24 мая 2012 г.

СӘСЕҮ-2012

     Юғары ойошҡанлыҡ менән
     Район хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Дөйөм алғанда, аграрийҙар яҙғы иген культураларын сәсеүҙе ҡулайлы ваҡытта тамамланы. Хәҙер сират һуң сәселеүсе культураларға етте. Уларына ла ошо аҙнала нөктә ҡуйырға кәрәк – игенселәр алдында шундай бурыс тора. Сөнки һуҙырға ярамай – һауа шарттары ашыҡтыра.


     Райондың иң эре хужалыҡтарының береһе – “Аҡморон” АХК-һы коллективы быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алды. Бында иң беренселәрҙән булып техника-агрегаттар әҙерлек һыҙығына баҫтырылды, сәсеүҙе ойошҡанлы атҡарыу өсөн ваҡытында хәстәрлек күрелде. Райондан яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү өсөн бүленгән 2 млн һум кредит ҙур ярҙам булды. Ошо сараға кооператив элиталы орлоҡ, ағыулау препараттары, минераль ашламалар, башҡаһын һатып алды.

КОНКУРСТАР

     Ҡотло булды “Иман нуры”
    
     Районыбыҙҙа йыл да уҙғарылған “Иман нуры” конкурсы үҫеп килгән быуынды дин юлына баҫтырыуҙа, ислам тәғлимәтендә тәрбиәләүҙә йәмғиәткә ҙур файҙа килтерә. Йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың күбәйеүе, зона этаптарының һәм йомғаҡлаған район сараһының гөрләп үтеүе быны асыҡ дәлилләне.



     Баймаҡ ҡала мәхәлләһенә үткән шәмбелә үҙҙәрендә – 11 зонала һайлап алыу турҙарында еңеүселәр килде. 178 бала араһынан 50-гә яҡыны район ярышында ҡатнашыу хоҡуғы алды.
     Бәйге башында райондың имам-мөхтәсибе Хөрмәтулла хажи Буранбаев сығыш яһаны. Ҡөрьән Кәримде беҙ өйрәнергә һәм ундағы белемде кешеләргә таратырға тейешбеҙ, тип белдерҙе ул. Был конкурс балаларҙы дингә ылыҡтырыу, улар иманлы, ысын мосолман булып тәрбиәләнһен өсөн ҡоролған.

Хөрмәтулла хажи Буранбаев:
     Быйыл “Иман нуры” 16-сы мәртәбә үткәрелә. Йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың күбәйеүе  яҡшы күренеш. Балалар сүрәләрҙе уҡып, дини әҙәбиәтте өйрәнгән саҡта Ислам тәғлимәте менән дуҫтарын, туғандарын, ата-әсәһен таныштыра, уларҙы ҡыҙыҡһындыра. Диндәге тәрбиә башланғыстарын ҡулланыу насар ғәҙәттәрҙән ситтә тороуға булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә, йәмғиәт рухи яҡтан үҫешә, сәләмәт була.
  
2012 йыл республикабыҙҙа Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителде. Йәмғиәт ғаиләнең ныҡлығында тора, башҡорттар тап Ислам дине ҡанундарын күҙәтеп донъя көткән, балалар үҫтергән. Шуға күрә лә ошондай конкурстар менән үҫеп килгән быуынды дингә ылыҡтырыу халҡыбыҙҙың киләсәген уйлау менән бәрәбәр. 


     Ярышта балалар ике төркөмгә – бәләкәйҙәр (5-12 йәш) һәм өлкәндәргә (13-18 йәш) бүленде. Яттан сүрәләр һөйләү, уларҙың йөкмәткеһен белеү, Ислам донъяһына ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреүҙә йәш мосолмандар һынатманы. Зауыҡлы кейенгән малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың ҡысҡырып аҙан уҡыуҙарын, дини рухлы булыуҙарын күҙәтеү ҙә һоҡланғыс ине. 


