23 дек. 2011 г.

Заман афәте

Үҙенә ҡол иткән ағыу
Әҙәм балаһы үҙенең тормошон сағыуыраҡ, уңайлыраҡ итергә     ынтылыу менән бер рәттән кешелекте үлемгә этәргес афәттәрҙе лә уйлап таба. Ысынлап та, заман технологиялары ныҡ үҫеш алып, көн һайын баш әйләнерлек асыштар яһалған мәлдә, кемдер эскелектән, наркотиктарҙан һәләк була...
Бер нисә йыл элек наркомандар киндер, әфиүн, героин ҡулланһа, хәҙер уларҙы синтетик наркотиктар алмаштырҙы. Был ағыуҙы дарыуханала һатылған дарыуҙарҙан етештереп булыуы айырыуса хәүефле. Һуңғы ваҡытта наркомандарҙың дезоморфинға (уларҙың телендә – ”крокодил”) күсеүе ҡорбандар һанын бермә-бер арттырҙы. Дезоморфинды “ярлыларҙың героины” тип тә йөрөтәләр. Сөнки уны өй шарттарында ла етештерәләр.
Дезоморфинға бер мәртәбә ҡулланыуҙан уҡ өйрәнәләр. Шулай уҡ ниндәй заттан булыуына ҡарамаҫтан, кеше шунда уҡ түлһеҙ ҡала. Дезоморфин ҡаҙаған тәндең урыны күҙгә күренеп үҙгәрә, боҙола, организм тулыһынса ҡаҡшай, тереләй серей башлай. Был наркотикка кеше тәү ҡаҙауҙан өйрәнгәнгә, илебеҙҙә дезоморфин ҡулланыу эпидемияға әүерелде.  Рәсәй наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу Федераль хеҙмәтенең етәксеһе Виктор Иванов хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә дезоморфинсылар һаны 25 меңдән ашҡан. Уларҙың рәте көн дә тиерлек тулыланыуын иҫәпкә алғанда, ни тиклем күп йәштәрҙе юғалтыуыбыҙҙы аңларға була.
Башҡортостан хоҡуҡ һаҡсылары тарафынан республикала 3,7 мең дезоморфин ҡулланыусы  билдәләнгән. Шуларҙың 25 проценты ғына наркологик теркәүгә алынған.
Әлбиттә, Рәсәйҙә генә түгел, беҙҙең республикала ла “дарыухана наркоманияһына” ҡаршы көрәш саралары күрелә. Мәҫәлән,  Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Ағиҙел ҡалаларында, Ҡыйғы, Стәрлебаш, Ҡырмыҫҡалы райондарында этик декларация ҡабул ителгән. Ул дарыухана хеҙмәткәрҙәренә йүнәлтелеп, наркотик тәьҫирле дарыуҙарҙы балаларға, үҫмерҙәргә (бигерәк тә төнөн) һатмаҫҡа тигән үтенес белдерелгән. Әлбиттә, бындай оло афәтте әхлаҡи көрәш менән генә еңеп булмай. Дезоморфин ҡурҡынысын еңеү өсөн дарыухана хеҙмәткәрҙәренә ҡәтғи талаптар ҡуйыу мөһим.
Шуныһы аяныслы, дезоморфин ҡулланыусылар  беҙҙең ҡалала ла бар. Йәштәрҙе үлемгә илткән ҡурҡыныс ғәҙәттән йолоп ҡалыу өсөн власть вәкилдәре лә, йәмәғәтселек тә ныҡлап тотонорға тейеш. Сөнки эпидемия һыҙатын алған дезоморфин һәр кемдең ишегенә шаҡыуы бар. Был афәтте еңеүҙең иң ышаныслы юлы – ошо ағыуҙы етештергән дарыуҙарҙы тик рецепт буйынса һатыу.
Ата-әсәләргә, уҡытыусыларға иһә дезоморфиндың, ғөмүмән, бар наркотиктарҙың ниндәй ҙур һәләкәткә этәреүе тураһында балаларға аңлатыу мөһим. Сөнки был ағыу бер мәртәбә ҡулланыуҙан да ҡоллоҡҡа алыуын хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.