30 янв. 2012 г.

Сәйәсәт

Владимир Путин: “Тотороҡлолоҡ – ул туҡтап ҡалыу түгел, ә алға хәрәкәт итеү”

РФ Хөкүмәте Премьер-министры, Рәсәй Президенты
вазифаһына кандидат Владимир Путин киң мәғлүмәт саралары һәм Интернет селтәре аша заманыбыҙҙың иң киҫкен мәсьәләләренә ҡарата мөнәсәбәтен белдерҙе. Ул үҙенең тәүге программа мәҡәләһен “Рәсәй туплана – беҙ яуап бирергә тейеш саҡырыуҙар” тип атаны.

Гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына уның сығышынан өҙөк килтермәксебеҙ:
4 мартта Рәсәй граждандары һайлау участкаларына килеп, ил башлығын һайлаясаҡ. Әлеге ваҡытта илдә төрлө дискуссиялар бара. Бер нисә һорау буйынса үҙемдең позициямды белдереп үткем килә. Рәсәйгә ниндәй хәүеф һәм бурыстар янай? Глобаль иҡтисадта һәм сәйәсәттә ниндәй урын биләйәсәкбеҙ? Уйын ҡағиҙәләрен барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашасаҡбыҙмы, әллә ваҡиғалар ағышына ҡушылып китербеҙме? Ниндәй ресурстарға таянып үҙебеҙҙең позицияларыбыҙҙы нығытасаҡбыҙ һәм тотороҡло үҫеште тәьмин итәсәкбеҙ?

Бөгөнгө заманда тотороҡлолоҡ – үҙгәрештәргә һәм алдан уйланылған реформаларға нигеҙләнгән тырыш хеҙмәт менән ирешелә торған ҡаҙаныш.
Йәмғиәт сәйәсмәндәрҙе тейешле кимәлдә контролдә тоторға тейеш. Рәсәйҙә граждандар йәмғиәтенең тулы кимәлдә үҫешеп етмәүе сәйәсмәндәрҙең үҙ бурыстарын теүәл үтәмәүенә килтерҙе. Ошо тәңгәлдә эштәр алып барыла, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был процесс яй бара. Сәйәсәт халыҡтың күпселеге тарафынан алып барылһа һәм шул күпселектең мәнфәғәтен ҡайғыртһа ғына илдә ысын мәғәнәһендә демократия хөкөм һөрәсәк. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сағыу лозунгылар, яҡшы киләсәк образдары менән халыҡты әүрәтергә була, тик һайлауҙарҙан һуң кешеләр бер ниндәй ҙә үҙгәреш күрмәй, юғалып ҡала. Мине һайлау барышында, һайлауҙан һуң нимәләр эшләнәсәге тураһында фекер алышыуҙар бармауы борсой. Иң тәүҙә сәйәсмәндәрҙең яҡшы йәки насар яҡтары тураһында фекер йөрөтөүҙән алда, уларҙың программалары үҙәгендә нимәләр тора, шуны асыҡларға кәрәк. Киң диалог булдырыу мөһим – киләсәк, өҫтөнлөктәр, милли үҫеш һәм перспективалар тураһында.
Рәсәй бөгөн иҡтисад һәм социаль үҫештең төп параметрҙары буйынса социализмдың тоталитар моделе емерелгәндән һәм Советтар Союзы тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән тәрән соҡорҙан сыҡты. Иҡтисад үҫешә. Был иң тәүге сиратта кешеләр, уларҙың эше, килеме, яңы мөмкинлектәре. Торлаҡ шарттары ла һиҙелерлек яҡшырҙы. Рәсәйҙең урта статистик гражданы ғына түгел, пенсионерҙар ҙа 1990 йылға ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәй.
Тағы ла шуныһы мөһим: Рәсәйҙә һуңғы 10 йылда Көнбайыштағы кеүек урта синыфҡа ҡараған кешеләр ҡатламы барлыҡҡа килде. Уларҙың килеме яҡшы, аҡсаларын һаҡлыҡҡа һала йәки үҙе теләгәнсә тотона, ҡайҙа теләй, шунда ял итә ала. Тап ошо урта синыф кешеләре сәйәсәттә ҙур роль уйнай. Урта синыф артабан да үҫергә, йәмғиәттә социаль күпселекте тәшкил итергә тейеш.
Рәсәйҙең иң ҙур өмөтө – халыҡтың, иң тәүге сиратта йәштәрҙең белем алыу кимәленең юғары булыуы. Белем кимәле кешеләрҙең йәшәү оҙайлығы артыуына, енәйәтселектең кәмеүенә, рациональ һайлауҙарға туранан-тура йоғонто яһай.
Шулай уҡ халыҡ-ара хоҡуҡтарҙы һәм дәүләт суверенитетын һанға һуҡмауҙы хатта изге маҡсаттар менән дә аҡлап булмай. 90-сы йылдарҙа илебеҙ СССР тарҡалғандан һуң ҙур тетрәнеү кисерҙе, ләкин ҡабаттан илде тергеҙергә, Рәсәйгә донъя кимәлендәге сәйәси субъект статусын ҡайтарыуға, социаль системаны яйға һалыуға һәм иҡтисадты үҫтереүгә беҙ ҙур көс һалдыҡ. Тергеҙеү осоро үтте, хәҙер инде яңы базала һәм яңы сифатта алға ынтылыш өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
Тағы ла мин 2012 йылда Рәсәй Президенты вазифаһына һайланыуға барыуым тураһында ла әйтеп үткем килә. 1999 йылда РФ Хөкүмәте рәйесе, унан һуң Президент булып һайланғанда илебеҙ тәрән көрсөк хәлендә ине. Күпселек граждандар ярҙамына, милли берҙәмлеккә таянып Рәсәйҙе граждандар һуғышынан, терроризмдан ҡотҡарып ҡалдыҡ, илдең территориаль бөтөнлөгөн һәм конституцион тәртипте һаҡлап, иҡтисадты тергеҙә алдыҡ.
Тарихи Рәсәй этник дәүләт түгел, ул быуаттар дауамында күп милләтле ил булараҡ үҫешкән. Беҙҙең илдә йәшәүсе һәр кем үҙенең милләтен, динен онотмаҫҡа, шул уҡ ваҡытта иң тәү сиратта ул Рәсәй гражданы булып ҡалырға, ошоноң менән ғорурланырға тейеш. Бер кемдең дә милли һәм дини үҙенсәлектәрҙе дәүләт законынан өҫтөн ҡуйырға хоҡуғы юҡ. Дәүләт закондары үҙҙәре милли һәм дини үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алырға тейеш. Тағы ла бер принципиаль нәмә – беҙгә үҙебеҙҙең демократик күп партиялы системаны үҫтерергә кәрәк”.
Владимир Путин сығышын былай тип тамамлай: “Алдағы йылдарҙа бөйөк державабыҙҙың сәскә атыуын тәьмин иткән һәм Рәсәй суверенитетын гарантиялаған, ғәҙеллекте һәм һәр кешенең абруйын яҡлаған, дөрөҫлөк һәм дәүләт менән йәмғиәт мөнәсәбәттәрендә ышаныс тыуҙырған сәйәси система булдырыу бурысы тора”.
Сәлимә
Кейекбирҙина әҙерләне.
(Интернет материалдары файҙаланылды).

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.