Байрамығыҙ менән!
22 декабрҙә Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйбеҙ. Шуға ярашлы, хөрмәтле дуҫтар, һөнәри байрамығыҙ уңайы менән иң изге теләктәремде ҡабул итегеҙ!
Дәүләт пенсия страховкаһы системаһын үҙгәртеп ҡороуҙағы һеҙҙең эшмәкәрлек Рәсәй гражданының йәшәйешен лайыҡлы кимәлгә күтәреүгә йүнәлтелгән социаль сәйәсәтте бойомға ашырыуҙа төп фактор булып тора. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ республика пенсионерҙарын тағы ла юғарыраҡ пенсия менән тәьмин итеүҙе, һәр граждандың район һәм республиканың милли ҡиммәтен формалаштырыуға индергән шәхси өлөшөн иҫәпкә алған пенсияға хоҡуҡтарын гарантиялай. Һеҙҙең эшегеҙ бөгөнгө һәм буласаҡ пенсионерҙарҙың лайыҡлы тормошҡа булған өмөтөн сағылдыра.22 декабрҙә Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйбеҙ. Шуға ярашлы, хөрмәтле дуҫтар, һөнәри байрамығыҙ уңайы менән иң изге теләктәремде ҡабул итегеҙ!
Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, эшегеҙҙә уңыштар, бәхет һәм именлек теләйем.
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.
муниципаль район хакимиәте башлығы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.