30 янв. 2012 г.

Рейд

Аҡылыңды томалама – ҡыш аямаҫ!

Ҡыш үҙенең ажарлығын күрһәтеп, термометр уҡтары 30 градус һыуыҡҡа яҡынлашҡан кистә беҙ – Баймаҡ эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйы Айҙар Яҡшығолов, балиғ булмағандар эше буйынса бүлек инспекторы Айнур Абдуллин, муниципаль район хакимиәтенең балаларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса сектор мөдире Зинера Шаһиева һәм Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре – рейдҡа йүнәлдек. Маҡсатыбыҙ – насар йәшәгән, ата-әсәһе эскелеккә һабышҡан балаларҙың йәшәйешен ҡарау.

Йоҡлама – туңаһың!

Тәү сиратта, бар ҡалаға билдәле Юбилей урамы, 17-се йортта урынлашҡан ятаҡҡа индек. Шунда уҡ ишек төбөндә лаяҡыл иҫерек йәш егет иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Ул һөйләшә алырлыҡ хәлдә түгел ине. Вахтала ултырған апай: “Бына нимә эшләтергә лә белмәйем, бында ултырһа туңып үлә бит. Әйткәнде аңларлыҡ хәлдә түгел, бигерәк ныҡ иҫерек”, – тине. 
 
Туңып барған егетте уятып маташҡанда, яныбыҙҙағы ишек асылып китеп, хәмер йоғонтоһонда “батырға” әүерелгән йәш ир килеп сыҡты. Ул шунда уҡ беҙгә ҡысҡыра-аҡыра башланы. “Һеҙҙең ни эшегеҙ бар, кем нисек теләй – шулай йәшәй. Теймәгеҙ егеткә! Ул һеҙгә ҡамасаулаймы ни? Башҡа милләт кешеһе ултырһа, моғайын, һеҙ уға тейергә ҡурҡыр инегеҙ!” Иҫерек кешенең һүгенеү, әшәке һүҙҙәренә иғтибар итмәҫкә тырышып, йәш егетте уятырға маташабыҙ. Тик ҡыҙмаса булып алған “герой” беҙҙең өндәшмәүебеҙҙе ҡурҡыу менән бутап, уның һайын шаша башланы. Участка полицейскийының уға хулиганлыҡ өсөн протокол төҙөләсәге тураһында иҫкәртеүен ишеткәс, ҡатыны ирен һөйрәкләп индереп алып китте.
Эйе, хәмер йоғонтоһонда милләт исеменән генә түгел, ә бар кешелек исеменән дә оран һалып булалыр. Тик ошо ятаҡ тупһаһында туңып үлеп барған йәш егетте ниңәлер бер кем дә ҡотҡарырға ашыҡмаған. Был көндө рейд булмаһа, егеттең өшөп үләсәге көн кеүек асыҡ бит.
Ятаҡтың тәүге ҡатында тәмәке көйрәткән ҡатындарға тап булдыҡ. Береһе беҙҙе күреү менән бер яҡ ҡулын ҡосаҡлап, шымып ҡалды. Башланып ҡына торған мәжлескә көмөшкә алып килгән икән. Эсемлекте кемдән алыуын һорағас, “Билдәле инде, “Веселый дом”дан! Барығыҙ ҙа ҡарағыҙ, һәр фатирҙа һаталар”, – тип кенә ҡуйҙы.
А.Яҡшығолов тарафынан бүлмәләге янғын хәүефһеҙлеге, паспорт режимы тикшерелде.

Атай – иҙәндә, әсәй – ҡунаҡта...

Өсөнсө ҡатта ҡарауһыҙ йөрөгән бала иғтибарҙы йәлеп итте. Уның ҡайҙа йәшәүен һораша башлағас, бер бүлмәгә алып килде. Уныһының ишеге асыҡ, иҙәндә иҫерек атаһы йоҡлап ята. Әсә кеше лә ваҡытын “бушҡа” әрәм итмәй, икенсе бүлмәлә ҡунаҡ булып ултырған булып сыҡты. Бүлмәлә бала өсөн бер ниндәй аҙыҡ-түлек, уйынсыҡтар юҡ. Был ғаилә балиғ булмағандар эше буйынса комиссияла теркәүҙә лә тора икән. 
 
Киләһе ҡатта 3-4 йәш тирәһендәге малай һәм ҡыҙыҡай йүгереп йөрөй ине. Боҙҙай һыуыҡ иҙәндә берәүһенең ойоҡсан ғына йөрөүен күреп, аптырап ҡалдыҡ. Ҡайҙа йәшәгәндәрен һораша башлағас, бер бүлмә ишеге асылып китте. Ундағы өлкән йәштәрҙәге ир балаларҙы үгәй ҡыҙы ҡалдырыуын белдерҙе. Уның бүлмәһендә лә балалар өсөн ашарға бер ни ҙә булмауын күреп, “бала ҡараусыға” был хаҡта әйткәс, “Уларҙы мин ҡарамайым – апалары ҡарай”, – тине. Тик ул күрһәткән бүлмә бикле булып сыҡты. Оҙайлы ваҡыт шаҡығандан һуң, унан иҫерек ир килеп сығып, беҙҙе әрләй башланы. Кескәйҙәрҙе алып ҡалған ҡатыны, малай һәм ҡыҙыҡайҙы ул түгел, ә үгәй ҡартатай ҡарарға тейешлеген белдерҙе. Шулай итеп, төнгө ун бер тулып килгәндә, күптән йоҡларға тейешле балалар иҫеректәр тулы ятаҡта яңғыҙы тороп ҡалған булып сыҡты. Айнур Абдуллин тиҙ арала кескәйҙәрҙең әсәһен күреү кәрәклеген белдерҙе.

