12 янв. 2012 г.

Ҡотлауҙар

13 ғинуар – Рәсәй матбуғаты көнө
Хөрмәтле матбуғат хеҙмәткәрҙәре!
Һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Бөгөн матбуғат баҫмалары үҙҙәренең йәмғиәткә хеҙмәт итеү буйынса күп быуатлыҡ традицияларына тоғро ҡалып, беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙа мөһим роль уйнай, донъяла демократия һәм граждандарҙың килешеп йәшәүе үҫешенә булышлыҡ итә, заманыбыҙҙың иң мөһим һәм көнүҙәк һорауҙарына яуап табырға ярҙамлаша.
Беҙҙең райондың киң мәғлүмәт саралары һуңғы йылдарҙа әүҙем үҫеште. Һеҙҙең профессиональ оҫталығығыҙ, күтәрелгән проблемаларҙы төптән өйрәнеүегеҙ, ваҡиғалар уртаһында ҡайнауығыҙ беҙҙең халыҡҡа иҡтисади һәм сәйәси хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булырға ғына түгел, әхлаҡи һәм гражданлыҡ позицияһын билдәләргә лә ярҙам итә.
Беҙҙең журналистар артабан да үҙҙәренең профессиональ бурыстарына тоғро ҡалыр, һәр яңылыҡты тотоп алып, үҙҙәренең көндәлек эше менән йәмғиәтебеҙҙең алға китешенә булышлыҡ итер, тип ышанам.
Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, яңы ижади уңыштар теләйем.
И. СИТДЫҠОВ,
муниципаль район хакимиәте башлығы.



12 ғинуар – РФ прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө
Һеҙ – һәр саҡ Конституция һағында
Хөрмәтле прокуратура хеҙмәткәрҙәре!
Ысын йөрәктән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!
Прокуратура – илебеҙҙең хоҡуҡ һаҡлау структураһының мөһим нигеҙе, ныҡлы таянысы. Ул дәүләт именлеген һаҡлаған закондар һағында тора. 
Прокуратура хеҙмәткәре булыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Һеҙҙең ныҡышмал, принципиаль, ғәҙел булыуығыҙ Рәсәй граждандарының хоҡуҡтарын яҡлай, енәйәтселек һәм коррупцияға ҡаршы арымай-талмай көрәшергә көс бирә. Һеҙ – һәр саҡ Конституция һағында, шул рәүешле беҙҙең закондарҙы теүәл үтәйһегеҙ.
Район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре киләсәктә лә дәүләт, халыҡ алдындағы бурыстарын намыҫлы үтәр, һәр граждандың законлы мәнфәғәтен яҡлар, тип ышанам.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

Рәсми хәбәр

2012 – Рәсәй тарихы йылы
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев 2012 йылды Рәсәй тарихы йылы тип иғлан итте. Был ҡарар Рәсәй тарихына йәмғиәт иғтибарын йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
Рәсәй Президенты үҙенең Указында илдә Рәсәй тарихы йылын уҙғарыуға ҡарата махсус ойоштороу комитеты булдырырға һәм үтәсәк саралар планын ҡабул итергә тәҡдим итте. Шуға ярашлы Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәрендә лә Рәсәй тарихы йылы барышында төрлө саралар уҙасаҡ.

Техниканы – әҙерлек һыҙығына

Иң беренселәрҙән булып
“Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе ремонт миҙгелен иң беренселәрҙән булып башланы һәм уны әүҙем алып бара.  
Машина-трактор оҫтаханаһының тракторҙар ремонтлау цехында Хәйҙәр Дәүләтбирҙин етәкселегендәге бригада – слесарь Варис Ишембәтов, иретеп йәбештереүсе Марат Әбдрәшитов, тимерсе Әхмәт Буранбаев эшләй.

Предприятиеның баш инженеры Х.Буранбаев белдереүенсә, кәрәкле запас частар Сибай ҡалаһынан алдырыла.
– Беҙ хәҙер оҫтахана бинаһын үҙәк йылытыуҙан автономлыға, ТЭН электр йылытҡысына күсерҙек, – ти Хәбир Әхәт улы. – Эшселәргә тейешле хеҙмәт шарттары булдырырға тырышабыҙ. Тракторҙар ремонттан сыҡҡас, ауыл хужалығы машиналарын төҙөкләндереүгә тотонасаҡбыҙ.
Оҫтахананың автомашиналар гаражында ла эштәр ҡайнай. Бында водителдәр үҙҙәренең “тимер ат”тарын ремонтлау менән мәшғүл. Альберт Һатыбалов (КамАЗ), Владимир Горюнов (КАвЗ автобусы), Алексей Баскаков, Алексей Лукьянов (ГАЗ-53) үҙ эштәренең оҫталары булып танылған.
Берекмәнең директоры М.Б. Салихов белдереүенсә,  предприятиела хеҙмәтен яратып башҡарған белгестәр һәм эшселәр тупланған.

А.Ишназаров.

Иҫке Яңы йылды бергә ҡаршылайыҡ!

13 ғинуарҙа сәғәт төнгө 12-се яртыла үҙәк майҙанда халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан Иҫке Яңы йылды ҡаршылау тамашаһы ойошторола.  Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Аждаһаны быйыл тағы бер тапҡыр күреп ҡалғығыҙ килһә, майҙанға килегеҙ! Бынан тыш йәштәр өсөн халыҡ ижады үҙәгендә төнгө 2-гә тиклем күңелле дискотека көтә.
Рәхим итегеҙ!

Хроника


Сибай ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы итеп быға тиклем Иҫке Сибай мәктәбе директоры булып эшләгән Шәрипов Вадим Йәүҙәт улы һайланды.
Рафиҡов Сәлих Мөхөтдин улы Иҫке Сибай урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнде.

Ҡотлайбыҙ!

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн һәм 60 йәше тулыу айҡанлы үҙәк ҡала дауаханаһының дауалау эштәре буйынса баш табип урынбаҫары Хисмәтуллина Ленера Вилдан ҡыҙы Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Уҙған йылды барлайбыҙ, иң-иңдәрҙе данлайбыҙ!