     Һөҙөмтәлә, Гран-при һәм уның елле бүләге – велосипедтар үҙ төркөмдәрендә Резеда Баййегетоваға (Ишмөхәмәт ауылы) һәм Сыңғыҙҙан килгән Ислам Гөлбәйетовҡа эләкте. I урындарҙы яулаған Көнһылыу Баййегетоваға (Таулыҡай) һәм Нурия Туйсинаға (Сыңғыҙ) DVD-плеер, II урынды алған Эльзира Солтанғолова (Ҡыуат) менән Кинйәбулат Ғыуатовҡа (Төркмән) МР3-плеер тапшырылды. Өсөнсө булған Элина Ибраһимова (Сосновка), Мәрйәм Юнысбаеваға (Йомаш) – сәғәт, дүртенсе урынды алған Илүзә Мөхәмәтйәнова (Ҡыуат), Дилә Шаһыбаловаға (Билал) татлы приз – торт бирелде. Бынан тыш бар конкурсанттарға ла дәртләндереү бүләктәре тапшырылды.

     Айбулат ИШНАЗАРОВ.     Автор фотолары. 

ЙЫЛЫ ҺҮҘ – ЙӘН АҘЫҒЫ

     Бар булмышы – уҡытыусы
 

     Уҡыусының бәхетле киләсәгендә, дөрөҫ һөнәр һайлауында, оло маҡсаттарға өлгәшеүендә яратҡан уҡытыусыһының роле баһалап бөткөһөҙ. Ысын уҡытыусының яғымлы һүҙе бик ҙур көскә эйә, ул һине үҫтерә, ҡыуандыра, киләсәгеңә ҡанат ҡуя. Әлфиә Байсыуаҡова – барлыҡ ыңғай сифаттарҙы үҙенә туплаған тәжрибәле, талапсан уҡытыусыларҙың береһе.
      Әлфиә Әғзәм ҡыҙы 1980 йылда БДУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлағас, Баймаҡ районы Әбделкәрим мәктәбенә эшкә килә. Йәш белгес ҡайнап-гөрләп торған шаулы мәктәп тормошона сума.

АБИТУРИЕНТ-2012

     Уҡырға саҡырабыҙ!
 

     Мәскәү дәүләт урман университеты 2012 йылға бакалаврҙар һәм белгестәр әҙерләү йүнәлештәре буйынса бюджет урындарына абитуриенттарҙы маҡсатлы ҡабул итеүҙе ойоштора.
     25 майҙан 10 июлгә тиклем университет менән дәүләт һәм муниципаль власть органдары араһында түбәндәге специальностар буйынса маҡсатлы урындарға килешеүҙәр төҙөү планлаштырыла:
     Урман сәнәғәте факультеты
     “Технологик машиналар һәм ҡоролмалар”
     “Урман әҙерләү һәм ағас эшкәртеү производстволары технологияһы һәм ҡоролмалары”
     “Транспорт-технологик машиналар һәм комплекстарҙы эксплуатациялау”.
     Урман хужалығы факультеты
     “Урман эше”
     Ағастың механик һәм химик технологияһы факультеты
     “Технологик машиналар һәм ҡоролмалар”
     “Урман әҙерләү һәм ағас эшкәртеү производстволары технологияһы һәм ҡоролмалары”
     “Химик технология”
     “Технологик процестар һәм производстволарҙы автоматлаштырыу”.
     Электроника һәм системалы техника факультеты
     “Математика һәм информатика”
     “Приборҙар төҙөү”
     “Техник системаларҙа идара итеү”
     “Информатика һәм иҫәпләү техникаһы”
     “Стандартлаштырыу һәм метрология”
     “Осоу аппараттары менән идара итеү системаһы”.
     Маҡсатлы ҡабул итеү буйынса инергә теләүселәрҙең 26 майға тиклем район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше буйынса бүлегенә (306-сы кабинет, тел. 3-14-14; 3-10-33) мөрәжәғәт итеүен һорайбыҙ.

ХӘТЕР

     Рухлылар һәм  тәүәккәлдәр  затынан
    
     Айрат Дәүләтбаев – Баймаҡ районының күренекле шәхестәренең береһе, ваҡытында район хәрби комиссариатын етәкләгән подполковник. Ул 1946 йылда Ғәҙелбай ауылында донъяға килә. 11 класты Беренсе Этҡол ауылында тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау факультетында уҡып, инженер һөнәрен үҙләштерә. Беҙҙең арала  зирәк аҡылы һәм алдынғы ҡарашлы булыуы менән һәр  беребеҙҙең күңелендә уйылып ҡалды, тип хәтерләй  уның тураһында класташтары, курсташтары һәм коллегалары. Вафатына тиҫтәнән ашыу йылдар уҙһа ла, йор һүҙен, етмеш төрлө  һөнәргә эйә булыу ғына түгел, хатта ни тотһа, шуны оҫта башҡарыуын  берсә һоҡланып, берсә был донъянан иртә китеүенә әсенеп иҫкә ала бөгөн Ғәҙелбай ауылы халҡы. Әйтер һүҙемде уның  яҡты иҫтәлегенә арнайым. 


