20 февр. 2012 г.

Иман үә Дин

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
 Ислам ҡанундары өйрәтә: өгөт-нәсихәт менән дә, төрлө тыйыуҙар, ҡурҡытыу-өркөтөүҙәр менән дә эсеүҙе туҡтатып булмай, эсеүгә ҡаршы көрәш иман нигеҙенә ҡоролорға тейеш. Динебеҙ кешене шәриғәт хөкөмдәренә өндәүҙән дә алдараҡ Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә, Уның китабына, бәйғәмбәренә ышанырға саҡыра һәм бойора. Әгәр бәндәләр был саҡырыуҙарҙы, үҙ теләге менән ҡабул итеп, мөьмин булғас, шәри ғәт хөкөмдәрен аңлап, хәләлде-хәрәмдән айыра башлай.


Хәмер – боҙоҡлоҡтоң әсәһе

Ислам динендә хәмер эсеү ҡәтғи тыйыла һәм иң оло хәрәмдәрҙең береһе. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйтте: «Һәр иҫерткес хәмерҙер», – тине. Ошо хәҙискә таянып, хәмер эсеүҙән тыш наркотик ҡулланыу, йәки токсикомания ошо уҡ хәмер сифатына инә. Икенсе бер хәҙисендә бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйтте: «Хәмер – ул боҙоҡлоҡтоң әсәһе».
Ысынлап та, иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланыу күп енәйәт һәм бәлә-ҡазаға ас ҡыс булып тора. Шуның арҡаһында күпселек хоҡуҡ боҙоу ошо афәткә бәйле. Хәмер эсеү арҡаһында кешенең холҡо боҙола, эскән һайын үҙенең контролен юғалта бара.
Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем! Бындай оло гонаһтан тыйылайыҡ! Киләһе быуындарыбыҙҙы иман юлында тәрбиәләп, балаларыбыҙҙы хәмер эсеүҙән ҡурсалайыҡ. Әлбиттә, уның өсөн тәрбиәне үҙебеҙҙән башлайыҡ, йәғни һәр сараларыбыҙҙы: ул никах булһынмы, туй булһынмы йәки һуғым ашы булһа ла өҫтәлгә хәмер ҡуймайыҡ. Әлхәмдү лиллә, һуңғы йылдарҙа иманға ҡайтып, төрлө хәрәм эштәренән тыйылып, яңы тормош башлаусы ҡәрҙәштәребеҙ бихисап. Шуларға эйәреп, беҙ ҙә тоғро юлға ынтылайыҡ, мил-ләтебеҙҙе ошо бәләнән ҡотҡарайыҡ.
Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин, Баймаҡ мәсетенең имам-хатибы.


