Тарихҡа бай хужалыҡ
Райондың агросәнәғәт комплексы тарихында мөһим урын биләгән, заманында бихисап хеҙмәт батырҙарын үҫтергән, талантлы етәкселәр һәм белгестәр тәрбиәләгән “Баймаҡ” иген совхозы үҙенең үткән юлы менән дан тота. 1954 йылда ойошторолған был хужалыҡ 46-сы Баймаҡ йылҡысылыҡ заводы нигеҙендә барлыҡҡа килә.
Үткәндәргә бер ҡараш
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Граждандар һуғышынан һуң, 1920 йылда, Аҡморон ауылында ерҙе бергәләп эшкәртеү буйынса утар ширҡәте ойошторола. Уның ағзалары ер эшкәртеү һәм Баймаҡ баҡыр иретеү заводына ағас ташыу менән шөғөлләнә. 1930 йылда ширҡәт базаһында “Победа” колхозы барлыҡҡа килә, уның тәүге рәйесе итеп М.А. Волков тәғәйенләнә. Бер йылдан был хужалыҡ Бикеш ауылына күсерелә, ә колхоз һәм кулактар: Рысбаевтар һәм Асыловтарҙың аттарынан 46-сы Баймаҡ йылҡысылыҡ заводы булдырыла. Уның тәүге директоры итеп Рәхмәтуллин тәғәйенләнә. Йылҡысылыҡ заводы Ҡыҙыл Армия өсөн таҙа тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә. Заводты төрлө йылдарҙа И.Новодворцев, Ҡарасурин, Рыжков, Ҡунаҡбаев, Авдеев, П.Житяев, Бубенщиков, Б.Еникеев етәкләй.
23 йыл эшләү осоронда 46-сы йылҡысылыҡ заводы районда ғына түгел, ә республикала ла йылҡысылыҡ тармағын үҫтереүгә тос өлөш индерә, башҡорт атын үрсетеү өлкәһендә ҙур эш атҡарып сыға. Был предприятие Бөйөк Ватан һуғышында фашист илбаҫарҙарын еңеүгә үҙ өлөшөн индерә – фронт өсөн 1000 башҡа яҡын ат оҙата! Атлы дивизияларҙың яуҙағы ҡаһарманлыҡтары тарихыбыҙға алтын хәрефтәр менән яҙылған. 112-се Башҡорт атлы дивизияһының ғына ла батырлыҡтары ни тора! Беҙ данлы кавалеристарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.Райондың агросәнәғәт комплексы тарихында мөһим урын биләгән, заманында бихисап хеҙмәт батырҙарын үҫтергән, талантлы етәкселәр һәм белгестәр тәрбиәләгән “Баймаҡ” иген совхозы үҙенең үткән юлы менән дан тота. 1954 йылда ойошторолған был хужалыҡ 46-сы Баймаҡ йылҡысылыҡ заводы нигеҙендә барлыҡҡа килә.
Үткәндәргә бер ҡараш
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Граждандар һуғышынан һуң, 1920 йылда, Аҡморон ауылында ерҙе бергәләп эшкәртеү буйынса утар ширҡәте ойошторола. Уның ағзалары ер эшкәртеү һәм Баймаҡ баҡыр иретеү заводына ағас ташыу менән шөғөлләнә. 1930 йылда ширҡәт базаһында “Победа” колхозы барлыҡҡа килә, уның тәүге рәйесе итеп М.А. Волков тәғәйенләнә. Бер йылдан был хужалыҡ Бикеш ауылына күсерелә, ә колхоз һәм кулактар: Рысбаевтар һәм Асыловтарҙың аттарынан 46-сы Баймаҡ йылҡысылыҡ заводы булдырыла. Уның тәүге директоры итеп Рәхмәтуллин тәғәйенләнә. Йылҡысылыҡ заводы Ҡыҙыл Армия өсөн таҙа тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә. Заводты төрлө йылдарҙа И.Новодворцев, Ҡарасурин, Рыжков, Ҡунаҡбаев, Авдеев, П.Житяев, Бубенщиков, Б.Еникеев етәкләй.
50-се йылдар башында, әйтеп үтелгәнсә, 46-сы йылҡысылыҡ заводы базаһында эре хужалыҡ – “Баймаҡ” совхозы ойошторола. Үҫемлекселек, малсылыҡ, сусҡасылыҡ тармаҡтары буйынса махсуслашҡан был предприятие Үҙәк, Комсомол, Ҡаратал, Аҡтау, Мәмбәт бүлексәләрен берләштерә. 1961 йылда 20-се партсъезд исемендәге колхозды үҙгәртеп ҡороу арҡаһында тағы бер бүлексә – Әбделкәрим дә уға ҡушыла.