     Күрәһең, булдыҡлы кеше бар тарафта ла уңышлылыр. Еребеҙгә ереккән, телебеҙгә бәйле сәйәсәт, башҡорт халҡына хас юмор, көләмәс,  афоризмдар һәм риүәйәттәр, матур йәшәү өлгөһө, фәһем һәм белем алыр өсөн кәрәкле булған  тормоштағы бөтә мәғлүмәттәр тупланған ине зиһенендә. Күрмәлекле буй-һын, төҫ-баштан да мәхрүм итмәгән үҙен Хоҙай Тәғәлә. Хәрби кешегә быныһы айырыуса мөһим. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының хәрби кафедраһын тамамлағандан һуң, Мәскәүҙә, Ырымбурҙа, Волга буйы федераль округы буйынса ойошторолған хәрби курстарҙа белемен даими рәүештә камиллаштырып торҙо.
     Йәш быуынды әрме сафына әҙерләүгә ҙур мәғәнә һәм көс һала ул. Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында Калининград ҡалаһында хеҙмәт итте. Бында ул выждан-намыҫ  талабына ярашлы үҙ бурысын ҙур яуаплылыҡ менән атҡара.

2012 – ИМЕН БАЛА САҠ ҺӘМ ҒАИЛӘ ҠИММӘТТӘРЕН НЫҒЫТЫУ ЙЫЛЫ

   Атай, әсәй һәм мин – берҙәм, матур ғаилә
 
     Баймаҡта бәхетле ғаиләләр тәбрикләнде
    
     Ғаилә ул – мөхәббәт,
     Ғаилә ул – шатлыҡ,
     Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек,
     Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс,
     Ғаилә – ул балалар!
     Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ!
    
     18 майҙа халыҡ ижады үҙәгендә Халыҡ-ара ғаилә көнөнә ҡарата ҙур байрам үтте. Әйткәндәй, ул 1994 йылдан алып йыл да 15 майҙа билдәләнә. Мөбәрәк был сарала баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәгән һәм ижад иткән күренекле яҡташтарыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле яҙыусы Таңсулпан Ғарипова һәм шағир-журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, “Киске Өфө” гәзите баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр Үтәбаев та ҡатнашты.
     Ғаиләлә бала тыуыу – оло шатлыҡ, ә игеҙәктәрҙең донъяға килеүе – икеләтә ҡыуаныс. Йыл башынан районда дүрт ғаиләлә ошондай мөғжизә булған. Сарала уларҙың өсәүһе ҡатнашты. Тап улар беренсе булып сәхнә түренә күтәрелде – Темәс ауылынан Әлмира һәм Ғәйнулла Күсәмешевтар (ҡыҙҙары Гөлфинә менән Гөлфирә), Баймаҡ ҡалаһынан Рәзинә һәм Ишбулат Оморҙаҡовтар (балалары Илшат, Фәһим, Фидан, Надир, Ильяс һәм игеҙәктәре Айгүзәл менән Айгизәр), Баймаҡ ҡалаһынан Гөлнур һәм Азат Мәхмүтовтар (балалары Азамат, Арслан, Азалия, Яҙгөл, Сыңғыҙ һәм игеҙәктәре Айгиз менән Айназ). 


     Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин һәм Темәс ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.Х. Йәнсурин бәхетле ғаиләләрҙе ҡотлап, өйҙәрендә тик шатлыҡ ауаздары ғына яңғырауын теләне. И.Бураншин Мәхмүтовтарға – кер йыуыу машинаһы, ә Оморҙаҡовтарға балалар коляскаһы тапшырҙы. Р.Йәнсурин иһә Күсәмешевтарҙың бәләкәстәренә ходуноктар бүләк итте. Ишбулат Оморҙаҡов бәхетле ата-әсәләр исеменән сығыш яһап, рәхмәтен белдерҙе һәм: “Балаларҙы илебеҙ өсөн файҙалы кеше итеп үҫтерергә тырышасаҡбыҙ”, – тине.
     Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов тарафынан иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына ҡарата республикала уҙасаҡ “Йәш ғаилә – 2012” конкурсына район намыҫын яҡларлыҡ йәш ғаиләләрҙе һайлап алыу маҡсатында районда һайлап алыу туры үткәйне. Финалға һигеҙ ғаилә сыҡты. Баһалама комиссияһына иң-иңдәрен һайлап алыу еңел булмағандыр. Сөнки уларҙың һәр береһе лайыҡлы: татыу, матур ғаилә. Шулай ҙа бәйгенең еңеүсеһе лә була. Сәхнәгә “Спорт ғаиләһе” номинацияһында еңеү яулаған Ишбирҙе ауылынан Йосоповтар ғаиләһе күтәрелде. Сәләмәт тормош алып барған ғаилә дәртле музыка аҫтында спорт алымдары менән сығыш яһаны.
     ”Ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡлаған ғаилә” номинацияһында еңгән Ниғәмәт ауылынан Һибәтуллиндар туғандар ныҡлығы, шәжәрә төҙөү мөһимлеге проблемаһын күтәрҙе. Ғаилә башлығы балаларын ғаилә фотоальбомында һаҡланған ата-бабаларының рәсемдәре менән таныштырҙы.


     “Ижади ғаилә” номинацияһында еңеүсе Йәнйегеттән Көмөшҡоловтар ғаиләһе бар тамашасыларға “Бүләк” йырын бүләк итте.
     Конкурста өсөнсө урынға сыҡҡан Сыңғыҙ ауылынан Рәжәповтар “Берҙәмлектә – көс” икәнлекте иҫбатлап, күмәк көс менән баҡсала “үҫкән”шалҡанды тартып сығарҙы. Икенсе урынды яулаған Әдбелкәрим ауылынан Алсыновтар ғаиләһе ҡыҙҙары Азалияның матур бейеүе аҫтында сәхнәгә күтәрелде. Улар ҡаҙ өмәһен сәхнәләштерҙе. Ғаилә башлығы күмәк көс менән үҫтереп алынған ҡаҙҙан һамаҡлап һәр кемгә өлөшөн бүлде. Беренсе урынға сыҡҡан Ҡолсора ауылынан Ғафаровтар ғаиләһе милли көрәш алымдарын күрһәтте.
     Ә инде “2012 – Йәш ғаилә” конкурсында бөтә һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Гран-при яулаған Иҫке Сибай ауылынан Кинйәбаевтар тамашасыларҙы матур сығыштары менән һөйөндөрҙө. Ғаилә башлығының балаларынан: “Беҙҙән һеҙгә ни кәрәк?” – тигән һорауҙарына улар һамаҡлап: “Беҙгә бәхетле бала саҡ кәрәк!” – тип яуапланы. Ғаиләнең татыулығы, дуҫлығы, бер-береһенә булған ихтирамы һәр сығыштарында сағылды.  


     Конкурста ҡатнашып еңеү яулаған ғаиләләрҙе тәбрикләү өсөн муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин сәхнәгә күтәрелеп: “Тап ошондай ғаиләләр илебеҙҙең ныҡлығын билдәләй ҙә инде”, – тине. Еңеүсе ғаиләләргә ҡалабыҙҙың эшҡыуарҙары әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. “Хыял” магазины (З.В. Минаева), “Идея” (Г.Д. Давыдова), “Тәмлекәс” кафеһы (К.Ғ. Шәрипова), “Геосервис” ЯСЙ-һы (В.В. Буранбаев), “БИП “Комфорт-Плюс” ЯСЙ-һы (Р.Р. Мырҙабаев), муниципаль район хакимиәтенең йәштәр секторы матур сараның бағыусыһы булды.
     Йылдар үтеү менән ир менән ҡатын араһында булған хис-тойғолар һүрелә тиһәләр ҙә, мөхәббәт хистәре һаҡланған, бер-береһен ихтирам иткән, матур донъя көткән ир менән ҡатындың мөнәсәбәттәре ваҡыт уҙған һайын нығына, хис-тойғолары арта ғына бара. Бергә йәшәүҙәренең 50 һәм 60 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләгән ғаиләләрҙең сәхнә түренә күтәрелеүе быға кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил. 


