20 февр. 2012 г.

2012—Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Ҡыҙ тыйнаҡ булһа – егет йыйнаҡ була

Халҡыбыҙҙың тәрән аҡыл менән әйтелгән был һүҙҙәре быуаттар дауамында үҙенең хаҡлығын дәлилләне. Ҡатын-ҡыҙ айырыуса ирекле булған беҙҙең заманда әйтемдең ҡиммәте һаҡланғанмы һуң? Ошо хаҡта һөйләшергә район китапханаһында 105-се һөнәрселек лицейы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡтағы филиалы ҡыҙҙары һәм ағинәйҙәр “түңәрәк өҫтәл” янына йыйылды.
Сараны ойоштороусы һәм алып барыусы Ләйсән Солтанғолова әңгәмә алдынан Рәил Байбулатовтың “Оятыңдан үлмәй тор” тигән китабы менән таныштырҙы. Был повеста Йәмил исемле егеттең яҙмышы һүрәтләнә. Атаһы менән әсәһе эскелеккә һабышҡас, уның фажиғәле тормошо башлана. Башта ул әсәһен юғалта, артабан яҡындарынан айырылып, интернатта уҡый башлай. Аҙаҡ аҙғын ҡыҙ, насар компания арҡаһында үҫмерҙәр колонияһына эләгә. Йәмилгә бер-береһенән ҡырҡа айырылған Резеда һәм Гөлфиә исемле ҡыҙҙар менән танышырға насип була. Резеда—хәмер, тәмәке менән шаярырға яратҡан ҡыҙ, егеттәр менән енси бәйләнешкә инеүҙе лә гонаһ һанамай. Ә икенсе ҡыҙ Гөлфиә—тыйнаҡ, әҙәпле, саф ҡыҙ. Ундай ҡыҙҙар тураһында шиғырҙар яҙалар, улар хаҡына батырлыҡтар ҡылалар.

