20 февр. 2012 г.

Комиссия ултырыштарында

Етешһеҙлектәр бар әле...

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу буйынса муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы комиссия (артабан – комиссия) кесе йомала быйылғы тәүге ултырышын үткәрҙе. Уны комиссия рәйесе урынбаҫары, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Р.В. Ишембәтов алып барҙы.
Көн тәртибенә барлығы алты мәсьәлә сығарылып, шуның тәүгеһе 2012 йылға эш планын ҡабул итеү булды. Ул йәмғеһе 23 пункттан тора, йылдың һәр кварталына эш күләме һәм төрлө учреждение-ойошмаларҙа Закондың үтәлешен тикшереү өсөн график билдәләнгән. Комиссия быйыл үҙенең эшен раҫланған шул планға ярашлы алып барасаҡ.

Артабан Баймаҡ лицей-интернатында, ҡалала урынлашҡан “Россельхозбанк”, Һаҡлыҡ һәм “УралСиб” банкыларының филиалдарында, мәҙәниәт учреждениеларында һәм Моҡас менән Аҡморон ауыл биләмәләрендә үрҙә аталған Закондың үтәлеше тикшерелде. Уларҙың һәр береһендә лә билдәле күләмдә эш башҡарылған. Ыңғай яҡтан, башҡаларға өлгө итеп лицей-интернат менән “Россельхозбанк”ты атарға мөмкин. Уларҙа барлыҡ алтаҡталар, ишектәрҙәге табличкалар дөрөҫ һәм хатаһыҙ урынлаштырылған, тейешле документация алып барыла. Шул уҡ ваҡытта тикшерелгән башҡа учреждениеларҙа, ауыл биләмәләрендә етешһеҙлектәр осрай. Мәҫәлән, урындарҙағы комиссиялар исем өсөн генә төҙөлгән, уларҙың документацияһы юҡ кимәлдә йә дөрөҫ алып барылмай йәиһә алтаҡталарҙың башҡорт йәки рус телдәрендәге яҙыуҙары хаталы. Ҡайһы бер алтаҡталар бик йәмһеҙ, ҡояшҡа уңғандары ла, быяла аҫтына ябай ҡағыҙ рәүешендә ҡыҫтырып ҡуйылғандары ла бар.
Аҡморон һәм Моҡас ауыл биләмәләрендә урындағы комиссияларҙың составы яңыртылған, хәҙер уларға аныҡ план төҙөп, ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәк. Күп осраҡта Закондың үтәлеше уларҙың үҙ бурыстарына ниндәй мөнәсәбәттә булыуҙарына бәйле. Даими рәүештә ултырыштар уҙғарып, унда урындағы объекттарҙы тикшереп, хаталарын күрһәтеп, методик яҡтан ярҙам итеп торған эшлекле комиссиялар булған ауыл биләмәләрендә был йәһәттән алға китеш бар.
Тикшерелгән барлыҡ учреждение-ойошма етәкселәренә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн билдәле ваҡыт бирелде. Эш башҡарылғандан һуң улар комиссияға отчет бирергә тейеш.
И. ЙӘНДӘҮЛӘТОВ, комиссия ағзаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.