Эй, ваҡыттың уҙыуы!.. Әле яңы ғына өр-яңы 2012 йылды ҡаршылап йөрөй инек, хәҙер инде уның тәүге айының яртыһы ла үтеп бара! Кем берәү әйтмешләй, хәҙер тәүлектә егерме дүрт сәғәт урынына егерме өс кенә ҡалған, шуға ваҡыттың аҡҡаны ла һиҙелмәй. Әллә заманы шулай, әллә ысынлап та тәүлек ҡыҫҡарған – таң ата ла кис була, аҙна башланһа, шундуҡ аҙағы ла килеп етә. Йырҙарҙа йырланғанса, “минуттарҙы ғына, секундтарҙы ғына булмай туҡтатып...” Шулай ҙа уҙған мәл һәр саҡ баһалауға мохтаж. Уның ыңғай яҡтарын өлгө итеп, киреләренән һабаҡ алып, беҙгә алға табан барыуҙы, йәшәйеште дауам итергә кәрәк.
Матур традицияға таянып, “Һаҡмар” гәзите редакцияһы быйыл да үткән йылды барлап, уның иң сағыу, иң әһәмиәтле, иң фәһемле һәм иғтибарға иң лайыҡлы ваҡиғаларын иҫегеҙгә төшөрөп үтергә булды. Улар менән бер рәттән, әлбиттә, беҙ үҙ өлкәләрендә ҙур уңыштарға өлгәшкән, оло еңеүҙәр яулаған шәхестәребеҙҙе лә иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалдырманыҡ. Һәм был эште, һәр ваҡыттағыса, яңы йылды иҫке календарь буйынса ҡаршылау алдынан башҡарабыҙ. Шулай итеп, һеҙҙең иғтибарға йыл номинациялары.

Йыл девизы
2011 йыл Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителде. Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов үҙенең сығышында: “Милләт-ара, шулай уҡ конфессия-ара мөнәсәбәттәр проблемаһы бөгөн төрлө сәбәптәр арҡаһында беренсе планға сыға. Беҙгә барыбыҙға ла халыҡтар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү, бөгөн булған аңлашылмаусанлыҡтарҙы бөтөрөү өҫтөндә эшләргә кәрәк”, – тип билдәләне. Шуға бәйле республикала һәм районда ҡабул ителгән планға ярашлы ҙур саралар ойошторолдо.

Йыл сараһы
Уҙған йылдың 4 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайланды. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса республика халҡының 79,3 проценты үҙенең гражданлыҡ хоҡуғын үтәгән.
Дәүләт Думаһына һайлау һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 70,5 процент тауыш йыйған “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәүге урында, икенселә – КПРФ (15,65 процент тауыш йыйған).
Йыл комплекслы программаһы
Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарына тәүге эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов төбәкте комплекслы үҫтереүҙең программаһын булдырыу кәрәклеге тураһында мәсьәләне күтәреп сыҡҡайны. Ул үҙенең сығышында беҙҙең төбәк райондарының етерлек потенциалға эйә булыуын, әммә тормош кимәленең түбәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика башлығы һүҙендә торҙо. “2011-2015 йылдарҙа Баймаҡ районын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы инвестиция программаһы” тип аталған яңы проект ҡабул ителде һәм ошо мөһим документҡа ярашлы Баймаҡ ҡалаһында һәм районында ҙур эштәр тормошҡа ашырыла башланы.

Йыл финанс ярҙамы
Уҙған йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов инициативаһы менән ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү маҡсатында финанс ярҙамы күрһәтелә башланы. Транш башлыса юлдарҙы төҙөкләндереүгә, зыяраттарҙың ҡоймаларын яңыртыуға, урамдарҙы яҡтыртыуға йүнәлтелде. 
Йыл проекты
Республика етәкселеге ярҙамы менән “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һы Көнсығыш-Семеновск һәм Йолалы ятҡылыҡтарында алтын сульфидлы рудалар сығарыуға һәм элекке фабриканың техноген ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә лицензия алды. Предприятиеның көтөлгән ҡеүәте – айына 100 мең тонна, алтынды айырып алыу – 70 процентҡа тиклем, киләсәктә – 90 процентҡа ҡәҙәр. Был предприятие 802 кг алтын, 4,9 тонна көмөш, 762 т баҡыр сығарырға ниәтләй. Проектҡа 150 млн һум инвестиция йәлеп ителгән. Бөтәһе 400 кешегә эш урыны булдырыу көтөлә.



Йыл тәғәйенләүе
Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы итеп И.Х. Ситдыҡовтың тәғәйенләнеүе йылдың мөһим ваҡиғаларының береһе булды. Бай тәжрибәле, алдынғы ҡарашлы, перспективалы етәксе иңенә райондың социаль-иҡтисади тормошон үҫтереү, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, бихисап проблемаларҙы хәл итеү бурысы йөкмәтелде. Илшат Хәмит улы Башҡортостан етәкселеге һәм район халҡының өмөтөн аҡланы – уҙған йыл эсендә генә беҙҙә ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырылды, яңыларына нигеҙ һалынды, объекттар сафҡа инде. Бөгөн районда яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, социаль инфраструктураны үҫтереү йүнәлешендәге маҡсатлы эш уңышлы дауам итә.
Йыл инвестицияһы
Республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күп ҡатлы торлаҡ йорттарҙың ихата биләмәләрен һәм уларға үтеү юлдарын ремонтлауға 3 млн 630 мең һум, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә 4 млн 400 мең һум аҡса бирелде. Шул уҡ ваҡытта ҡаланың йылылыҡ трассаһын капиталь ремонтлауға республика бюджетынан – 947 мең һум, урындағы ҡаҙнанан 947 мең һум аҡса тотонолған. Баймаҡтағы һыу үткәргесте капиталь ремонтлауға ике кимәлдәге бюджеттан да 513-әр мең һум аҡса сарыф ителгән.

Йыл акцияһы

2011 йылда республикабыҙҙа иғлан ителгән “Айыҡ ауыл-2011” акцияһына баймаҡтар ҙа ҡушылды. Конкурста ҡатнашҡан Темәс, Ғәҙелбай, Йәрмөхәмәт, Буранбай ауылдарында төрлө профилактик операциялар, рейдтар, кисәләр, әңгәмәләр, мәҙәни саралар уҙғарылып, кешеләр һау-сәләмәт тормош алып барыу, дини йолаларҙың тән өсөн генә түгел, йән өсөн дә рухи аҙыҡ булыуын дәлилләне.



