20 мар. 2012 г.

2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы


“Кесе йома – изгелек эшләү көнө...”

Йыл һайын район ҡатын-ҡыҙҙар советы үҙенең башҡарған эштәренә йомғаҡ яһай, киләсәккә пландар билдәләй. Ошо айҙа үткән семинар-кәңәшмәлә төп иғтибар эскелеккә һабышҡан әсәләргә йүнәлтелеп, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған саралар планы раҫланды. Шулай уҡ район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем эшләгән президиум ағзаларын һәм рәйестәрен бүләкләне. 

“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларға: “Һеҙҙе хәҙерге ғаиләләрҙә ниндәй проблемалар борсой? Уларҙы хәл итеү юлдарын ниҙә күрәһегеҙ? “ тигән һорау бирелде.

Л.В. Хисмәтуллина, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары, врач-гинеколог:
– Элегерәк гинекологҡа үҫмер ҡыҙҙарҙың әсәләре лә һирәк мөрәжәғәт итә торғайны. Хәҙер бәләкәй ҡыҙыҡайҙарҙы ла алып килә башланылар. Бының сәбәбе – антибиотиктарҙы самаһыҙ  ҡулланыу. Көслө дарыуҙар айырыуса ҡыҙҙарҙың организмына бик насар тәьҫир итә. 
Икенсе борсоған мәсьәлә – үҫмер ҡыҙҙарҙың енси тормошто иртә башлауы. Элегерәк бындай кире күренеш ҡала ҡыҙҙарына хас ине. Хәҙер, киреһенсә, ауылда йәшәгән ҡыҙҙар оло тормошҡа бик иртә сума. 

Һәм бар йәмғиәтте хафаға һалырға тейешле оло ҡаза – әсәләрҙең эскелеккә һабышыуы. Балалар бүлегендә бер социаль койка булдырылды. Унда әсәләре эсеп, ҡарауһыҙ ҡалған балалар урынлаштырыла. Уның бер ҡасан да буш тормауы аяныслы. Балаһын үлемесле хәлгә еткергәс, бер сабыйҙы етемдәр йортона ебәргәйнек, хәҙер иҫерек әсә килеп беҙҙе ҡаңғырта. 

З.Ғ. Шаһиева, муниципаль район хакимиәтенең балалар хоҡуғын яҡлау буйынса сектор мөдире:
– Быйыл үҫмерҙәргә ҡарата 53 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Сағыштырыу өсөн: Бөрйән районында бындай хоҡуҡ боҙоу икәү генә теркәлгән. Беҙҙә ауыр холоҡло 103 үҫмер исемлеккә алынған. Балаларын аяныслы яҙмышҡа дусар иткән ата-әсәләр ҙә теркәлеп бара. Уларҙың һаны – 309. Шуныһы аяныслы, бындай өлкәндәр арта. Ҡала буйынса ғына алама тормош алып барған 75 ғаилә теркәлгән. Уларҙы, бигерәк тә әсәләрҙе аҡылына килтереү, айныҡтырыу өсөн нимә эшләргә икәнлеген белеп тә булмай. Бер ҡатын иптәше үлгәндән һуң балаһын яңғыҙы тәрбиәләй. Бала бик аҡыллы, яҡшы уҡыуы, әүҙем булыуы менән айырыла. Ә әсә эсә. Әмәлгә, уларҙың күрше-тирәһе шул тиклем яҡшы! Әсә оҙаҡлап эсә башлаһа, улар баланы үҙҙәре ҡарай, кейем-һалым, уҡыу кәрәк-яраҡтарын да һатып алып бирә. Беҙ үҙәк ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы менән ҡатынды Сибай наркология дауаханаһына 21 көнгә дауаланырға ебәрҙек. Тик ул унан ҡайтҡандың беренсе көнөндә үк лаяҡыл иҫерек ине. Хәҙер был баланың яҙмышын нисектер хәл итергә кәрәк буласаҡ. Сөнки һәр саҡ иҫерек әсәгә ҡарап ул да алама юлға баҫыуы ихтимал. 

Г.М. Монасипова, ҡатын-ҡыҙҙар советы президиумы ағзаһы, Ярат ауылы:
 – Кешеләрҙе айыҡтырыу өсөн был эшкә бар йәмәғәт ойошмаһы бергә тотонорға тейеш. Мәҫәлән, беҙҙә “Ағинәй өгөт-нәсихәттәре” тигән дәрестәр алып барыла. Мәктәп был яңылыҡты ҡыуанып ҡаршы алды. Ауыл ағинәйҙәре балалар менән ниндәй темаларға һөйләшәсәген билдәләп, график төҙөнө. Насар йәшәгән ғаиләләрҙе күҙҙән ысҡындырмау өсөн кискеһен, ныҡ һыуыҡтарҙа уларға йөрөйбөҙ. Әлбиттә, улар һинең килгәнеңде яратып тормай, шулай ҙа ниндәйҙер кимәлдә уйлана ла, ҡурҡа ла. Шул рәүешле балаларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ.