Ете ҡат ер үә
ете ҡат күк ләғнәт уҡыр

Ҡөрьән Кәрим бәрәкәтендә беҙҙе тура юлға күндереүсе Аллаһы Тәғәләгә барса хәмед-маҡтауҙарыбыҙ һәм ололауҙарыбыҙ.
Матур-гүзәл әхлаҡ менән йәшәргә тейешлегебеҙҙе аңлаһаҡ, шул гүзәллекте юҡ итеүселәрҙең береһе эскелек икәнен дә аңларға тейешбеҙ, йәмәғәт!
...Ҡиәмәт көнөндә, хәмер эсеүсе кешенең йөҙө ҡара,ике күҙе күк төҫтә булып, теле һәлберәп түшенә һеләгәйе ағып торған хәлдә ҡубарылыр. Уны күргән бөтә кеше был кешенән сыҡҡан һаҫыҡ еҫтән ерәнер. Эскеселәргә сәләм дә бирмәгеҙ һәм уларға сәләм дә ҡайтармағыҙ. Әгәр үлһәләр, улар өсөн йыназа уҡымағыҙ, тигән Ғүмәр раҙыяллаһу ғәнһү. Эскесене сәләмләп, ҡосаҡлап ололаусы кешенең ҡылған доғаһын Аллаһы Тәғәлә 40 йыл буйы ҡабул итмәҫ.
Бер изге бәндә әйткән: “Минең өсөн уттан бер стакан эсеүем, бер стакан иҫерткес эсеүҙән яҡшыраҡтыр”, – тип.
Иҫерек килеш ергә баҫыр булһағыҙ, ете ҡат ер үә ете ҡат күк һеҙгә ләғнәт уҡыр. Сөнки иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланыу, эсеү – барса боҙоҡлоҡтарҙың башы.
Бер ваҡыт иблистән һорағандар:
Эй мәлғүн! Иҫерткес утһыҙ ҙа ҡайнар, сәбәбе ниҙә? – тип.
Иблис әйткән:
Аллаһы Тәғәлә мине уттан яратты. Кемдер хәмер, көмөшкә һәм башҡа иҫерткес эсемлектәрҙе эшләргә һа-уытҡа һыу ҡойғандан һуң, мин килермен. Һыңар ҡулымды иҫерткес эшләнеүсе һыуға тығырмын. Минең эҫелегемдән ул ҡайнай башлар. Йәнә өс көндән һуң килермен, ул һауыттың ауыҙын асырмын, эсенә тиҙәк һалырмын. Хәмер минең нәжесемдән /тиҙәгемдән/ шундай еҫле булыр, уны һис эсеп туймаҫтар. Хәләл ризыҡты бер ашаһалар – туйырҙар, әммә ошо иҫерткес эсемлекте күпме эсһәләр ҙә туймаҫтар, сәбәбе шулдыр, – ти.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең бер хәҙисендә әйтте: “Аллаһы Тәғәлә бар иҫерткес эсемлектәрҙе һәм шул хәмерҙе етештереүселәрҙе, уны ҡойоп биреүселәрҙе,һатыусыларҙы, һатып алыусыларҙы, ул хәмерҙе ташыусыларҙы, ташырға һәм һатырға мәжбүр итеүселәрҙе, эсеүселәрҙе, барыһын да ләғнәтләне”, – тип.
Һәм тағы ла бер хәҙисендә: ”Хәмер эсеүсе кеше Ҡиәмәт көнөндә үләкһәнән дә һаҫығыраҡ булып ҡубарылыр. Уның муйынына бер һауыт бәйләнгән, ҡулында стакан булып, тиреһе һәм ит араһы йыландар һәм саяндар менән тулыр. Аяҡтары уттан булған һауытҡа кейҙерелеп, ул ут һауыты уның мейеһен ҡайнатыр, үҙенең ҡәберен тамуҡ соҡоронан бер соҡор итеп табыр һәм Фирғәүендең, Һәмәндең иптәше булыр”.
Әлҡөһөллө эсемлекте бер генә тапҡыр ҡулланыу ҙа ме-йенең мөмкинлектәрен үҙгәртә. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы спиртлы эсемлекте наркотиктарҙың бер төрө тип классификациялай. Паталогоанатомдарҙың белдереүенсә, эскесенең баш мейеһенең төҙөлөшө көйә ашаған кейеҙҙе хәтерләтә.
Бер кеше эскесегә бер ҡабым ашамлыҡ бирһә, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең тәненә йыландар һәм саяндар ебәрер, кем берәү хәмер эсеүсенең хәжәтен үтәһә, ул кеше Ислам диненең тарҡалыуына ярҙам иткән булыр. Кем дә кем эскесегә бурысҡа аҡса бирһә, ул кеше бер мөьминде үлтереүсегә ярҙам иткәндәй булыр. Әгәр кем дә кем эскесе менән бер мәжлестә ултырһа, Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә уны һуҡыр хәлендә ҡубарыр. Эскесе менән никахланмағыҙ, әгәр ауырыһа – хәлен белешмәгеҙ. Әгәр шәһәдәт бирһә, уны ҡабул итмәгеҙ. Мине Бәйғәмбәр итеп ебәргән Зат менән ант итәм, дөрөҫлөктә хәмерҙе Тәүраттә, Инжилдә, Зәбурҙа һәм Ҡөрьәндә ләғнәт ителгән кеше генә эсер», – тигән хәҙисте Ғәйшә раҙыяллаһу ғәнһу бәйғәмбәребеҙ Мәхәммәт ғәләйһис-сәләмдән ишетә.
Шуныһы үкенесле һәм ҡыҙғаныс: бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә ошондай хәҙистәр ҙә ҡурҡытмай яңылыш юлда булған бәндәләрҙе.