Йыл төҙөлөшө
Һуңғы ваҡытта Баймаҡта газ селтәре төҙөлөшө бер аҙ туҡтап ҡалғайны. Уҙған йыл аҙаҡтарында иһә был йүнәлеш буйынса эштәр ҡайтанан йәнләнде. Ҡала һәм ауылдарҙа бөтәһе 50 км “зәңгәр яғыулыҡ” торбалары һалынды. Баймаҡтың үҙендә генә лә 18 км оҙонлоҡта газ үткәргес төҙөлдө. Бынан тыш, Әбделкәрим, Билал, Өмөтбай, Темәс ауылдарында был йүнәлештә эш әүҙем дауам итте. Быйыл Федераль программаға ярашлы Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай, Беренсе Этҡол ауылдарында газ үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ республика ярҙамы менән Түбә ауылына ла газ килеп етәсәк. Райондың дала зонаһы – Байыш, Ҡарамалы, Урғаҙа ауылдарында ла газ үткәреү күҙ уңында тотола.

Йыл объекты
Ҡалала “Силәбе компрессорҙар заводы” ЯАЙ-һының генераль директоры, яҡташыбыҙ А.Р. Ялалетдиновтың көсө менән ҡеүәтле ит эшкәртеү комбинаты төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды. Бөгөн яңы производство 15 төр продукция етештерә, унда 32 кеше эшләй. Комбинатта етештерелгән ризыҡ халыҡта ҙур һорау менән файҙалана. Киләсәктә продукция ассортиментын арттырыу, эш урындарын күбәйтеү күҙ уңында тотола.

Йыл хужалығы
“Йыл хужалығы” номинацияһына Ленин исемендәге АХК лайыҡ булды. БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән коллектив үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын ойоштороуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәште. Ауыл хужалығындағы “Йыл” номинацияларының барыһына ла лайыҡ был предприятие Ҡуян йылын да уңышлы тамамланы. Бөтәһе 19 млн һумлыҡ һөт продукцияһы, 6 млн һумлыҡ ит, 16 млн һумлыҡ ашлыҡ етештерелгән, производствоның рентабеллеге – 12 процент. Хужалыҡ техник потенциалды нығытыуҙы дауам итте – ГВК-6, ГП-12 тырмалары, П-180 пресс-йыйғысы, 2 берәмек ЖВП-6 урғысы һатып алды. 2012 йылда техника паркы яңы “Нива-эффект” комбайны, “Полесье” сапҡысы менән тулыланасаҡ.
Кооператив ауылдарҙың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерә, мәғариф учреждениеларына даими ярҙам күрһәтә. Коллектив иһә ваҡытында лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ала, социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә.

Йыл предприятиеһы
“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә производствоны модернизациялау буйынса байтаҡ саралар күрелә. Уҙған йылда ҡуйылған план 120 процентҡа үтәлгән. Энергияны һаҡлаусы дүрт газ-поршенлы станция эш башланы. Шул иҫәптән вакуум-пленкалы формалау алымы менән эре тонналы ҡойолмалар әҙерләү, металл иретеү өсөн электр мейестәрен модернизациялау, электр насостары етештереүҙе үҫтереү, юғары марганецлы ҡорос етештереү буйынса яңы цех асыу планлаштырыла.
Киләһе йылда завод үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов оло юбилей сараларын үҙ эсенә алған “Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 75 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Йыл тауары
“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештерелгән тауар “Иң яҡшы тауар. ПФО - 2011” төбәк конкурсы лауреаттары реестрына ингән. Быны “Статэксперт” АНО НИИ президенты М.А. Боквинова тарафынан ҡул ҡуйылған Диплом раҫлай.
Йыл йорттары
“Иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡ йорттарҙан күсереү” федераль адреслы программаға ярашлы Баймаҡ ҡалаһында өс ҡатлы ике йорт төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды. Был йорттарға Тыныслыҡ урамының 1-се һәм 6-сы, Еңеү урамының 7-се, Ленин урамының 14-се йорттарында йәшәүселәр күскән. Хәҙер улар һәр береһендә 24-әр фатир булған йорттарҙа йәшәй. Бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙар яҡты, иркен. 8 фатир Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ фонды аша ипотека менән бирелгән.

Йыл рәйесе
“Йыл рәйесе” номинацияһы Ленин исемендәге АХК рәйесе Ғ.Б. Сәлимовҡа бирелде. Ғәлим Булат улы – тәжрибәле, алдынғы ҡарашлы етәксе, уның эш алымдары районда өлгө булып тора. Ғ.Сәлимов Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә ҡатнашты, ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Президентыбыҙ Р.З. Хәмитов ҡулынан республиканың иң юғары наградаһын – Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын алыу бәхетенә иреште.


Йыл биләмә башлығы
Был номинацияла Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Ф.Ғ. Вәхитова еңеп сыҡты. Ул етәкләгән биләмә күп күрһәткестәр буйынса районда өлгө булып тора. Фәниә Ғиләж ҡыҙының оҫта ойоштороуында ауылдарҙы төҙөкләндереү, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, социаль һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тәғәйенләнешендәге объекттар төҙөү һәм реконструкциялау йүнәлешендә ҙур эштәр бойомға ашырыла. Атап әйткәндә, уның тырышлығы һәм район хакимиәтенең ярҙамы менән Байымда һыу үткәргес ремонтланды, клубҡа йылылыҡ индерелде, мәктәптәр һыу менән тәьмин ителде, дүрт ауыл юлдарына ҡырсынташ түшәлде, өсәүһенең электр линиялары яңыртылды. Әле Ниғәмәттә яңы мәҙәниәт йорто төҙөлә.

Йыл фермеры
Был номинацияла Ярат ауылынан “Мырҙаҡаев” КФХ-һы етәксеһе А.Ш. Мырҙаҡаев еңеп сыҡты. Айҙар Шәрифйән улының фермер хужалығы үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнә. КФХ-ла 120 һауын һыйыр, 160 йәш мал һәм 59 баш йылҡы аҫрала. Былтыр хужалыҡ тағы ла 70 баш быҙау һатып алған. Предприятие ҡышҡа етерлек мал аҙығы тупланы, етерлек орлоҡ һәм фураж әҙерләп һалды. Бында социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә, эш хаҡы ваҡытында түләнә, бурыстар юҡ. Айҙар Шәрифйән улы “Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” дәүләт программаһында ҡатнашыу, яңы уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй.