Шул ваҡыттарҙан алып бөгөнгәсә был хужалыҡ райондың ауыл хужалығы тармағы үҫешендә мөһим роль уйнап, ҙур уңыштарға ирешә, төбәктең генә түгел, ә республиканың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индерә. Предприятие ойошторолғандан алып унда етәксе булып төрлө йылдарҙа В.Соловьев, Ғимаҙиев, А.Лукьянов, Ф.Шәрифуллин, А.Повираев, А.Байков, М.Кирәев, Б.Көмөшбаев, Ф.Сәлимйәнов, М. Абҙаҡов, Ю.Аткин, Ф. Сәйетов, Н.Мәмбәтҡолов эшләй. Бөгөн хужалыҡ менән Р.Р. Әсәнов етәкселек итә.
Һис шикһеҙ, ҡырағай баҙар мөнәсәбәттәре, ауыл хужалығына тейешле дәүләт ярҙамы булмау был хужалыҡ иңенә лә ҡағылды. Ул бер нисә тапҡыр үҙгәртелеп һәм исемен алмаштырып, бөгөн “Аҡморон” АХК-һы булып китте. Һуңғы ике тиҫтә йылда бында етәкселәрҙең йыш алмашыныуы (ошо осорҙа 7 директор эшләгән), хужалыҡ производствоһын күтәреү йүнәлешендә йүнле эш алып барылмауы арҡаһында кооператив күп позицияларҙы юғалтырға, етештереү күләмен кәметергә мәжбүр булды. Әммә шул уҡ ваҡытта предприятие, башҡа күп хужалыҡтар кеүек, төп фондтарҙы әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуйманы, техник потенциалды, малсылыҡ тармағын һаҡлап ҡала алды.
Предприятиеның бөгөнгө һулышы
Алдан әйтеп үтелгәнсә, “Аҡморон” АХК-һы үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары буйынса махсуслаша. Быйыл сәсеү майҙандары структураһында иген культуралары 4960 гектарҙы, шул иҫәптән арыш – 1060, бойҙай – 1250, арпа – 2500, һоло – 100, борсаҡ 50 гектарҙы биләне. Бынан тыш, 500 гектарҙа орлоҡ өсөн көнбағыш һәм 750 гектарҙа силос өсөн көнбағыш, 750 гектарҙа судан үләне сәселде. Күп йыллыҡ үләндәр 2830 гектарҙа үҫтерелә.
Йылдың ауыл хужалығы тармағы өсөн бик үк ҡулай булмауы үҫемлекселеккә лә йоғонто яһаны. Һөҙөмтәлә, иген культураларының уңышы көтөлгән өмөттәрҙе аҡламаны – төшөм гектарынан ни бары 6 центнер тәшкил итте. Бөтәһе 2500 тонна тулайым ашлыҡ йыйып алынды. Етерлек күләмдә орлоҡ әҙерләп һалынды.
Ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырмай тороп, малсылыҡтан яҡшы продукция алыу мөмкин түгел. Хужалыҡ малды имен ҡышлатырҙай аҙыҡ запасы тупланы: 1500 тонна бесән, 2500 тонна силос һәм сенаж, 600 тонна һалам һәм 1000 тонна фураж әҙерләнде.
Әле малсылыҡ комплексында яңы миҙгел башланды. Тармаҡта бөтәһе 1140 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 620 һауын һыйыр аҫрала. Әйтеп үтелгәнсә, һуңғы йылдарҙағы аяуһыҙ ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, коллектив мал һанын кәметеүгә юл ҡуйманы. Әлбиттә, продукция етештереү күләме түбән, шуның өсөн бынан ары хужалыҡта зоотехния-селекция эшен яйға һалыу, тоҡомсолоҡ, малды яһалма ҡасырыу эшен яҡшыртыу маҡсат итеп ҡуйыла.
Шуныһы үҙенсәлекле, иҫкергән булһа ла, кооперативтың техник потенциалы ныҡ. Бөгөн уның 7 берәмек К-700, 2 берәмек Т-150, 4 берәмек Т-4 А, 9 берәмек ДТ-75, 20 берәмек МТЗ тракторы, 6 берәмек “ДОН-1500” комбайны, 10 автомашина һәм “Массей-Фергюсон” үҙйөрөшлө сапҡысы бар. Һис шикһеҙ, төрлө ауыл хужалығы кампанияларын ойоштороуҙа бындай техник базаның булыуы ҙур роль уйнай һәм, ремонтҡа күп сығымдар талап ителһә лә, авто-техник парк ваҡытында әҙерлек һыҙығына баҫтырыла.