З.Х. Дәүербәкова, 105-се һөнәрселек лицейы уҡытыусыһы:
– Беҙгә ниндәй балалар килеүе барығыҙға ла мәғлүм. Уларҙы имен-һау уҡытып сығарыу күп көс талап итә. Эске эштәр бүлегендә теркәүгә алынған ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар ине. Әммә уҡыу мәлендә беҙ уларҙың һәр береһенең күңеленә асҡыс табабыҙ. Иң тәртипһеҙ тип һаналған ҡыҙҙар араһында музыка ҡоралында уйнаған, яҡшы шашкасы йәки шахматсы, спортсыларҙы билдәләп ҡыуанабыҙ. Улар үҙҙәре матур тормошҡа ылығып, бөтөнләй икенсе булып китә. Шуға күрә беҙҙең маҡсатыбыҙ – һәр бала менән уртаҡ тел табып, уның яҡшы сифаттарын билдәләп, шуларҙы үҫтереү.   

Т.Ә. Вәлиева, Байым ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе: 
– Беҙҙең ауылда ла эскелек менән шөғөлләнгән ғаиләләр бар. Беҙ уларҙы үҙебеҙ йөрөгән бәйләү-сигеү түңәрәгенә йәлеп итергә, яҙ етһә – үҫентеләр ултыртырға, көҙгөһөн ҡышҡылыҡҡа турамалар  әҙерләргә йәлеп итергә тырышабыҙ. Әммә был еңел эш түгел. Сөнки бындай ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең яман юлда булыуын танырға теләмәй, тормошто һинән яҡшыраҡ белгән булып ҡыланырға ярата. Әлбиттә, беҙгә ата-әсә яуаплылығын, намыҫын уятыу өсөн күп эшләргә кәрәк. 

И.Ә. Зәйнуллин, район хакимиәте башлығы урынбаҫары:
– Бөгөн семинарҙа күтәрелгән проблемалар һәммәбеҙгә таныш. Һеҙгә – ауылда тәртипте тотоп торған, халҡыбыҙ ҡиммәттәрен һаҡларға ынтылған ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәренә – был мәсьәләләрҙе күңелегеҙ аша үткәрергә тура килә. Эйе, хайуандың хайуаны үҙ балаһы өсөн тоҙаҡҡа төшә, үлемгә ташлана. Ә беҙҙең ҡайһы бер әсәләргә нимә булды һуң? Күптәр эш юҡлығына һылтана. Улай булғас, бик һәйбәт эше, юғары белеме булған йәш ҡатындың балаһын ташлап аҙналар буйы ҡайтмай, аҙып-туҙып йөрөүен нисек аңларға? Йәшәй килә тәрбиәнең, әхлаҡтың ниндәйҙер бер ебен ысҡындырғанбыҙ түгелме? Беҙ ҡыҙҙарҙы тәрбиәләргә тырышып, өгөт-нәсихәт уҡыйбыҙ. Ә бит, тәү сиратта, уларҙың әсәләрен тәрбиәләргә кәрәк.  Тағы шуныһы: ни өсөн беҙ һәр саҡ насар ғаиләләрҙе күрәбеҙ? Уларға бар иғтибарыбыҙҙы, льготалар бирәбеҙ, ә яҡшы йәшәргә ынтылған, матур ғаиләләр ситтә ҡала. Әйҙәгеҙ, күберәк уларға иғтибар итәйек. Улар өлгөһөндә алама ғәҙәттәргә һабышҡан ғаиләләрҙе тәрбиәләйек. 

Л.Ҡ. Дәүләтшина, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе:
– Әйҙәгеҙ, кесе йома көнөн Изгелек эшләү көнө тип иғлан итәйек, райондың һәр мөйөшөндә был көндө тик яҡшы эштәр ҡылынһын, ағинәйҙәр ҡара исемлеккә ингән ғаиләләрҙең хәлен белешһен, бар балаларға  иғтибар бирелһен. Бер көн тик яҡшылыҡ эшләргә өйрәнһәк, был беҙҙең ғәҙәтебеҙгә, тормошобоҙ асылына әүерелер. Тамсы ла тама-тама ташты тишә. Беҙ ҙә эскелеккә һабышыусыларҙы яҡшылыҡ менән еңергә ынтылайыҡ.
Эйе, семинарҙа күтәрелгән проблемалар балаларҙың, йәмғиәтебеҙҙең, хатта бар кешелектең киләсәге өсөн бик тә мөһим. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ мәңгелек тәғәйенләнеше әсә булыу, бала бағыу, йорт ҡотон һаҡлау икәнлеген аңлар тип ышанабыҙ.  

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.