Йыл эшҡыуары
Темәс ауылы егете Радмир Фәрит улы Ирназаров районда ғына түгел, республика, сит өлкәләрҙә лә киң танылыу яулаған эшҡыуарҙарҙың береһе. Ул 2000 йылда Сәксәй ауылындағы пилорама бинаһын ҡуртымға ала һәм ағас эшкәртеү буйынса үҙ шөғөлөн асып ебәрә. Бөгөн Р.Ирназаров тиҫтәнән ашыу кешегә эш урыны булдырған. Матди-техник базаһы ла ярайһы ҙур ғына. Уңған эшҡыуарҙың биш пилорамы бар.  Ағас эшкәртеү ҡоролмалары бында йыл әйләнәһенә туҡтамай. Ябай рәшәткәләрҙән алып өй, мунса бураларына тиклем эшләйҙәр.
Йыл мөдире
А.Б. Шәрипов етәкләгән “Рассвет” АХК-һы ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙа районда лайыҡлы урын биләй. Уҙған йылда ла яҡшы һөҙөмтәгә иреште хужалыҡ – урып-йыйыу эштәре, мал аҙығы әҙерләү буйынса район хеҙмәт ярышында ул өсөнсө урынды яуланы. Хужалыҡ етәксеһе А.Б. Шәрипов иһә юғары наградаға – Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Кооператив үҙенең хеҙмәт алдынғылары менән билдәле. Келәт мөдире Петр Никитин ана шундайҙарҙың береһе. Ул үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы, тапшырылған эште ваҡытында һәм сифатлы башҡарыуы менән айырылып тора.

Йыл водителе
“Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһенең алдынғы водителе А.С. Һатыбалов – хужалыҡта ғына түгел, районда ла танылыу яулаған хеҙмәтсәндәрҙең береһе. Альберт Салауат улы һәр ауыл хужалығы кампанияһына үҙенең тос өлөшөн индереп, гелән юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Тырыш хеҙмәте менән А.Һатыбалов күп тапҡырҙар хужалыҡ, район кимәлендәге ярыштарҙа “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булды. Былтыр иһә ул ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Йыл һауынсыһы
Ленин исемендәге АХК-ның Таулыҡай фермаһы һауынсыһы Рәйсә Сәғәҙәтова үҙ һөнәренең алдынғыһы булып танылған. Намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булған Рәйсә Шәмсетдин ҡыҙы үткән йылда ла һынатманы. Ул үҙ төркөмөндәге һыйырҙарҙан 130 тонна тулайым һөт һауып алып (фураждағы һәр һыйырға ҡарата күрһәткес 4216 кг тәшкил итте), “Йыл һауынсыһы” номинацияһында еңеп сыҡты.


Йыл ветврачы
Был исемгә Таулыҡай ветеринария участкаһы мөдире И.С. Ғәлин лайыҡ булды. Район кимәлендә танылған ветеринария белгесе булараҡ, Ирмәк Сәләх улы  үткән хужалыҡ йылында ла үҙ биләмәһендәге ауылдар халҡының малын төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсалау, уларҙы дауалау һәм профилактикалау өлкәһендә ҙур эш атҡарып сыҡты. Уның тырышлығы менән планлы ветэшкәртеүҙәр ваҡытында үткәрелгән, ҡурҡыныс сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуйылмаған.



Йыл ҡымыҙы
Бөрйән районында ҡымыҙ яһаусыларҙың республика конкурсында беҙҙең райондың “Байҡара” агрофирмаһы продукцияһы 2-се урынды яуланы. Байҡаралар бәйгегә 12 төр ҡымыҙ алып барҙы, комиссияның юғары баһаһына лайыҡ булды.  Хужалыҡ башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы булып тора, бөгөн унда 200-ҙән ашыу йылҡы аҫрала. Ҡымыҙ етештереүҙән предприятие йыл да яҡшы табыш ала.
Йыл йылҡысыһы
“Уңыш” АХК-һы – райондың ҡеүәтле предприятиеларының береһе. Кооператив үткән хужалыҡ йылын да яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланы. Һуңғы осорҙа бында малсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса һынылыш яһалды. “Уңыш” – йылҡы һаны буйынса лидер хужалыҡ. Унда бөгөн 450 баш йылҡы аҫрала. Уның яртыһы тиерлек Татлыбай бүлексәһенә тура килә. Өлкән йылҡысы Зәбир Исмәғилевтың, уның командаһының тырышлығы менән тармаҡты үҫтереү, ҡымыҙ етештереү, ҡолон алыу буйынса хужалыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.
Йыл бригадиры
Был номинацияға Салауат исемендәге АХК-ның мал аҙығы әҙерләү бригадаһы етәксеһе Урал Ғәрифуллин лайыҡ булды. Тап ошо подразделениеның тырышлығы менән хужалыҡ ҡеүәтле малсылыҡ комплексын имен ҡышлатырҙай мал аҙығы тупланы. Әйткәндәй, хужалыҡтың мал аҙығы әҙерләү бригадаһы район хеҙмәт ярышында ла еңеүсе тип табылды.
Йыл баҫыу ҡарауылсыһы
Ленин исемендәге АХК баҫыуҙарҙы мал тапауҙан һаҡлау йүнәлешендә һөҙөмтәле эшләй. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған ҡарауылсылар һайлай белеү, уларҙы юғары хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү (айына 14-15 мең һум), мәсьәләне ныҡлы контролдә тотоу арҡаһында өлгәшә улар быға. Ошо хужалыҡтың объездчигы Миҙәхәт Исхаҡов йыл йомғаҡтары буйынса үҙ эшенең алдынғыһы булып танылды.




