Росреестрға сиратҡа – Интернет аша
Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте (Росреестр) үҙ эшмәкәрлегенә дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙең электрон төрҙәрен индереүен дауам итә һәм камиллаштыра. 2012 йылдың март айынан Росреестрҙың Интернет-порталында “Алдан яҙылыу” тип аталған яңы сервис
эшләй башланы.
эшләй башланы.
Был сервис менән файҙаланыу, йәғни күсемһеҙ милеккә һәм уның менән алыш-бирешкә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе үткәреүгә документтар тапшырыу өсөн Росреестрҙың Интернет-порталының (https://portal.rosreestr.ru) “Офистар һәм ҡабул итеүҙәр” бүлегенә инеп алдан яҙылырға була. Артабан үҙегеҙгә кәрәкле офисты һайлағандан һуң, датаһын, ваҡытын, мөрәжәғәт итеү маҡсатын күрһәтеп, талон-саҡырыу ҡағыҙы сығарып алырға кәрәк. Был билдәләнгән ваҡытта үҙегеҙ теләгән офисҡа килеп документтарығыҙҙы тыныс ҡына тапшырыу мөмкинлеге бирә.
Төрлө сәбәптәр арҡаһында Интернет хеҙмәте менән файҙалана алмаусыларға Росреестр идаралығы документтар тапшырыуға алдан яҙылыуҙың башҡа төрҙәрен дә тәҡдим итә: офисҡа килеп, үҙегеҙ теләгән ваҡытҡа талон-саҡырыу ҡағыҙы алырға йәки телефон аша яҙылырға мөмкин.
Атап үтелгән хеҙмәттәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығының Интернет-сайтында (www.to02.rosreestr.ru) “Хоҡуҡтарҙы теркәү” бүлегендә табырға була.
С. Кейекбирҙина әҙерләне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.