Мәктәп һылыуҡайы билдәләнде
Беҙҙең мәктәптә уҡыусылар араһында “Семен мәктәбе һылыуҡайы–2012” конкурсы үтте. Сара йыл да уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы булды. Ойоштороусылар тарафынан кисәнең һәр өлөшө ентекләп уйланылғанға күрә, беҙгә – конкурста ҡатнашыусыларға – ул еңел үтте.
Быйыл гүзәлдәрҙән гүзәл, күркәмдәрҙән күркәм, оҫта ҡуллы, һәләтле 10 һылыуҡай мода, прическа, ҡул эштәре, аш-һыу әҙерләү буйынса ярышты. Кисәнең иң үҙенсәлекле мәле конкурсанттарҙың үҙенә ярҙамға 1 – 5-се класс ҡыҙҙарын алыуы булғандыр. Улар һәр бәйгене берҙәм үтергә тейеш ине.
Конкурстың иң тулҡынландырғыс мәлен түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Ниһайәт, “Семен мәктәбенең 2012 йылғы һылыуҡайы” исеменә 9-сы класс уҡыусыһы Алһыу Әбделмәнова лайыҡ булыуын иғлан итеп, һылыуҡайҙың күсмә тажын кейҙерҙеләр. Башҡа ҡатнашыусылар “Оҫта ҡуллы”, “Һәләтле”, “Мөләйем”, Тамашасы һөйөүен яулаусы” һ.б. номинацияға лайыҡ булды. Ә иң йәш һылыуҡай булып 1-се класс уҡыусыһы Мәҙинә Шәрипова иғлан ителде. Һәр һылыуҡайға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Илүзә Бейешева, 9-сы класс уҡыусыһы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.