Йыл умартасыһы
Икенсе Этҡол ауылынан Азат Сәйет улы Ниәтшинды районда танылған ветеринария белгесе генә түгел, ә оҫта умартасы булараҡ та беләләр. Ул ҡортсолоҡ шөғөлөнә улы Ғәзизде лә ылыҡтырған. Аталы-уллы Ниәтшиндар республика кимәлендә йыл да ойошторолған умартасылар бәйгеләрендә район намыҫын яҡлап сығыш яһай. 2011 йыл айырыуса  уңышлы булды Азат Сәйет улы өсөн. Иглин районында үткән Умартасыларҙың 11-се республика конкурсында ул, 63 балл йыйып, 51 ҡортсо араһынан 2-се урынды яуланы.
Йыл врачы
Рәшит Абрар улы Яхин баймаҡтар өсөн генә түгел,  ә күрше-тирә райондар өсөн дә билдәле врач. Уның шифалы ҡулдары, файҙалы кәңәштәре әллә күпме кешенең һаулығын һәм ғүмерен ҡотҡара. Физиотерапия һәм диагностикалау бүлеге мөдире Рәшит Абрар улы Яхиндың медицина өлкәһендә эшләүенә 26 йыл. Балалар ижады үҙәгендә эшләгән, изге күңелле Асия Хәйретдин ҡыҙы менән Заһир, Басир, Инсаф исемле эшһөйәр, аҡыллы улдар тәрбиәләйҙәр. Күп һанлы маҡтауҙарға лайыҡ булған Рәшит Яхин кешеләрҙең бер-береһенә иғтибарлы булыуын, сәләмәтлеген ваҡытында хәстәрләүҙәрен теләй.
Йыл акушеры
Зөләйха Әхмәт ҡыҙы Ҡашҡарова бала саҡтан үҙен донъялағы иң шәфҡәтле һөнәр – медицинаға бағышларға хыяллана. Уҡыуын яҡшы тамамлаған ҡыҙ Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 1982 йылда Баймаҡ бала табыу йортонда башлай. Еңел ҡуллы, миһырбанлы, изгелек кенә өләшкән Зөләйха Әхмәт ҡыҙы коллегаларының һәм әсәләрҙең ихтирамын яулай. Тормош иптәше Шәриф Сәғәҙи улы Ҡашҡаров менән өлгөлө, бәхетле ғаилә ҡороп, Гөлназ һәм Гүзәл исемле ике уңған ҡыҙ тәрбиәләп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Хәҙерге ваҡытта улар бик бәхетле өләсәй һәм ҡартатай ҙа. Зөләйха Әхмәт ҡыҙының күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары бар.
Йыл директоры
Ҡаланың 2-се мәктәбе директоры Иванов Виталий Николаевич “Йыл директоры” исеменә лайыҡ булды. Тиҙҙән 60 йәшен билдәләйәсәк шәхестең был яуаплы вазифаны тартыуына 30 йыл тула. Туған мәктәбендә эшләү дәүерендә ул үҙен яҡшы етәксе, оҫта ойоштороусы итеп танытҡан. Был осорҙа мәктәп иң алдынғылар рәтенә баҫты.




Йыл балалар баҡсаһы мөдире
Был исемгә 30 йылдан ашыу үҙен балалар тәрбиәләүгә арнаған “Йондоҙло” балалар баҡсаһы мөдире Хәмзина Сәрүәр Фәруҡ ҡыҙы лайыҡ булды. Ул был вазифала 22 йыл эшләй. “Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы” исеме, “Рәсәй Федерацияһының почетлы хеҙмәткәре” билдәһе бар.





Йыл уҡытыусыһы
Иҫке Сибай мәктәбенең физика уҡытыусыһы Зиннур Хәмитов был исемгә хаҡлы рәүештә лайыҡ. Ул 13 йыл уҡытыу дәүерендә 2009 йылда “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе булған, ғилми-методик эшмәкәрлеге өсөн  республика кимәлендә “Педагог-эҙләнеүсе” исемен яулаған. Йәш техниктар станцияһының радиоэлектроника түңәрәген алып бара, уҡыусылары фәнни-эҙләнеү эштәре буйынса призлы урындар яулап тора. Зиннур Рәхимйән улы былтыр июнь айында Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй физика уҡытыусылары съезында ҡатнашҡан. Унда әҙерләп алып барған стенд-эшен яҡлаған, уның “Техник фекерләүҙе үҫтереү” исемле яҙмаһы съезда сыҡҡан йыйынтыҡҡа ингән.
Йыл тәрбиәсеһе
“Күбәләк” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Фәйезова Мөнирә Ишмөхәмәт ҡыҙы “Йыл тәрбиәсеһе” исеменә лайыҡ булды. Ул 28 йыл ғүмерен ошо изге хеҙмәткә арнаған.  Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының Почет грамоталарына эйә, Уҡытыусыларҙың X съезында делегат булған. Фирҙәүес Аҙнабаева менән берлектә “Милли мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында рус теле” йыйынтығы сығарғандар. Уның пособиеһы, һүрәтле һүҙлеге, дидактик материалдары сыҡҡан, тиҙҙән эш дәфтәре донъя күрәсәк.
Йыл судьяһы
Ғәзизә Рәхимйән ҡыҙы Ҡотлобаева Баймаҡ район судында судья булып күп йылдар уңышлы ғына эшләй. Уның тәжрибәһен, тырышлығын күреп, Башҡортостан Республикаһының Юғары судына эшкә саҡыралар. Бында бер нисә йыл тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булып эшләгәндән һуң, РФ Президентының Указы буйынса Ғәзизә Рәхимйән ҡыҙын Баймаҡ район судының рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр.




Йыл суд приставтары


Баймаҡ суд приставтарының хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль суд приставтары идаралығы тарафынан ыңғай баһалана. Суд приставтары бүлегендә оҙайлы йылдар намыҫлы эшләгән Гөлшат Шәһит ҡыҙы Ирназарова һәм Илгизәр Әнүәр улы Яҡшыбаевҡа өсөнсө дәрәжәләге “Хеҙмәт өсөн” миҙалы тапшырылыуы оло ҡыуаныс булды.
 
Йыл китапханаһы
Түбә ауылы китапханаһы 2011 йылда иң яҡшы китапхана исемлегенә инде. Ул 1924 йылда асыла. Уға нигеҙ һалыусы билдәле драматург Мирхәйҙәр Фәйзи була. Китапхана эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: балаларҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләү, ауылдың күренекле шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереү, ауыл тарихын ентекле өйрәнеү. Китап фонды 150220 дана, һаны – 1150. Китапхана мөдире булып юғары белемле Гөлсинә Шәрипова эшләй.
Йыл китапханасыһы
Был номинацияла Йомаш ауылы китапханасыһы Роза Саникина билдәләнде. Ул бер үк ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар советын да уңышлы етәкләй. Китапханала төрлө саралар, исем туйҙары, осрашыуҙар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, конкурстар даими үтә. “Таңсулпан”, “Шоңҡар”, “Атайсал” клубтары гөрләп эшләй.