Йылҡысылыҡ – визит карточкаһы
“Аҡморон” АХК-һының йылҡысылыҡ комплексы – хужалыҡтың визит карточкаһы. Бөгөн кооператив 46-сы Баймаҡ йылҡысылыҡ заводының традицияларын уңышлы дауам итә тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Ысынлап та, ниндәй генә һынауҙар булмаһын, предприятие ошо көндәргәсә тармаҡты һаҡлап ҡала алды, һуңғы йылдарҙа был йүнәлештә яңы ҡаҙаныштарға өлгәште. Бөгөн был хужалыҡ башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса районда иң уңышлы эшләгән хужалыҡтарҙың береһе. Бының нигеҙендә йылҡысылыҡ комплексы етәксеһе А.И. Хачиндың, уның коллективының йылдар буйы һалынған ныҡышмалы хеҙмәте ята.
Александр Иванович был тармаҡ менән 1985 йылдан алып шөғөлләнә. Ошо йылдар эсендә ул башҡорт атын тоҡом булараҡ һаҡлап ҡалыу, уны үрсетеү, спорт аттары тәрбиәләү йүнәлешендә ал-ял белмәй эшләй. Был үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай – предприятие ҡолон алыу, тоҡомло мал һатыу, ҡымыҙ етештереү өлкәһендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, хужалыҡ арғымаҡтары төрлө кимәлдәге ат спорты ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй. Һабантуйҙарҙа, республика кимәлендә ойошторолған бәйгеләрҙә “Аҡморон” дөлдөлдәре бер ҡасан да еңеү яуламайынса ҡайтмай. Бында, һис шикһеҙ, А.Хачиндың оҫта тренерлыҡ һәләттәрен дә билдәләргә кәрәк.
Бөгөн хужалыҡта 227 баш йылҡы малы, шул иҫәптән 69 бейә, 3 тоҡом айғыры, 80 эш аты иҫәпләнә, ҡалғанын йәш мал тәшкил итә. Быйыл 50 баш ҡолон алынған. Тармаҡты хеҙмәтләндереүгә 5 кеше йәлеп ителгән. Бригадирҙан тыш, комплекста өс көтөүсе һәм ат ҡараусы эшләй. Ринат Вәлиев, Ғәфүр Үҙәнбаев, Александр Кузнецов кеүек үҙ эшенең оҫталары менән ғорурланалар бында.
“Аҡморон” ҡымыҙы – хужалыҡтың ғына түгел, райондың ғорурлығы. Бында етештерелгән баһадирҙар эсемлеге республикала ла киң билдәле. Башҡортостан кимәлендә үткәрелгән ҡымыҙ яһаусылар конкурстарында аҡморондар һәр саҡ юғары баһа ала. 2010 йылда, мәҫәлән, Мәләүез районының Ергән ҡасабаһында уҙған республика бәйгеһендә хужалыҡ ҡымыҙсылары 2-се урынды яуланы. Был тәңгәлдә ҡымыҙ производствоһы етәксеһе Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы Мөрсәлимованың эште оҫта ойоштороуын билдәләп үтергә кәрәк. Әйткәндәй, ҡымыҙ етештереү йылдан-йыл арта. Былтыр, мәҫәлән, 9364 литр баһадирҙар эсемлеге етештерелһә (уны һатыуҙан 609 мең һум табыш алынған), быйыл – 9627 литр (626 мең һум). Әлбиттә, был производство кооператив иҡтисадына ла үҙ өлөшөн индерә.
Йылҡысылыҡ йүнәлешен маҡсатлы үҫтереү үҙенең емешен бирҙе – былтыр хужалыҡ РФ Ауыл хужалығы министрлығы ҡарары менән башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы статусына эйә булды. Был хужалыҡ өсөн генә түгел, ә районыбыҙ өсөн дә ҙур ҡаҙаныш. Федераль кимәлдәге статус тармаҡты яңы кимәлгә күтәреү, уны тағы ла рентабеллерәк эшләтеү мөмкинлеге бирәсәк.