Бурыс

Бер ҡарт ҡына кеше үҙе кеүек ҡартайып ҡороп барған ағасҡа һөйәлеп илай ине
Яңы ғына уның эргәһенә мыҡты кәүҙәле йәш ир-егет килеп, араҡы һатып алыу өсөн аҡса һораны һәм бар көсөнә ҡартты ҡолата һуғып китеп барҙы. Ағас төбөндә ҡолап ятҡан бабайҙы күреүселәр уға ярҙам итергә ашыҡты.
Олатай, нимә булды? Ул кешегә һинән нимә кәрәк?
Бабай бер кемгә лә иғтибар бирмәйенсә, өҫтөндәге япраҡтарҙы ҡаға-ҡаға үҙ алдына һөйләнде. Ул бурысын түләргә килде. Ул нимә эшләргә тейеш булһа, шуны эшләне...
Кешеләр, бабайға таяғын алып тотторҙолар ҙа китеп барҙылар. Ошо хәлде баштан алып аҙағынаса ситтән күҙәтеп торған бер йәш егет ҡарттың эргәһенә килеп һүҙ башланы:
Һеҙ бик ныҡ арығанһығыҙ, әҙерәк бынау ағас төбөнә ултырып ял итеп алығыҙ.
Оло кеше, илауҙан ҡыҙарған күҙҙәре менән күк йөҙөнә күтәрелеп ҡарап, ауыр итеп һуланы.
Минең был ағас төбөндә ял итеп ултырырға хаҡым юҡ. Һәм үлгәнсе булмаясаҡ, – тип илап ебәрҙе лә, күңел төбөнән сыҡҡан ыңғырашыу менән һөйләй башланы:
Был хәл илле йыл элек булды. Мәрхүм атайымдың рухы тыныс булһа ине, мин фәҡәт ошо ергә, ошо ағас эргәһенә килеп, тәмәкегә аҡса һорап, тупаҫ һүҙҙәр әйтеп атамды рәнйеттем. Бына бөгөн ошо уҡ ерҙә миңә үҙемдең улым ҡул күтәрҙе...
Йәш кеше нимә тип әйтергә белмәй албырғап ҡалды. Ул әҙерәк тынысланғас, әйҙә өйөңә алып барайым, тип те ләк белдереүенә ҡарт, уның тәҡдимен кире ҡағып:
Минең өйөм бынан алыҫ. Йәйәү ҡайтам, илле йыл элек үҙ атам рәнйеп, ҡайғыға сумып ошо юлдан ҡайтҡан кеүек, бөгөн мин ҡайтам...
Ҡайтышлай уның ҡәберенә зыярат ҡылып, “Йәсин” сүрәһен уҡып,бер аҙ ҡәберенең эргәһендә туҡталам...


Рухлы йәштәребеҙ бар!

Башҡортостан Республикаһы Диниә назаратының көньяҡ-көнсығыш Йәштәр бүлеге рәйесе итеп тәғәйенләнгән Юлай Юлдаш улы Әминев 1986 йылдың 5 октябрендә Төмән өлкәһендә донъяға килә. Атаһы – Билал, әсәһе – Ҡарамалы ауылы кешеләре. Юлайҙың Айытбай ҡартатаһы дини кеше, имам, ә Ҡотдос ҡартатаһы бик көслө мулла була. Улар икеһе лә Мөжәүир хәҙрәт менән дуҫ булып йәшәй. Ҡартатаһының атаһы Зиннәтулла хажи өс мәртәбә хаж ҡыла. Ул Зәйнулла ишандың яҡын дуҫы була. Һуңғы тапҡыр хаж ҡылғанда, Зиннәтулла хажи Зәйнулла ишанда туҡтала һәм шунда вафат була. Ишан ҡәҙерле дуҫын Троицкиҙа ерләй.
Юлай Юлдаш улы дингә килгән юлы тураһында: “14 йәшемә тиклем мин ябай үҫмер инем. Әммә Аллаһы Тәғәлә барлығына һәр саҡ инанып йәшәнем. 10 йәшемдә өләсәйем мине зекер әйтергә өйрәтте.
Мин Аллаһы Тәғәләгә ышанһам да, намаҙ уҡыманым. Был әбей-бабайҙар шөғөлө тип уйлай торғайным. Намаҙ уҡый башлаған дуҫым Айнур Арыҫланов минең өсөн үрнәк булды. Ҡарамалы ауылының мәзине булған Әширәф олатайымдан мине намаҙ уҡырға өйрәтеүен үтендем. Һәм 14 йәштән намаҙ уҡыйым, ураҙа тотам, хаж ҡылыу тураһында хыялланам».
Юлай Әминев урта мәктәпте тамамлағандан һуң Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында, артабан Башҡорт дәүләт аграр университетында, шул уҡ ваҡытта БДУСИ-ның “Менеджмент” факультетында ситтән тороп белем ала. Бер үк ваҡытта Юлай динде өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә. Ғәрәп телен өйрәнеү өсөн ул ике тапҡыр Египетҡа бара, 2008 йылда унда үткән йәштәр ҡоронда республика вәкиле булып ҡатнаша. Ошо уҡ йылда Төркиәлә Ислам хәйриә фонд-тарының эше менән таныша. 2009 йылда конкурста еңгәндән һуң Башҡортостан Президентының Гранты буйынса Лондонда стажировка үтә.
Юлай өйләнгән. Тормош иптәше Лиана менән Ибраһим исемле ул тәрбиәләйҙәр.
2012 йылдың ғинуарында егет тыуған яғына – Баймаҡҡа әйләнеп ҡайта. Ул үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашып: “Бер ай буйы Урал аръяғы халҡының йәшәйеше менән таныштым. Ауылдарҙа, мәсеттәрҙә, мәктәптәрҙә булдым. Ауылдарҙың бөтә барыуын, халыҡтың эскелеккә һабышыуын күреп, күңелем әрнене. Халыҡ эскелек, наркомания, динһеҙлектең ҡәбергә илтеүен аңламай. Шуға күрә беҙ ауылдарҙа лекциялар уҡыйбыҙ. Унда балаларҙы ла йәлеп итәбеҙ. Исмаһам, улар ҙурайып, һау-сәләмәт тормош алып барыр, Аллаһы Тәғәләгә инаныр, тип ышанабыҙ. Ошо маҡсат менән кескәйҙәргә Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте, ислам дине тураһында һөйләйем. Иншалла, улар хәмер, наркотик һ.б. боҙоҡлоҡтарҙан ары булыр, тип ышанам”, – тине.
Йәш, өмөтлө, рухлы, изге маҡсаттарға ынтылған Юлай Юлдаш улына оло уңыштар насип булыуын теләйбеҙ.