Йыл ғаиләһе
Ғаилә, Мөхәббәт һәм Тоғролоҡ көнө уңайынан Ниғәмәт ауылынан Рәйсә менән Әхмәҙулла Иҫәнбаевтар Өфөнән “Мөхәббәт һәм Тоғролоҡ өсөн” миҙалы алып ҡайтты. Уны Хөкүмәт йортонда вице-премьер Ф.Ямалетдинов тапшырған. Был ҡаһарман йөрәкле татыу ғаилә, үҙҙәренең өс балаһы өҫтөнә, туғандарының 5 балаһын тәрбиәгә алған. Һәр береһенә йөрәк йылыһын биреп, хеҙмәт аша тормошҡа ҡараш тәрбиәләгәнгә күрә, бөгөнгө көндә балалары үҙ урынын тапҡан, матур ғаиләләрҙә 4 ейән һәм 5 ейәнсәр үҫә.
Йыл имам-хатибы
Шүлкә ауылының имам-хатибы һәм старостаһы Юламан Лоҡман улы Раев тураһында һоҡланып “Өлгөлө лә, өлгөр ҙә олатай”, – тиҙәр. Былтыр ул йәмғиәттең иғтибарын заман афәте – үҙ-үҙен үлтереүселәргә йүнәлтеп, Шүлкәлә имам-хатиптарҙы йыйып, семинар ойошторҙо. Унда дин әһелдәре генә түгел, етәкселәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары ла ҡатнашты. Юламан Раев мәсет төҙөү, ауыл зыяратын кәртәләтеү, ауыр шарттарҙа йәшәгән ғаиләләргә, Түбә балалар йортона ярҙам итеүе менән дә билдәле. Ул ислам диненең һәр байрамын, йыл һайын балалар өсөн “Иман нуры” конкурсын үткәрә, йәшәү кимәле түбән булған ғаиләләргә 1 сентябрҙә мәктәп кәрәк-яраҡтары алып бирә, матбуғатҡа яҙылыу, Яңы йыл кисәһен ойоштороуҙа матди ярҙам күрһәтә.

Йыл китабы
“Йыл китабы” исемен “Ир иңендә – ил ғәме” китабы яуланы. Китаптың авторы – Башҡортостандың почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Сәйғәфәров. Яңы китап тыуған яғыбыҙҙың данлы үткәне, районыбыҙ тарихы, халҡыбыҙ азатлығы өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшеүсе яҡташтарыбыҙ тураһында. Йәш быуын өсөн ҡомартҡы, аманат булырҙай был китап 2010 йылда “Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексында баҫылды.



Йыл сәфәре
Июнь айы аҙағында үҙенә билдәле сәнғәт оҫталарын, спортсыларын, милләтебеҙҙең рухын, тарихын, ижадын халыҡҡа еткереүсе ағинәйҙәрҙе туплаған Баймаҡ районы делегацияһы Санкт-Петербургта үткән һабантуйҙа ҡатнашты.
Байрам мәлендә беҙҙең тирмә һәм этно-фольклор күргәҙмә йыйылған халыҡ араһында бик популяр булды. Оҙайлы юл сәфәре, төньяҡ башҡала буйлап төнгө экскурсияла булыу делегация ағзаларында онотолмаҫлыҡ иҫтәлектәр ҡалдырҙы.

Йыл бейеүсеһе
 “Ирәндек” ансамбле солисы Илшат Ғүмәров Йыл бейеүсеһе тип танылды. Ул туғаны, Сибай сәнғәт колледжы студенты Айбулат менән “Байыҡ” республика телевизион фестиваленең Гала-концертында ҡатнашып, “Дуэт” номинацияһында беренсе дәрәжәле дипломға лайыҡ булды.


Йыл ятағы
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары былтыр ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе – үҙҙәренең 28 урынлыҡ ятағы асылды. 8 февралдә уны асыу тантанаһы уҙҙы.
Йыл йырсылары
Районыбыҙ йыр-моң эйәләренә бай төбәк. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, районыбыҙҙың Б.Вәлид исемендәге премия лауреаты Рауил Харрасов һәм талантлы йәш йырсы Руслан Тимербулатов “Йыл йырсылары” тип табылды.
Йыл мөғжизәһе
“Атайсалдың ете мөғжизәһе” конкурс-фестивале һөҙөмтәһе буйынса Баймаҡ районының Талҡаҫ күле һәм Ғәҙелша шарлауығы “мөғжизәләр” исемлегенә инде. Тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәт һәйкәлдәре менән ысынында ла ғорурланырға хаҡыбыҙ бар.
Йыл ағасы
Ҡалабыҙҙың йәш, дәртле эшҡыуарҙары, “Тылсымлы донъя” балалар майҙансығы хужалары Дилара менән Альберт Сәйетовтар С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында “Мөхәббәт ағасы” ултыртты. Сәстәрен-сәскә бәйләүсе йәштәр үҙҙәренең исеме яҙылған йоҙаҡты унда элә һәм асҡысын Таналыҡ йылғаһына ырғыта. Ҡалабыҙҙа туй тантанаһына тағы бер матур йола өҫтәлде.
Йыл спорт ваҡиғаһы
Традицион каратэ-до фудокан-шотокан буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге һәм чемпионаты ике көн дауам итеп, 150-нән ашыу спортсыны үҙенә йыйҙы. Улар кумитэ, ката, төркөмлө ката, төркөмлө кумитэла ярышты. Был күләмле сарала беҙҙең команда ла – 2-се мәктәп базаһында “Цунами” республика традицион каратэ буйынса балалар клубы филиалы (етәксеһе Д.Кәримов) тәрбиәләнеүселәре һөҙөмтәле урындар яуланы.
Йыл спортсыһы
Сентябрь айында Көньяҡ Америкала, Аргентина республикаһының Мендоза ҡалаһында кунг-фу (ушу) буйынса XIII донъя чемпионаты һәм Донъя кубогы уҙғарылды. Был спорт сараһы Халыҡ-ара яу сәнғәте федерацияһы (Лос-Анджелес) тарафынан ойошторолдо. Унда Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы составында сығыш яһаған “Барыҫ” көнсығыш көрәштәре клубы тәрбиәләнеүсеһе Ләйлә Гаджиева ушу-саньда буйынса үҙенең йәш категорияһында беренсе урын яуланы. Унан алда Ләйлә май айында Мәскәүҙә ушу-саньда буйынса үткән ярышта үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионы исемен алыуға өлгәште.
Йыл арғымаҡтары
Башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы булып танылған “Аҡморон” АХК-һы уҙған миҙгелдә лә юғары күрһәткестәргә өлгәште. Предприятиеның йылҡысылыҡ спорты йәнә бер баҫҡысҡа күтәрелде. Хужалыҡ арғымаҡтары район һабантуйында, “Аҡъял” ипподромында үткән бәйгеләрҙә иң етеҙҙәре булып сыҡты. Ә иң юғары уңышҡа улар Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында үткән йәш һыбайлыларҙың Европа чемпионатында иреште – Орлик, Алтынай һәм Цезарь 1-се, 2-се һәм 4-се урындарҙы яуланы.

