23 сент. 2012 г.

Юлдар төҙөкләндерелә


Юл – тормошобоҙ көҙгөһө, тиҙәр. Уларҙың төҙөклөгө төбәктең социаль торошон  билдәләй. Был йәһәттән Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы ҙур эштәр башҡара. Хеҙмәт коллективы Баймаҡта ғына түгел, күрше райондарҙа ла юлдарҙы төҙөкләндерә.

Баймаҡ юлсылары Сәрмән – Амангилде – Баймаҡ трассаһындағы Баймырҙа һәм Өмөтбай араһындағы 7 километр юлға асфальт япмаһы түшәгән. Сибай – Ишмөхәмәт юлын төҙөкләндереү дауам итә. Быйыл унда 1 километрҙан ашыу юлға асфальт һалынған. Шулай уҡ Сибай – Баймаҡ араһы ла даими күҙәтеү аҫтында тотола. Быйыл уның 1,4 километрына асфальт түшәлгән.

Баймаҡ ҡалаһы юлдарының торошо бөтәбеҙҙе лә борсой. Был тәңгәлдә төҙөкләндереү саралары күрелһә лә, башҡараһы эштәр ҙә бихисап. Быйыл ҡаланың байтаҡ ҡына урамдары төҙөкләндерелде. Коммунистар урамындағы асфальт япмаһы яңыртылды. Күптән түгел Ҡарағайлы – Артамонов – Юбилей урамдарына ла асфальт түшәлде. Бында яҡынса бер километрлыҡ эш башҡарылған. Уның эш күләме артыҡ ҙур ҙа түгел, ләкин күптән төҙөкләндереү талап иткән урамдарҙың яңырыуы халыҡ өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙырҙы.
 
Күп ҡатлы йорт ихаталарын төҙөкләндереү программаһына ярашлы эштәр дауам итә. Чекмарев, Есенин, Тыныслыҡ урамдары йорт алдарын төҙөкләндереү буйынса ярайһы ғына ҙур эштәр башҡарылды.
 
– Территориаль заказдар буйынса билдәләнгән эштәрҙе тамамланыҡ, – тине Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы Д.Ғ. Арсланов. – Бөгөн райондағы эске юлдарҙы төҙөкләндереү, тәртиптә тотоу саралары күрелә.
 
Шүлкәгә илткән, Икенсе Этҡол – Байым ауылдары араһындағы 2,4 километр юлға ҡырсынташ түшәлгән. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре менән килешеү нигеҙендә, ауылдарҙағы эске юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Буранбай, Ҡаратал, Йомаш, Йәрмөхәмәт, Ишбирҙе, Бөрйәнйылға, Йылым, Сыңғыҙ, Ғүмәр ауылдарындағы юлдар тәртипкә килтерелгән, ҡырсынташ түшәлгән.
 
Ағымдағы эштәрҙе башҡарыу менән бер рәттән предприятиеның хеҙмәт коллективы ҡышҡа әҙерлек эштәрен дә алып бара. Техника ремонтлана. Алда торған һынауҙарҙы ла юлсылар һынатмай, уңышлы үтер, тип ышанабыҙ.
 
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһында: Асфальт түшәү машинисы Марат Түләков.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.