҙәр.
Дауыт Баймөхәмәтов һуғышҡа 1941 йылдың ноябрь аҙаҡтарында алына. Уға тиклем ауылдың ир-егеттәренә хәрби әҙерлек үткәрә. Иртәнсәк сәғәт 5-тән ағас мылтыҡтар менән ҡоралландырып, тауҙа окоп ҡаҙҙырып, күнекмәләр үткәргәндән һуң кискеһен буласаҡ һалдаттар патриотик йырҙар йырлап ҡайтҡан. Алдынғы ҡарашлы кеше булғас, Дауыт Лотфулла улы ир-егеттәрҙә рухи ныҡлыҡ тәрбиәләй, һуғыш тиҙ генә бөтмәйәсәк, бөтә ауырлыҡтарға әҙер булығыҙ, тип өйрәтә.
Яуға ингәс, батыр уҡытыусы кавдивизияның үткән юлына үҙенең дә ҡаһарманлығын өҫтәй. Үкенескә ҡаршы, Дауыт Баймөхәмәтовҡа еңеү менән ҡайтырға насип булмай – ҡаты алыштарҙың береһендә яралана һәм 1944 йылдың 1 ғинуарында госпиталдә һәләк була. Орлов өлкәһенең Бежница ҡалаһындағы туғандар ҡәберлегенә ерләнә.
Яугирҙың тормош иптәше Ғәзизә инәй балаларын яңғыҙ аяҡҡа баҫтыра, уларға атайығыҙҙың үлгәненә ышанмайым, бөгөн-иртәгә ҡайтып төшөр кеүек, көтәйек, тип ғүмере буйы, һуңғы көндәренәсә ышана.
Тыуған ергә һалдаттың исеме данға күмелеп әйләнеп ҡайта. Ғәзизә инәй ире өсмөйөшлө хаттарға яҙған үтенесте үтәй – мөхәббәтенә тоғро ҡала, балаларын илгә файҙалы кеше итеп тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙы Миңһылыу ғүмере буйы фельдшер булып ауылдаштарына медицина ярҙамы күрһәтте. Ейәнсәре Дилә, кейәүе Ғәфүр – Баймаҡта врачтар.
Беҙ ауылдашыбыҙ, һуғышҡа тиклемге яугир уҡытыусыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Әлфиә Рәхмәтуллина,
Ҡолсора мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.