10 янв. 2012 г.

Яңылыҡтар

Владислав – еңеүсе!
Баймаҡ йәш техниктар станцияһында тәрбиәләнеүселәр уңыштары, еңеүҙәре менән йыш ҡыуандыра. Ҡуянтау ауылынан Владислав Әмирханов 2011 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһының радиоэлемтә буйынса кубогы өсөн ярышта яҡшыларҙан булып танылды. Иң йәш ҡатнашыусының эше юғары баһаланып, диплом менән бүләкләнгән.

Мөғжизәле кисә
Ғүмәр ауылында ата-әсәләр, балалар өсөн “Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!” тип аталған мөғжизәле байрам кисәһе үткәрелгән. “Алтынай” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Миңзәлә Үҙәнбаева әйтеүенсә, сараға күп балалы һәм ауыр шарттарҙа тәрбиәләнгән кескәйҙәр ҙә саҡырылған. “Алтынай” хеҙмәткәрҙәренә матур кисәне үткәреүҙә “Мырҙаҡаев” КФХ-һы етәксеһе А.Ш. Мырҙаҡаев ҙур ярҙам күрһәткән.

“Иғтибар! Балалар!”
Баймаҡ ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре “Иғтибар! Балалар!” профилактик операцияһын үткәрә. Улар уҡыусылар ҡышҡы каникулға сығыр алдынан осрашыуҙар уҙғарып, юл ҡағиҙәләре тураһында әңгәмәләр ойошторҙо. Балаларҙың каникул мәлендә ҡарауһыҙ ҡалып, юлда сана-саңғыла шыуыуы айырыуса ҙур хәүеф тыуҙыра. Шулай уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең балалар уйнаған урында айырыуса иғтибарлы булырға тейешлеге тураһында иҫкәртә.

Округтар ярышҡан
Беренсе Этҡол ауылында алты округ араһында йыл буйына дауам иткән ярышҡа йомғаҡ яһалған. Ауыл биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматова әйтеүенсә, махсус комиссия урамдарҙың төҙөклөгөнә, таҙалығына, кешеләрҙең йәшәйешенә, тәртибенә һ.б. иғтибар биргән. Беренсе урын – Әхмәр Буранбаев, икенсе Фәриға Хәлиуллинаның округына бирелгән. Еңеүселәр ауылдың Яңы йыл кисәһендә бүләкләнгән. Шуныһы әһәмиәтле, кешеләргә сәм-дәрт биргән ошондай ярышты үткәреү Беренсе Этҡолда матур бер йолаға әүерелгән.       

“Тыуым булғас...”
Ишмырҙа мәҙәниәт йортонда “Тыуым булғас, үлем дә бар” тип аталған үҙенсәлекле түңәрәк эшләй. Мәҙәниәт йорто директоры З.Т. Солтанғолова әйтеүенсә, ул кешеләрҙең һорауы буйынса асылған. Сөнки мәрхүмдәрҙе ерләү өсөн кәфенлек тегеү һ.б. дини йолаларҙы атҡарыу өсөн йәштәрҙе өйрәтеү мөһим. Мәҙәниәт йортона әүҙем йөрөгән ағинәйҙәр был изге эшкә ҙур теләк менән тотонған.
Г. Иҫәнгилдина.

Техниканы – әҙерлек һыҙығына

“Уңыш” АХК-һы ремонтты башланы
“Уңыш” АХК-һы үҙенең техник һәм иҡтисади потенциалы буйынса райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, А.С. Сафин етәкләгән коллектив уҙған йылда производство конвейерын тотороҡло эшләтеүгә өлгәште, мал ҡышлатыу миҙгеленә яҡшы әҙерлек менән аяҡ баҫты, башҡа участкаларҙа ла эштәр ойошҡанлы барҙы.

Ғәҙәттә, кооператив техниканы, ауыл хужалығы машиналарын ремонтлауға районда иң беренселәрҙән булып тотоноусан. Был юлы ла хужалыҡ етәкселеге техник базаны төҙөкләндереү эшен үткән йыл аҙағында уҡ башлауҙы хуп күрҙе. Иң тәүҙә Киров трактор һәм Ярославль мотор заводтары менән һөйләшеп, уларҙан туранан-тура запас частар алыу тураһында  ике яҡлы килешеүҙәр төҙөлдө. Был, иң беренсе сиратта, хужалыҡ өсөн уңайлы. Сөнки бындай партнерлыҡ сифатлы тауар алыу һәм, әлбиттә, сығымдарҙы кәметеү мөмкинлеге бирә. Шулай итеп, техникаға яңы һулыш өрөүҙә тәүге аҙымдар яһалды.