Риэлтор ҡорбаны

Йәш әсә Чекмарев урамы, 10-сы йортта урынлашҡан ятаҡта йәшәгән булып сыҡты. Ҡағыҙҙарға күмелеп ултырған әсәнең бүлмәһе йыйнаҡ, йылы, балалары өсөн уйынсыҡтары теҙеп ҡуйылған. Әсәнән ни өсөн кескәйҙәрен ҡурҡмайынса шундай ҡот осмалы шарттарҙа ҡалдырыуын һораша башлағас, илап ебәрҙе. “Мин нимә эшләргә тейеш? Отчет яҙырға кәрәк, ә улар менән булмай – ҡамасаулайҙар. Ярҙамлашырға әсәйем дә юҡ. Аталары алимент түләмәй. Әгәр һеҙ мине телевизорҙан күрһәтһәгеҙ, эшһеҙ ҙә ҡаласаҡмын! Унда инде балаларымды тыныс күңел менән етем итә алаһығыҙ!” – тине.
Йәш ҡатындың проблемалары бының менән генә бөтмәгән икән. Ошо кескәй генә бүлмәне ул риэлтор аша әсәлек капиталына алған булып сыҡты. Уға “ярҙам” күрһәткән риэлтор 70 мең һум аҡса бирергә тейеш икән, тик ул юҡҡа сыҡҡан. Һатып алған бүлмәһенең документтары лә теүәл түгел, аҡса ла елгә осҡан. 
 
Гәзит аша күпме генә иҫкәртеүебеҙгә ҡарамаҫтан, ҡатындарҙың риэлторҙар тоҙағына эләгеүе борсоуға һала. Кескәйҙәрен хәүефле ерҙә ҡалдырып, эшенә йәбешеп ятҡан йәш ҡатын әсәлек капиталына бүлмә түгел, ә бәләкәй йорт алыуы ихтимал ине бит. Тик еңел юл эҙләргә түгел, ә үҙенә йүгерергә, тырышырға кәрәк булған. Ул осраҡта балаларҙы ла ҡайҙалыр ҡалдырып йөрөргә кәрәкмәҫ ине. Ә хәҙер ике балалы әсәне бүлмәнән ҡыуып сығарыуҙары ла ихтимал, сөнки риэлтор аҡсаһын ғына түгел, ә тейешле документтарын да бирмәгән. Вайымһыҙ, бер ҡатлы ҡатындар бар саҡта, уларҙы алдаусылар ҙа буласаҡ. Бәлки, район кимәлендә ошо риэлторҙарға ҡаршы ниндәйҙер сара күрелер? Юғиһә, улар әсәлек капиталы булған бар ҡатындарҙы талап бөтмәйенсә, тынысланмаясаҡ. Әйткәндәй, риэлторҙарҙан алданған ҡатындар милиция, прокуратура, судҡа мөрәжәғәт итергә ҡурҡмаһындар ине. РФ Енәйәт кодексы буйынса уларҙы яуапҡа тарттырып була.

Балаһын хәмергә һатып

Артабан эскелек менән мауығып, күрше-тирәһенә генә түгел, үҙ балаһына тыныс тормош бирмәгән ҡатындың ишеген шаҡыныҡ. Ул инвалид ҡыҙы менән йәшәй. Буй еткергән улы Себер яҡтарында эшләп әсәһен, һеңлеһен аҡса менән тәьмин итә. Тик ул вахтаға юлланыу менән фатир эскеселәр ояһына әүерелә. Ҡатын 15-16 йәштәрҙәге ҡыҙы өсөн дә ҡурҡмай, ирҙәр йыя. Айныға башлау менән, ҡыҙын ашарға теләнселәргә сығара. “Баш төҙәтергә” уйлаһа инде, ҡыҙын кешеләрҙән “на хлебушек” тип һорандырып, көмөшкәгә йүгерә. Ҡатындың таңға ҡарай айнығып, баш ауыртыуына сыҙай алмай: “Ярҙам итегеҙ, дауалағыҙ мине!” – тип илағаны ла була. Тик көмөшкә тотоп килгән шешәләштәрен күреү менән, яңы тормош башларға уйлауын онота. Беҙгә, ишек артында кемдер ипләп кенә һөйләшеүгә ҡарамаҫтан, асманылар. Унан ҡыҙҙың: “Өйҙә берәү ҙә юҡ, асмайым”, – тигәне ишетелде. Күрәһең, әсәһе үҙе генә алдашыуы етмәгән, балаһын да хәйлә юлына баҫтырып өлгөргән. Әйткәндәй, һуңынан фатирҙа, беҙ шаҡыған мәлдә, ысынлап та, ҡатындың сираттағы «шайтан туйы» ойоштороуы асыҡланды. Тик көндән-көн йышайған мәжлестәр гонаһһыҙ ҡыҙ баланың яҙмышын яра һуҡмаҫмы? Хәйер, ғәзиз балаһын әсәһе аямағас, рейдтар мәлендә генә уға ярҙам итеп буламы инде?

