Таңһылыу
Вәлиева-Ҡарасурина
Вәлиева-Ҡарасурина
Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы 1953 йылдың 3
декабрендә Сәксәй ауылында тыуған.
Ғаиләһе 1954 – 57 йылдарҙа Ҡырғыҙстандың
Фрунзе (хәҙерге Бишкек) ҡалаһында йәшәй.
1957 йылда Ишей ауылына күсеп киләләр.
1969 йылда 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас,
Сибай педагогия училищеһында белем
ала. 1973 йылда Ишей мәктәбендә эш башлай,
ә 1974 – 2010 йылдарҙа Байым мәктәбендә
башҡорт һәм рус телдәренән уҡыта,
уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор
урынбаҫары була. Педагогик эшмәкәрлеге
лайыҡлы баһалана – район, республика,
Рәсәй Федерацияһының Маҡтау ҡағыҙҙары
менән бүләкләнә. Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы
Рәсәй Федерацияһы мәғарифының дөйөм
белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре.
Ижад менән
дә әүҙем шөғөлләнә. Таҡмаҡтар, ҡобайырҙар
сығара. “Йәшлек” гәзитендә “Ҡатын
сырағы”, “Үткән дә генә ғүмер ҡалған
хәтер” тигән хикәйәләре баҫылып сыҡты.
“Минең
шиғырҙарымдың темаһы – ҡатын-ҡыҙ, әсә.
Бөтә уй-кисерештәреңде, күңел төбөндәге
серҙәреңде кешегә һөйләп булмай бит,
шулар ҡағыҙға шиғыр булып төшә. Ә
илһөйәрлек, эшһөйәрлек, тормош, йәшәү
мәғәнәһе, һөйөү тураһында, эскелек,
эшһеҙлек, йүнһеҙлек, бәйһеҙлек кеүек
күңелһеҙ күренештәр хаҡында бер туҡтауһыҙ
һөйләйҙәр, бик күп яҙалар – был өлкәлә
мәғлүмәт минән башҡа ла артығы менән
етәрлек. Шуға ла минең шиғырҙарым – бер
кешенең генә күңел донъяһының сағылышы”,
– ти Таңһылыу ханым үҙенең ижади булмышы
хаҡында.