Сәләмәт тормош

Төҙөкләндереү дауам итә
Яңы йыл байрамдары алдынан ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында булырға тура килгәйне. Урман ҡупшыҡайы – матур итеп биҙәлгән шыршы янында 2-се мәктәптең башланғыс класс уҡыусылары баян моңдарына күңел аса ине. Саф һауала зыҡ ҡубып шаярған, уйнаған балалар янында өйөрөлгән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу ҙа байрамға йәм өҫтәне.
Баймаҡтарҙың ял урыны – парк биләмәһе йәйгеһен дә гөрләне. Эшҡыуарҙар тарафынан ойошторолған төрлө аттракциондар, сауҙа, уйынсыҡ машиналар прокаты  үтемле булды.
Парк директоры Р.Й. Нәбиуллин менән осрашып әңгәмә ҡорғанда шул асыҡланды – бында ҡыш миҙгелендә лә эштәр туҡтамай, биләмәне төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү дауам итә. Уны халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән йәлеп ителгән эшселәр башҡара икән. 
– Байрам алдынан йәйгеһен фонтан булған урынға Яңы йыл шыршыһы ултырттыҡ, – ти Ришат Йомабай улы. – Бынан тыш  ағастарҙың ботаҡтарын ҡырҡтыҡ, ҡарға ояларын да бөтөрҙөк. Барыһы ла халыҡ күңелле ял итһен өсөн эшләнә, тик ҡайһы бер кешеләрҙең тәртибе генә күңелде ҡыра. Шул рәүешле шыршылағы гирляндаларҙы ла сафтан сығарҙылар.
Башҡараһы эштәр байтаҡ, беҙҙең пландарҙа – артабан да төҙөкләндереүҙе дауам итеү.
Яңы йыл алдынан да, ҡышҡы каникул мәлендә лә парк ҡала мәктәптәре уҡыусыларының экскурсия, спортсыларҙың саңғыла шыуыу урынына әүерелеп, шәп ял урыны булды.    
А. Ишназаров.

Халыҡ иҫәбе

Кәмейбеҙме, артабыҙмы?..
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре яңыраҡ киң мәғлүмәт сараларында донъя күрҙе. “Башҡортостан” гәзитенең былтырғы 29 декабрҙә баҫылған һанында ла был мөһим сараның ҡыҫҡаса йомғаҡтары бар. Ана шул мәғлүмәттәрҙең бер нисәүһенә иғтибарығыҙҙы йүнәлтке килә.
Халыҡ һаны. Башҡортостан Республикаһында ул 2010 йылдың октябрь айына 4 млн 72 мең 292 кеше тәшкил итә (2002 йыл менән сағыштырғанда 32 мең кешегә кәмерәк – 99,2 процент). Шул уҡ ваҡытта ҡала һәм райондар буйынса ла һандар төрлөсә. Мәҫәлән, Баймаҡ районы менән ҡалаһында һуңғы 10 йыл эсендә халыҡ һаны 61437 кешенән 58572 кешегә тиклем кәмегән (95,3 процент). Шул иҫәптән, ауылдарҙа йәшәүселәр 44214 кешенән 40862 кешегә тороп ҡалған (92,4 процент). Баймаҡ ҡалаһының үҙендә иһә халыҡ һаны 17223 кешенән 17710 кешегәсә артҡан. Йәғни, һуңғы йылдарҙа ауылда йәшәүселәрҙең ниндәйҙер өлөшө район үҙәгенә күсенеп ултырған. Был ҡалала яңы “Көньяҡ” биҫтәһенең тиҙ арала ҡалҡып сығыуы менән дә туранан-тура бәйле. Шулай ҙа ауылдағы халыҡтың күпселек өлөшө эш эҙләп ситкә (Себергә, башҡа ҙур ҡалаларға) сығып киткән. Бының төп сәбәбе, әлбиттә, коллектив хужалыҡтарҙың бөтөүе арҡаһында күптәрҙең эшһеҙ тороп ҡалыуы менән бәйле.
Күрше-тирә райондарҙы алып ҡараһаҡ, Әбйәлилдә халыҡ һаны һуңғы тиҫтә йылда 43262 кешенән 45551-гәсә артҡан (105,3 процент). Бөрйәндәр бер кимәлдә ҡалған (16839 һәм 16698). Йылайырҙар иһә район үҙәгендә лә, ауылдарҙа ла беҙҙең һымаҡ кәмегән (91, 5 процент). Хәйбулла районында халыҡ һаны бер кимәлдә һаҡланып ҡалһа (101 процент), Аҡъярҙа иһә 25 процентҡа күбәйгән. Был, әлбиттә, район үҙәгендә һуңғы йылдарҙа тау-мәғдән сығарыу сәнәғәте менән бәйле производство үҙәктәренең асылыуы менән аңлатыла. Киләсәктә Аҡъяр ауылы интенсив рәүештә үҫешәсәк, тип билдәләй эксперттар. Сибай ҡалаһы халҡы ла 60144 кешенән 63838-гәсә артҡан (106,1процент).
Халыҡтың милли составы. Был һандар 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарынан әллә ни айырылмай. Башҡортостанда урыҫтар 1 млн 432 мең 906 кеше (дөйөм халыҡтың 36,1 проценты), башҡорттар 1 млн 172 мең 287 кеше (29,5 процент), татарҙар 1 млн 9 мең 295 кеше (25,4 процент). Ҡалғандары сыуаштар, мариҙар, украиндар, удмурттар, мордвалар, белорустар һәм башҡа милләттәр (9 процент). Республиканың 40 проценты самаһы ауыл ерендә, 60 проценты ҡалаларҙа йәшәй.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Шәфҡәтлелек

Айлыҡ гөрләп үтте
Инвалидтар көнө уңайынан Шәфҡәтлелек айлығы иғлан ителгәйне. Уның барышында төрлө саралар үткәреүгә күп көс һалынды. Мәҫәлән, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн буфет, оҫта ҡулдарҙың эштәренән торған һынлы сәнғәт күргәҙмәһе, өйҙәргә патронаж, Л.Азаматова һәм Р.Ғәҙелшин иҫтәлегенә арналған спорт саралары, “Илсебикә-тау” ресторанында Тәмлетамаҡ көнө, музей, кинотеатрға сәйәхәт, “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы ашханаһында Яңы йыл кисе, инвалид балалар өсөн Яңы йыл байрамы, бүләктәр, сәй табыны кеүек саралар гөрләп үтте. Әгәр ҙә күңелдәре киң шәфҡәтле кешеләр булмаһа, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтмәһә, бындай саралар булмаҫ та ине. Уларҙың барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ.
А. Ламзина, инвалидтар йәмғиәте рәйесе.