Киләсәккә өмөт менән

Бөгөн хужалыҡта 100-ҙән ашыу кеше эшләй. “Аҡморон” АХК-һы үҙенең хеҙмәт алдынғылары менән билдәле. Механизаторҙар Зөфәр Баймөхәмәтов, Нәғим Ғәбсәләмов, Ғәле Мусин, Рәмил Салихов, комбайнсылар Ришат Исхаҡов, Илфат Килдеғошов, водителдәр Рәшит Рыҫҡужин, Владимир Дерябин, баш агроном Булат Салихов, баш инженер Хәмзә Әбилев, баш бухгалтер Фәрит Юнысбаев кеүек үҙ эшенең оҫталары менән ғорурланалар хужалыҡта.
Бөгөн “Аҡморон” АХК-һы, башҡа хужалыҡтар кеүек үк, еңел булмаған осор кисерә. Бурыстар күп булһа ла, бында иң беренсе сиратта хеҙмәт хаҡын түләүҙе маҡсат итеп ҡуйғандар. Әле был йүнәлештә эш алып барыла.Шулай уҡ бында төп тармаҡтарҙы күтәреү юлдары эҙләнә, коллектив киләсәккә өмөт менән ҡарай.
– Производствоны ойоштороуҙа район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовтың, ауыл хужалығы идаралығының даими ярҙамын тоябыҙ, – ти хужалыҡ етәксеһе Р.Р. Әсәнов. – Яҙғы баҫыу эштәрен атҡарып сығыуҙа, башҡа кампаниялар ойоштороуҙа һәр ваҡыт хәстәрлек тойҙоҡ. Бөгөн беҙ килеп тыуған ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн булған мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырышабыҙ. Һәр хәлдә, коллективтың иртәнге көнгә ышанысы бар.
Йылҡысылыҡ спорты ҡаҙаныштары
1992 йыл – район һабантуйында Быстрый ҡушаматлы сабыш аты (һыбайлыһы И.Заманов) 1-се урынды яулай. Хужалыҡ мотоцикл менән бүләкләнә.
1995 йыл – район һабантуйы, Быстрый (И.Заманов), 1-се урын, мотоцикл,
1996-1997 йылдарҙа хужалыҡ аттары призлы урындарҙы ала,
2001 йыл – район һабантуйы, Дунай (И.Хачин), 1-се урын,
2002 йыл – Өфөлә ат ярыштарында Танцор (И.Хачин) 1-се урынды яулай, хужалыҡҡа ВАЗ-2106 автомобиле тапшырыла. Ошо уҡ йылда һабантуйҙа Мустанг – 3-сө урынды, Республика көнөндә Өфөлә Полет 2-се урынды ала. Һыбайлыһы И.Хачин.
2003 йыл – Республика көнө уңайы менән ярыштар, Полет (И.Хачин), 3-сө урын,
2005 йыл – һабантуй, Дымок (А.Лукьянов), 2-се урын,
2006 йыл – һабантуй, Буян (А.Мамыкин), 1-се урын, Мустанг (В.Мамыкин), 2-се урын,
2006 йыл – Учалы һабантуйы, Мустанг (И.Хачин), 3-сө урын,
2006 йыл – Әлшәй районында республика ярыштары, Алмаз (Ғ.Ғөбәйҙуллин), 2-се урын,
2007 йыл – Өфөлә Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған ярыштар, Алмаз (И.Стрункин)- 2-се, Орлик (Ғ.Ғәҙелшин) 4-се урын,
2008 йыл – һабантуй, Мустанг (В.Йәнәлин), 2-се урын, “Аҡъял” ипподромы, Алмаз (И.Хачин), 3-сө урын,
2009 йыл – һабантуй, Цезарь (И.Стрункин) – 2-се, Снаряд (И.Хачин) 3-сө урын,
2010 – һабантуй, Алтынай (Ф.Яҡупов) – 1-се, Орлик (Р.Моратов) – 2-се, Мустанг (В.Йәнәлин) 3-сө урын. Ошо уҡ йылда Ишембайҙа республика ярыштарында Орлик һәм Алмаз йәнә призлы урындар яулай.
2011 йыл – һабантуй, Орлик һәм Алтынай 1-се һәм 2-се урындарҙы ала. Ә “Аҡбуҙат” ипподромында йәш һыбайлыларҙың Европа чемпионатында Орлик, Алтынай һәм Цезарь 1-се, 2-се, 4-се урындарҙы яулай. Һыбайлылары – Рөстәм Моратов, Фәрит Яҡупов, Салауат Әбдрәшитов. “Аҡъял” ипподромында үткән бәйгеләрҙә лә Цезарь менән Орлик иң етеҙҙәре булып сыҡты.

Азамат Мөхәмәтшин.
Автор фотолары.
Автор фотолары.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.