     Баймаҡтан алтын юбилейҙарын билдәләгән Лидия һәм Виктор Лаптевтар бер класта уҡығандар. Үҫә төшкәс уларҙың дуҫлығы тағы ла ҙурыраҡ хискә әйләнә: йәштәр ғаилә ҡороп йәшәй башлай. Икеһе лә “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һында эшләп хаҡлы ялға сыға, “Хеҙмәт ветераны”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” исемдәренә лайыҡ була. Өс улдары ла Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй. Тынғыһыҙ ғаилә баҡса үҫтерә, 15 йыл ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә.
     Тамара һәм Федор Лысенко 60 йыллыҡ гәүһәр юбилейҙарын тантана итә. Федор Васильевич 20 йыл Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығында, ә Тамара Владимировна 40 йыл “Союзпечать” начальнигы булып эшләп хаҡлы ялға сыға, икеһе лә хеҙмәт ветераны. Бала саҡта күрше генә йәшәйҙәр, бер класта уҡыйҙар. Бер кис Федор Тамараны киноға саҡыра һәм бөтәһе лә шунан башлана... Йылдар дауамында мөхәббәттәренә улар бөгөн дә тоғро ҡалған. Бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. “Ғаилә бәхете – эш”, – тип иҫәпләй улар. Һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл булған осраҡта ғына, төрлө ығы-зығыларға ваҡыт ҡалмай. Федор Васильевич 84 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле булһа велосипедта йөрөргә ярата.


     Киләһе алтын юбилейҙарын билдәләүсе Менәүәрә һәм Зиннур Байғотлиндар ҙа 30 йылдан ашыу заводта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Икеһе лә хеҙмәт ветераны, Зиннур Ғатаулла улы –  II дәрәжә Хеҙмәт ордены кавалеры, “СССР-ҙың почетлы металлургы”, “БАССР-ҙың атҡаҙанған металлургы” исемдәренә лайыҡ булған.  Зиннур ағай дуҫ егете менән Йомаштан Ишбирҙегә барған саҡта дуҫы уға: “Ишбирҙелә иң матур ҡыҙҙар йәшәй”, – тип  шаярта. Зиннур уның һүҙҙәрен ысынға алмай, ләкин аҡ күлдәкле оҙон сәсле бер һылыуҙы күреү менән үлеп ғашиҡ була. Иртәгеһенә үк яусы ебәрә. Ул замандан 50 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Матур һәм татыу ғаиләлә 5 бала үҫә.
     50 йыллыҡ ғаилә юбилейын билдәләүсе Гөлнур һәм Энгель Таһировтар ҙа хеҙмәт ветерандары. Энгель Исмәғил улы – “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һында, Гөлнур Һиҙиәт ҡыҙы МЖФ-ла  эшләй.  Бәхет серен улар ябай ғына аңлата: “Иртәнсәк яратҡан эшеңә йүгереп бар, ә кискеһен яратҡан ғаиләңә, балаларыңа, өйөңә йүгереп ҡайт. Шул сағында бәхет үҙе килеп ишек ҡағыр”.
     Юбилярҙар артабан ярты быуат элек теркәлгән никахтарын тағы ла бер тапҡыр нығытып, Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлегенең Почетлы китабына ҡул ҡуйҙы. ЗАГС бүлеге начальнигы З.Я. Әминева уларға изге теләктәрен еткереп, никахты теркәү тураһында Почетлы таныҡлыҡтар тапшырҙы.
     Артабан сәхнә түренә Өфө ҡунаҡтары күтәрелде. Таңсулпан Ғарипова менән Әхмәр Үтәбаев юбилярҙарҙы матур тантана уңайы менән ҡотланы.
     И.Ә. Зәйнуллин уларға ошондай күркәм сарала ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте. “Яҡшының ҡунағы бер көндә, тиҙәр. Бөгөн матур ғаилә байрамында яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың да ҡатнашыуы сараға мәртәбә генә өҫтәне. Бындай ғаиләләр күберәк булһын ине һәм улар, ысынлап та, районыбыҙҙа бик күп”, – тип белдерҙе. Артабан юбилярҙар эшләп хаҡлы ялға киткән предприятие, ойошмаларҙан килгән вәкилдәр ҡотлап, бүләктәрен тапшырҙы.
     Муниципаль район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Р.Ф. Иҫәнбаев: “Татыу, һоҡланғыс ғаиләләргә ҡарап өлгө алабыҙ”, – тине һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитовтың Ҡотлау адресы менән бүләктәр тапшырҙы.
     Ғаилә байрамы халыҡ ижады үҙәгенән Таңһылыу Аллаярова, балалар ижады үҙәге, музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре тарафынан әҙерләнгән матур концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Байрам күмәкләшеп фотоға төшөү менән тамамланды.
     Байрам тамам. Ләкин сәхнәнән бер кем дә китергә ашыҡманы. Матур ғаиләләрҙе юбилейҙары менән ҡотларға туғандары, яҡындары йыйылған ине. Сәхнә түрен биләгән татыулыҡ, изгелек хөкөм иткән ғаиләләрҙең күберәк булыуын, уларға именлек, һаулыҡ, ә иң мөһиме –мөхәббәт теләйбеҙ.
 