Түңәрәк өҫтәл” артында йыйылған ҡыҙҙарға: “Ни өсөн хәҙерге заманда ғорур ҡаяға, наҙлы елгә оҡшаған Гөлфиәгә ҡарағанда, кәйеф-сафа ҡороп, еңел-елпе йөрөгән Резедалар күбәйә?” – тигән һорау бирелгәс, улар нимә әйтергә белмәй, аптырап ҡалды. Алып барыусы һылыуҡайҙарҙың үҙ-үҙен тотошон модалы, заман менән бергә атлаусы булып күрһәтергә теләүенә бәйле, тип белдерҙе.
Ләйсән Солтанғолованың: “Тарихҡа күҙ һалһаҡ, боронғо башҡорт ҡыҙҙары көнсығыштағы кеүек яулыҡҡа төрөнөп, ир-атҡа һүҙһеҙ буйһоноп йәшәмәгән. Шул уҡ ваҡытта көнбайыш илдәге ҡатындар кеүек үҙ мәнфәғәтен, карьераһын өҫтөн ҡуйып, үҙбилдәләнешен онотоп, бала табыуҙы кисектереп, ирҙән-иргә күсеп йөрөмәгән. Башҡорттар ғаилә усағын һаҡлаған, тормош юлдашына тоғро, аҡыллы ҡатын булған, кәрәк икән – бергә һуғышҡа сапҡан, уҡ-һаҙаҡтан оҫта атҡан, сая, рухлы ҡыҙҙар тәрбиәләгән. Улар ирҙәрҙе лә еңергә тырышмаған, шул уҡ ваҡытта үҙҙәрен дә яҡлай белгән. Ә иң мөһиме булып ҡыҙҙарҙың сафлығы һаналған. Үкенескә күрә, йәмғиәттә: “Саф ҡыҙҙы балалар баҡсаһында ғына осратырһың” тигән фекер нығына бара”, – тигән һүҙҙәре һәр кемде уйға һалды.
Был йәһәттән ҡаланың абруйлы ағинәйҙәре Х.М. Биктимерова, С.М. Иҫәнғолова, Я.Ә. Баймурзинаның сығышы фәһемле булды. Улар ҡыҙҙарға тормошсан миҫалдар килтереп, ҡыҙ баланың бәхете нигеҙҙәрен аңлатты, серҙәрен өйрәтте.
Район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, егеттәрҙең бөгөнгө ҡыҙҙар тураһында ниндәй фекер йөрөткәнен белер өсөн, Интернет аша анкета үткәргән икән. Һорауҙарға яуап бирер өсөн төрлө ерҙә эшләгән һәм уҡыған, бер-береһе менән таныш булмаған 20 егет һайлап алынған. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары, тормошҡа ҡарашы ҡырҡа айырылһа ла, яуаптары үтә оҡшаш булып сыҡҡан.
Күпселеге, йәғни 12 егет ҡыҙҙарҙың эсеүен, тартыуын өнәмәй, был хаҡта әсенеп яҙа. Дүрт егет “үҙҙәрен текә, эре, егеттәр һымаҡ тотҡан ҡыҙҙар күбәйҙе”, тип борсола. Уларҙың ябайыраҡ, нәзәкәтлерәк булыуҙарын теләйҙәр. Өс егет ҡыҙҙарҙың ярым асыҡ, сағыу кейенеү стилен оҡшатмай. Ике егет, хәҙерге һылыуҡайҙар егеттәрҙең аҡсалы булыуына ныҡ иғтибар итә, тип һанай. “Беҙ ауырлыҡ менән эшләп тапҡан аҡсаны туҙҙырырға ярата” тип асыулана улар. Ҡайһы бер егеттәр, буласаҡ хужабикәләрҙең күпселеге бешерә белмәй, тип аптырай. Тағы ла ҡыҙҙарҙың һүгенеү һүҙҙәрен йыш ҡулланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, был хаҡта “бик йәмһеҙ” күренеш тип белдергән.
Түңәрәк өҫтәл” артына йыйылған ҡыҙҙар сараны ойоштороусылар тәҡдим иткән видеороликтарҙы иғтибар менән ҡараны. Ысынлап та, ҡыҙ баланың аҫҡа тәгәрәүе, еңел тормош теләп, фәхишәлек юлын һайлап, ғибрәтле хәлдәргә тарыуы, һәләк булыуы тураһындағы күренештәр һәр кемде тетрәндерерлек. Ҡыҙҙар был видеороликтарҙы ҡарап, тыуасаҡ балалары өсөн оло яуаплылыҡ тотоуҙарын яҡшы аңлағандарҙыр.
Уйлап ҡараһаң, бәхетле булыуҙың сере ябай ғына. Ул үҙеңде яратыуҙан башлана. Үҙен ихлас йөрәктән яратҡан, хөрмәт иткән кеше бер ҡасан да хәмер, башҡа матдәләр менән ағыуланмаҫ. Мин был донъяға бәхет өсөн тыуҙым, тип иҫәпләгән ҡыҙ һис ҡасан үҙен кәмһетеүгә, рәнйетеүгә юл ҡуймаҫ, үҙе лә кешеләргә мәрхәмәтле, йылы һүҙле булыр. Шуға күрә үҙебеҙҙе ихтирам итәйек, ғүмерлеккә бирелгән тәнебеҙҙе, йәнебеҙҙе тәрбиәләп торайыҡ”, – тип өндәне алып барыусы йәш ҡыҙҙарҙы. Сарала ҡатнашыусылар өсөн китапхана библиографы Розалия Сәйфуллинаның матурлыҡ серҙәре менән уртаҡлашыуы ла бик фәһемле булды.
Ҡыҙҙар шулай уҡ район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л.Ҡ. Дәүләтшина, йәштәр эштәре буйынса бүлек секторы белгесе З.Б. Сапарованың фәһемле сығышын тыңланы, педагог-психолог М.Ғ. Байғужина үткәргән ҡыҙыҡлы уйында ҡатнашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған йәки борсоған һорауҙарын да бирҙе. Шулай уҡ улар киләсәктә лә ҡыҙҙар өсөн генә булған ошондай серле һөйләшеүҙәрҙең дауам ителеүен үтенде. Сөнки яңғыҙ әсәләр, етем сабыйҙар күбәйгән, хатта үҫмерҙәр ҙә урамда һыра ҡосаҡлап йөрөгән, телевизорҙан “күңелле тормош” менән һөжүм итеү барған заманда саф, тыйнаҡ булып ҡалыуы еңелдән түгел.
Рәил Байбулатовтың “Оятыңдан үлмәй тор” китабына ҡайтып шуны әйтергә кәрәк: төп герой Йәмил, әҫәр аҙағында, ҡоласын йәйеп торған Резеданы ҡалдырып, Гөлфиәһе янына ашҡына. Еңел генә бирелгән ләззәткә ҡарағанда, сихри гүзәллек, илаһи нәфислек, сафлыҡ бөрккән һәм шул уҡ ваҡытта буй етмәҫтәй тойолған татлы хистәр үҙенә нығыраҡ тарта шул...
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.