30 янв. 2012 г.

Яңылыҡтар

Афарин, Альбина!

Күптән түгел Мәскәү ҡалаһының “Ингосстрах” үҙәк офисында студенттарҙың эштәре буйынса В.И. Щербаков исемендәге конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Быйыл унда Мәскәү, Әстерхан, Өфө, Дондағы Ростов, Саранск һәм башҡа ҡалаларҙың 16 алдынғы юғары уҡыу йортонан 42 студент ҡатнашты. Был мәртәбәле конкурста Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө курсында белем алыусы яҡташыбыҙ, Аҡморон ауылы ҡыҙы Альбина Ҡунысбаева икенсе урынға, иҫтәлекле бүләккә һәм 30 мең һум күләмендәге аҡсалата премияға лайыҡ булды. Уны был оло еңеүе менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уҡыуында уңыштар теләйбеҙ. 
Айгөл Иҙелбаева.

Серле клиент”

Рәсәй почтаһы” дәүләт унитар предприятиеһы ситтәге маркетинг хеҙмәттәре менән килешеү төҙөп, үҙенең ҡул аҫтындағы предприятие хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген баһалай. Маркетинг хеҙмәте вәкилдәре почта бүлексәләренә клиент булараҡ мөрәжәғәт итә һәм шул ваҡытта почта бүлексәһе хеҙмәткәрен өс критерий буйынса тикшерә: компетентлылығына, тышҡы ҡиәфәтенә, кешеләр менән мөғәмәләһенә баһа бирә. Әлеге ваҡытта беҙҙең ҡала почта бүлексәләрендә “серле клиенттар” булып киткән дә инде, улар район буйынса ла йөрөйәсәк.
C. Кейекбирҙина.

Һыуыҡтар буласаҡ әле

Башинформ” агентлығы белдереүенсә, киләһе аҙнала республикала һалҡын буласаҡ. Дүшәмбегә тиклем һыуыҡтар көтөлмәй, аҙна уртаһында иһә һауа температураһының -40 градусҡа тиклем төшөүе күҙаллана.

Буласаҡ һалдаттар өсөн

25 ғинуарҙан 25 февралгә тиклем район мәғариф учреждениеларында хәрби-патриотик тәрбиә айлығы үткәреләсәк. Мәктәптәрҙә, зоналарҙа “Йәгеҙ әле, егеттәр!” ярышы, винтовканан атыу, “Зарница” һымаҡ спорт саралары, ветерандар, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар, уларға шефлыҡ ярҙамы ҡаралған.
А. Ишназаров.

Түңәрәк өҫтәл” үтте

Ошо көндәрҙә 105-се профессиональ лицейҙың китапханаһында уҡыу йортонда белем алған егеттәр ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды. Унда “Хәҙерге заман йәштәренең проблемалары, перспективалары”, “Үҙемдең буласаҡ ғаиләмде нисек күҙ алдына килтерәм” тигән темалар ҡаралды. Бындай сара лицейҙа артабан да үткәреләсәк.
З. Сапарова, йәштәр бүлеге белгесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.