     Лилиә ТАКАЕВА.
     Автор фотоларында: Юбиляр ғаиләләр менән бергә; Гран-при яулаусы Кинйәбаевтар ғаиләһе; Оморҙаҡовтар ғаиләһе; Мәхмүтовтар ғаиләһе.

23 мая 2012 г.

Яңылыҡтар

Граждандарҙы ҡабул итеү
2012 йылдың 28 майында һалым түләүселәр һәм һалым агенттары менән эште ойоштороу ҡануниәте һәм регламентты күҙәтеү мәсьәләләре буйынса федераль һалым хеҙмәтенең 37-се район-ара инспекцияһының начальник урынбаҫары граждандарҙы ҡабул итә. Сәғәт 10-дан төшкө 1-гә тиклем Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 9 (2-се ҡат, 215-се бүлмә) адресы буйынса мөрәжәғәт итергә.

Йәшәү минимумы билдәләнде
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2012 йылдың уртаса һәр айы өсөн йәшәү минимумы билдәләнде. Йән башына иҫәпләгәндә ул бер кешегә 5485 һум тура килә. Эшкә һәләтле граждандар өсөн йәшәү минимумы күләме – 5857, пенсионерҙар өсөн – 4470, балалар өсөн 5391 һумға тиң.  

“Ирәндек”кә I урын!

Өфө ҡалаһында Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата ойошторолған халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 6-сы төбәк-ара фестивалендә Баймаҡтан “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнашып, уңыштары менән һөйөндөрҙө. Улар тамашасылар хөкөмөнә “Карауанһарай”, “Тарпандар” һәм “Колхоз йәштәре” бейеүҙәрен тәҡдим итте. Гала-концертта “Колхоз йәштәре” бейеүе менән сығыш яһанылар. Һөҙөмтәлә, “Ирәндек” ансамбле беренсе дәрәжәле Диплом менән бүләкләнде.

Яҙыусылар менән осрашыу

Ошо көндәрҙә беҙҙең Йәнйегет мәктәбендә яҡташ яҙыусылар менән осрашыуҙар үтте. Тәүҙә ауылдашыбыҙ Рәзилә Ырыҫҡужинаның “Әй, әттәгенәһе” тигән китабының исем туйы уҙҙы. Һуңынан Әхмәр Үтәбай менән осраштыҡ. Ул беҙгә үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, тәүге романы тураһында һөйләне, һорауҙарыбыҙға яуап бирҙе.
Ошондай осрашыуҙар ойоштороусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтлебеҙ.
Гөлназ Ғәләүетдинова, 7-се класс уҡыусыһы.

Рәсми бүлек

Район Советы ултырышы үтте
 
Кисә халыҡ ижады үҙәгендә муниципаль район Советының 43-cө ултырышы үтте. Уны Совет рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы. Ултырышта муниципаль район хакимиәте башлығы
И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты.
Көн тәртибенә дүрт мәсьәлә сығарылды. Иң тәүҙә Совет депутаттары Баймаҡ районы муниципаль районы Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында ҡарар ҡабул итте. Әйткәндәй, быға тиклем Устав проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар ойошторолдо һәм унда әйтелгән тәҡдимдәр индерелде.

