Был хәлде нисек аңларға?

“Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 2012 йылдың икенсе яртыһына “Һаҡмар”ға яҙылып ҡалығыҙ!” “15 майҙан 20-һенә тиклем “Йәшлек”кә яҙылып ҡалығыҙ! ”Тағы: “Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ҡәҙерле дуҫтар, “Йәшлек”кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!”
Бик матур белдереүҙәр, шулай бит, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар. Ауылдарҙа, бигерәк тә Сәйғәфәрҙә халыҡ баҫмаларға ҙур теләк менән әүҙем яҙыла. Ә бына гәзиттә гәзит-журналдарҙы ваҡытында алаһығыҙмы, яңылыҡтар менән нисек танышаһығыҙ, тигән һорауҙарҙы бер ваҡытта ла күргәнем юҡ.
Һуңғы айҙарҙа 10-12 урамдан торған Сәйғәфәр ауылында урам һайын күршеләрҙең ҡысҡырышыуы көсәйҙе. Ниндәй ҡысҡырышыу тиһегеҙме?
Бына ошондай:
– Әй, күрше! Бөгөн кесе йома, һеҙгә гәзит килдеме?
– Юҡ, үткән шәмбелә ике һанды бергә алғайным, башҡа юҡ әле.
– Ә миңә был аҙнала бер һан да килмәнесе...
Свет-газға ла түләү ҡағыҙҙары һуңлай, йә магазиндарға ҡалдырып китәләр, шунан килеп алығыҙ, тип оран һалалар. Ә бит уларына ваҡытында түләмәһәң, айҙың 20-һенә тиклем һүндерәләр, йә һүндерәбеҙ тип “ҡысҡыра” башлайҙар. Һорау тыуа – ә ҡайҙа түләргә?! Быға тиклем беҙҙең ауылдың почта таратыусыһы – Байсыуаҡова Нурбикә бик яҡшы эшләне. Ҡышын ҡар-буранда, яҙын-көҙөн бысраҡ-батҡаҡта ла гәзит-журналдар ваҡытында таратылды. Түләүҙәрҙе өйҙән йөрөп йыйып алды. Бер ниндәй тотҡарлыҡ булманы.