Вайымһыҙ булмайыҡ

Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ йәш быуынды тәрбиәләүгә бар көсөн һалған. Аллаһы Тәғәләнең изге китабы Ҡөрьән Кәрим ҡушҡанса ғүмер иткәндәр һәм бар насарлыҡтарҙан тыйғандар һәм тыя ла белгәндәр.
Мин, әсә кеше булараҡ, барығыҙҙы ла насар ғәҙәттәрҙән арынырға саҡырам. Эсмәгеҙ, эсермәгеҙ, балаларыбыҙҙы ошондай ҡурҡыныс афәттән ҡурсалайыҡ.
Гөлсирә Ишемғужина.
Ҡолсора ауылы.
* * *
Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына ике юлдың береһен һайлар өсөн уйлау һәләте биргән. Береһе хаҡ юл – Ислам юлы – йәннәткә илтә. Икенсеһе – аҙашыу юлы – тамуҡҡа алып бара. Хаҡ юлды тапҡандар, Әлхәмдү лиллә, бәхетле. Улар Аллаһы Тәғәләнең барлығын таныйҙар, фарыз ғибәҙәттәрен теүәл үтәйҙәр, хәрәмдән ҡурҡалар. Аҙашҡан бәндәләр иһә күңел тыныслығын юғалта, уларҙың тормошонан, тапҡан малынан ҡот-бәрәкәт китә. Хәрәмде хәләлдән айырмай башлайҙар.
Эскелектән, йәшәйешебеҙҙе ялмап алған бар насар күренештәрҙән ҡотолоуҙың бер генә юлы бар. Был юл – Ислам.
Сәлимә хажиә Батталова.
Баймаҡ ҡалаһы.


«Нәсихәт» эшләй башланы

Наркотиктарға һәм әлҡөһөллө эсемлектәргә тартылыуҙан ҡотҡарыусы “Нәсихәт” ислам реабилитациялау үҙәге Өфө ҡалаһында яңынан эшләй башланы. Үҙәктең етәксеһе Нурмөхәммәт Нуриев хәбәр итеүенсә, 2009 йылда реабилитациялау үҙәге асылған мәлдән алып 150 кеше наркотиктарға һәм спиртлы эсемлектәргә ылығыуҙан ҡотолған. Тик 2011 йылда үҙәкте ябырға мәжбүр булалар.
Үҙәктә элекке наркомандар 1 йыл, ә спиртлы эсемлектәрһеҙ йәшәй алмағандар – ярты йыл реабилитация үтә икән. Ярҙам һорап республикабыҙҙың район-ҡалаларынан ғына түгел, Татарстан, Удмурт, Сыуашстан республикаларынан, Силәбе, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Мәскәүҙән, Төньяҡ Кавказ республикаларынан да мөрәжәғәт итәләр.
Реабилитациялау хеҙмәткәрҙәре пациенттар менән күберәк дин аша эш итә. “Нәсихәт”кә алама ҡылыҡтарынан ҡотолорға теләүселәр бары тик медицина дауалауы курсы үткәс кенә ҡабул ителә.
Изге ниәт, ихласлыҡ менән Аллаһы Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, һәр файҙалы һәм яҡшы ғәмәлдәрҙең ғибәҙәткә тиң булыуын күҙ уңын-да тотоп, иман битен әҙерләне Рауилә Базикова.
Аллаһының исеме, изгеләр телгә алынған был биткә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүегеҙҙе үтенәбеҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.