Сәсеү-2012

Эштәре лә ырамлы, аштары ла тәмле


...”Байҡара” агрофирмаһының “9-сы баҫыу” тип исемләнгән участкаһына килеп туҡтағанда, алдынғы механизатор Зиннәтулла Йәнбәковтың сәсеү звеноһы 100 гектар биләгән майҙанда һуңғы гектарҙарҙа бойҙай сәсә ине. Арыраҡ Мирза Иҫәндәүләтов агрегаты эшләй булып сыҡты. Баш агроном Ғ.А. Ниғәмәтов, игенселәр менән яҙғы баҫыу эштәре тураһында һөйләшәбеҙ. “Быйыл беҙгә 1406 гектарҙа иген культуралары сәсеү бурысы тора, – ти Ғәбитулла Абдулла улы, – шуның 584 гектарын бойҙай, 367-һен – арпа, 275-ен – һоло, 50-һен – борсаҡ һәм 150-һен ҡарабойҙай тәшкил итә. Мал аҙығы культуралары иһә 616 гектарҙы биләп, шуның 261-ендә судан үләне, 255-ендә – кукуруз, 100-өндә – рапс, 150 гектарында донник һәм люцерна үҫтереләсәк. Яҙғы баҫыу эштәре ойошҡанлы бара, егеттәр тырышып эшләй. Иртә яҙғы иген культуралары сәсеүҙе тамамланыҡ, хәҙер сират һуң сәселеүсе культураларға етте. Кисә кукурузға төштөк”. “Эштәр ырамлы бара, – тине хәлдәрен һорашҡас игенселәр Зиннәтулла, Фәнил һәм Радмир Йәнбәковтар. – Ашатыу яҡшы, ашнаҡсыларға һүҙ юҡ. Сәсеүҙе ваҡытында тамамлау өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ”.

Хоҡуғыңды бел

Ер пайҙары нисек бирелә?


2002 йылдың 24 июлендә ҡабул ителгән “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында”ғы 101-се федераль Закондың 12-се статьяһына ярашлы, ер бүлеменә өлөшләтә милектә ҡатнашыусы үҙ өлөшөнән баш тартырға, мираҫ итеп ҡалдырырға, ауыл хужалығы ойошмаһы капиталына индерергә, ышаныслы идарасыға бирергә, шулай уҡ өлөшләтә милектә ҡатнашыусы булып һаналған икенсе кешегә, ауыл хужалығы ойошмаһына йәки өлөшләтә милекселек иҫәбендә торған крәҫтиән (фермер) хужалығы ағзаһына һатырға йәки бүләк итергә хоҡуҡлы. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер бүлеменә өлөшләтә милектә ҡатнашыусы булараҡ, ер бүлеме өлөш иҫәбенә бирелгәндән һуң ғына уның менән үҙең теләгәнсә идара итергә мөмкин.

Белгес кәңәше

Эске хеҙмәт тәртибе ҡағиҙәләре 

РФ Хеҙмәт кодексының 189-сы статьяһының 4-се өлөшөндә эске хеҙмәт тәртибе ҡиғиҙәләре локаль норматив акт тип билдәләнә.  Атап үткән кодекс һәм башҡа федераль закондар менән нығытылған был ҡағиҙәләрҙә хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алыу һәм эштән ебәреү, хеҙмәт килешеүе яҡтарының төп хоҡуҡтары, бурыстары һәм яуаплылығы, эш режимы, ял ваҡыты, хеҙмәткәрҙәргә ҡарата бүләкләү йәки аҡсаһын тотоп ҡалыу саралары, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү мәсьәләләре урын алған.
Ҡағиҙәләр – улар ойошмаларҙа мотлаҡ булырға һәм һәр хеҙмәткәр уның менән танышып, ҡултамғаһын ҡуйырға тейеш документ. Был талап һәр кемгә таныш. Ләкин ул нисек тормошҡа ашырыла? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә эш биреүселәр ойошмала хеҙмәт тәртибен көйләү хоҡуғы менән файҙаланмай. Кемдер уны боронғо заман ҡалдығы тип һанай, икенселәр документ әҙерләүҙе “профессионал”дарға тапшыра һәм ғәмәлгә яраҡһыҙ шаблон ғына ала. Төрлө сәбәптәргә ҡарамаҫтан, һөҙөмтә һәр саҡ бер: ҡағиҙәләр менән танышҡанда уҡымайынса ғына ҡул ҡуйыла һәм шулай килеш  ғәмәлдә йөрөй.

Төҙөлөш

Мәсет яңырыу кисерә


Баймаҡ ҡалаһындағы “Нәсихәт” мәсете әле яңырыу кисерә. Ҡалалағы ойошма, предприятие коллективтары уны төҙөкләндереү өсөн ярҙам йөҙөнән аҡса йыйғайны. Бөгөн унда эштәр нисек бара? Ҡайҙа, ниндәй саралар күрелгән һәм тағы ла нимәләр башҡарыласаҡ? Ошо ҡыҙыҡһыныу беҙҙе мәсеткә алып килде.