Ышанысһыҙ «әсә»

Дежур часынан алған шылтыратыу буйынса бер адрес буйынса йүнәләбеҙ. Зауыҡлы итеп йыһазландырылған фатирҙың ишек төбөнә 10 йәш тирәһендәге малай сүгәләгән. Уның янында нимә эшләргә белмәгән класс етәксеһе тапана. Малайҙы өләсәһе тәрбиәләп үҫтерә, сөнки әсәһе йәшләй генә эсә башлай. Өләсәй кеше ҡыҙының эскелеккә һабышыуын сит күҙҙән генә түгел, ә иң яҡын туғандарынан да йәшерә. Яңы йылдан һуң уға ситтә бик яҡшы, аҡсалы эш тәҡдим итәләр. Ҡыҙы: “Әсәй, исмаһам, бер мәртәбә булһа ла ышан миңә. Бар эшкә, беҙ улым менән йәшәрбеҙ”, – тип эсмәҫкә анттар биреп тороп ҡала. Тик әсәһе китеү менән эсә башлай, фатирға теләһә ниндәй ирҙәрҙе йыя. Малай бер кемгә лә өндәшмәй, иртәнсәк үҙе тороп мәктәпкә китә, дәрестәрен әҙерләй, аслы-туҡлы йөрөй. Тик йортта ашарға бөтөп, әсәһе һаман айныҡмағас, өләсәһенә хәбәр итә. Етмәһә, фатирҙағы шау-шыу, мәжлес арҡаһында бала таңғы дүрт-биштә генә йоҡларға ята. Шуға ҡарамаҫтан, ул мәктәпкә һуңламай йөрөй, бер кемгә ҡайғы-хәсрәтен белдермәй. Өләсәһе ейәненең ниндәй хәлгә ҡалыуын белгәс тә, уның класс етәксеһе менән һөйләшеп, барыһын да аңлатып бирә. Тырыш, аҡыллы уҡыусыһының ҡайғыһын белгән уҡытыусы шунда уҡ ярҙамға ашыға. Тик иҫерек әсә сираттағы ҡунағы менән йоҡо бүлмәһенә бикләнеп өлгөрә. Күпме генә шаҡыһаҡ та, улар ишекте асманы. Малайҙы өләсәһе ҡайтҡансы класс етәксеһе үҙенә йәшәргә алды. Ә бына хужабикәнең ҡайтыуына уның йылдар буйы тырышып йыйған йыһазы һаҡланасағы бик тә икеле.Сөнки бер ҡайҙа ла эшләмәгән йәш ҡатын араҡы табыу өсөн әсәһенең әйберҙәрен «осорорға» ла тартынмай икән. Фатирға йыйылған эсергә әүәҫ кешеләр ҙә уға был йәһәттән «ярҙам» итергә әҙер тора.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең рейд өсөн һыуыҡ ҡышҡы төндө һайлауы осраҡлы түгел ине, әлбиттә. Сөнки ошондай селлә мәлендә туңып үлгән иҫеректәр, ата-әсәһе ташлап сығып китеп, өйҙә өшөп, ас ултырған балалар һаны күбәйә. Ҡайһы саҡта уларҙы ҡотҡарыу өсөн һанаулы минуттар кәрәк була. Рейдтар кемделер етем йәки хөкөм итеү өсөн үткәрелмәүен аңларға ла ваҡыт. Бындай сараларҙы ойоштороусыларҙың үҙ ғаиләһе, яҡындары бар, улар оло кинәнес менән ваҡытын ғәзиздәре янында үткәрер ине. Тик кешеләрҙе, айырыуса кескәйҙәрҙе хәүеф-хәтәрҙән, енәйәтселектән, яман уйлы әҙәмдәрҙән һаҡлау, кемделер аҡылына килтереү өсөн бындай профилактик саралар мотлаҡ кәрәк. Сөнки балаһын ҡарамаған өсөн “ҡара исемлеккә” индерелгән әсәләр араһында эскелектән баш тартып, тәүбәгә килеп, хәҙер бынамын итеп йәшәүселәр бар. Был ғаиләләге балаларҙың йөҙөнә нур йүгереүен, шатлыҡлы йылмайыуҙарын күреү үҙе оло бәхет. Тимәк, бәғзе берәүҙәрҙең ризаһыҙлығы, хатта янъял ҡуптарыуҙарына ҡарамаҫтан, киләсәктә лә рейдтар тәүлек әйләнәһенә дауам итәсәк.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотолары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.