30 янв. 2012 г.

Яҡты рухы күңелебеҙҙә...

Икенсе Этҡол ауылының беҙ йәшәгән урам осонан мәктәпкә ҡәҙәр бер саҡрым араның уртаһында урынлашҡан почта бүлексәһенә уҡыуҙан һуң һуғылмай ҡайтҡан бер бала ла булмағандыр. Әсе елле көҙ, ажғыр буранлы ҡыш, ямғырлы яҙ көндәрендә уҡыусы балалар туптырлашып почтаға инеп йылынып, хәл алып сыға инек. Изге йәнле Люциә еңгәйҙең бер ваҡытта ла, иҙәнде тапайһығыҙ, эшләргә ҡамасаулайһығыҙ, тигәнерәк ризаһыҙлыҡ белдергәнен ишетмәнем, киреһенсә, ауыҙ-мороно өшөп йә еүешләнеп килеп ингән балаларҙы, үҙ балалары кеүек күреп йәлләп, мейес эргәһенәрәк саҡырып, тиҙерәк йылындырыуҙы хәстәрләне. 

Бөтәһе менән дә ҡыҙыҡһыныусан балаларға телефон аппаратының нисек эшләгәнен аңлата, хатта трубкаһын ҡолаҡҡа терәп тылсымлы “алло, алло” һүҙҙәрен ҡысҡырып ҡарарға ла рөхсәт итә, сағыу һүрәтле конверт, открыткаларҙы күрһәтә торғайны. Шул арала балаларҙың нисек уҡыуҙары, ниндәй билдәләр алыуҙарын һорашып, ата-әсәләренең хәл-әхүәлдәрен белешеп, уларға сәләм-теләктәр әйтергә өлгөрөп, йылы һүҙҙәре менән дәртләндереп оҙатып ҡала ине. Һәр ваҡыт барыһына ла мөләйем йөҙлө Люциә еңгәйҙең почтаға ингән кешеләр менән аралашҡанын күҙәтеп, һөйләшкәндәрен тыңлап, өлкәндәрҙең үҙ хеҙмәттәрен атҡарыуҙағы тырышлыҡтары, бер-береһенә ихтирамлы, илтифатлы мөғәмәлә, мөнәсәбәттәренән фәһем алдыҡ, тормош тәжрибәһе тупланыҡ, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бәләкәй генә, ләкин тос һабаҡ алдыҡ. Люциә Хәйбулла ҡыҙы ауылдаштарының береһенең дә тормошона битараф булмағандыр, сөнки ул һәр баланың ата-әсәһен, ағай-апайҙарын исемләп белә торғайны. Үҙе күп балалы ғаиләлә үҫкән аҡыллы, тәрбиәле әсә үҙ балаларына ғына түгел, башҡаларға ла һөйкөмлө, йомшаҡ күңелле яҡын кеше булды.
Ауыл кешеләренең барыһы ла радио тыңлап, телевизор ҡарау мөмкинлегенә эйә булғанға тиклем почта бүлексәһе тышҡы тормош менән берҙән-бер бәйләнеш урыны ине. Ул тирәнән өлкәндәр ҙә почтаға һуғылмай, хәл-әхүәлен һөйләп, донъя хәлдәрен белешмәй үтмәгәндер. Уның етәксеһенең халыҡ араһында абруйлы булыуы шунан күренә. Әгәр берәйһе: “Люциә килен әйтте әле...”, – тип берәй яңылыҡ һөйләһә, бөтәһе лә иғтибар менән тыңлап, етди фекер, тоғро мәғлүмәт булыуына һис тә шикләнмәнеләр.

1983 – 89 йылдарҙа партия райкомының сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире вазифаһында эшләгәндә, район элемтә үҙәге беҙҙең ҡарамаҡта булғанлыҡтан, квартал һәм йыл һөҙөмтәләрен йомғаҡлау йыйылыштарында йыш ҡатнашырға тура килде. Ул йыйылыштарҙа Икенсе Этҡол ауылы почта бүлексәһе һәм уның етәксеһе һәр ваҡыт маҡтап телгә алынды, үҙ бурыстарын намыҫлы үтәүҙәре, халыҡты хеҙмәтләндереүҙәге өлгәштәре башҡаларға үрнәк итеп ҡуйылды. Мин бәләкәйҙән үҙенә оҡшарға тырышҡан уҡытыусым, ағайымдың хәләл ефете шундай яҡшы кеше булыуына шатлана, хеҙмәттәштәренең оло ихтирамына лайыҡлы булыуына ғорурлана инем.
Бала – ата-әсәһенең көҙгөһө”, – ти халыҡ. Люциә Хәйбулла ҡыҙы менән Азамат Әғзәм улының балалары шул халыҡ һүҙҙәрен төплө дәлилләйҙәр. Улдары Нур – Сибай ҡалаһындағы “Строймеханизация” төҙөлөш ойошмаһының абруйлы етәксеһе булараҡ бөтә республикала танылған шәхес, Илшат – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе, Наил – инженер-механик, ҡыҙҙары Гөлнур – Сибай район-ара элемтә үҙәге инженеры вазифаһында һөйөклө әсәһенең эшен дауам итә. Ата-әсәләре һәр ваҡыт эштә булғанға күрә, бәләкәйҙән үҙаллы тормош көтөргә өйрәнделәр. Уларҙың бер-береһенә иғтибарлы, ихтирамлы мөнәсәбәттәрен һиҙеп, аңдарына һеңдереп үҫкәнгә, үҙҙәре лә бер-береһенә, туғандары, яҡындарына шундай уҡ йылы, итәғәтле мөнәсәбәттә булыуҙары менән һоҡландыра. Ғүмер юлдаштары менән татыу берҙәмлектә үҙҙәренең балаларын – Азамат ағай менән Люциә еңгәйҙең 7 ейән-ейәнсәрен – йәмғиәттең белемле, әҙәпле, ғәҙел, алдынғы шәхестәре итеп тәрбиәләйҙәр.
Ошо көндәрҙә Азамат Әғзәм улы Тажетдинов балаларының һөйөклө әсәһенең яҡты иҫтәлегенә арнап, уның тыуған ауылы Юлыҡ тураһында “Оло юлда Юлыҡ” исемле мәғлүмәткә бай тарихи китап баҫтырып сығарҙы.
Люциә Хәйбулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар халыҡты хеҙмәтләндереүҙәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына, ҡиммәтле бүләктәргә, “Элемтә хеҙмәте отличнигы” исеменә лайыҡ булды. Уның яҡты рухы тормош юлдашының, балаларының, туғандарының һәм иманлы яҡташтарының күңелендә сағыу йондоҙ булып балҡып тороуына ихлас күңелемдән ышанам!
31 ғинуарҙа Люциә Хәйбулла ҡыҙына 75 йәш тулыр ине...
Әсәйҙәрҙе юғалтыуы – йәнгә уңалмаҫ яра,
Әсәйҙән дә ҡәҙерлерәк бер кем юҡ был донъяла!
Урал Мостафин, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты.
Баймаҡ ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.