17 февр. 2012 г.

Депутат аңлатма бирә



Педагогтарға медицина тикшереүе бушлай

РФ-ның Дәүләт Думаһы депутаты, һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева педагогтарҙың медицина тикшереүе өсөн түләргә тейеш түгеллеге хаҡында мәғариф учреждениелары етәкселәренә аңлатма бирә.

– Миңә педагогтарҙың медицина тикшереүе өсөн үҙ кеҫәләренән түләргә мәжбүр булыуҙары хаҡында күп мөрәжәғәт итәләр. Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәре һәм курсанттар ҙа ошо мәсьәләне күтәреп сыҡты. Минең һорау буйынса Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһынан алынған мәғлүмәттәр ҙә был фактты раҫланы.
2011 йылда Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы ойошторған тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, республикабыҙҙың күп ҡалалары һәм райондарында мәғариф учреждениелары етәкселәре тарафынан хеҙмәткәрҙәр бушлай медицина тикшереүе үтеү хоҡуғы менән тәьмин ителмәгән, был саралар урындағы бюджет тарафынан финансланмай.
Сәлиә Мырҙабаева әйтеүенсә, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең учреждение иҫәбенә бушлай медицина тикшереүе үтергә тейешлеген раҫлаған Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында”ғы закондың 51-се статьяһының боҙолоуы күҙәтелә. Был РФ Хеҙмәт Кодексы тарафынан раҫланған. 212-се статьяға ярашлы, эш биреүсе эшкә алған саҡта һәм эш барышында, шулай уҡ хеҙмәткәрҙең һорауы буйынса сираттан тыш үҙ иҫәбенә медицина тикшереүҙәре ойошторорға бурыслы. Был саҡта уларҙың эш урыны һәм эш сәғәттәре һаҡланырға тейеш.
2012 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының эштәр теҙмәһен билдәләгән яңы бойороғо ғәмәлгә инде. Был теҙмәгә мәғариф ойошмаларының бөтә типтарының да эшмәкәрлеге ингән. Бойороҡҡа ярашлы, педагогтар йылына 1 тапҡыр медицина тикшереүе (дерматовенеролог, отоларинголог, стоматолог, инфекционист, рентгенография, гельминтозға тикшереү) үтергә тейеш. Сығымдар мәғариф учреждениеһы һәм лицензияһы булған медицина ойошмаһы араһындағы килешеү нигеҙендә түләнә.
– Мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең периодик медицина тикшереү үтеүҙәре – һаулыҡты һаҡлау, сирҙәрҙең барлыҡҡа килеүен һәм таратыуҙы иҫкәртеү юлы. Периодик тикшереүҙәр өҫтәмә диспансеризациялау осрағын да инҡар итмәй.
Эшләүсе граждандарҙы өҫтәмә диспансеризациялау өҫтөнлөклө милли проектҡа ярашлы федераль бюджет иҫәбенә башҡарыла. Был сараға терапевт, хирург, невролог, офтальмолог, электрокардиография, флюорография, ҡан һәм һейҙек анализдары, онкологик маркерҙарға тикшереүҙәр (45 йәштән һуң) инә. Ҡатын-ҡыҙҙар гинекологик, күкрәк биҙҙәрендә сирҙәрҙең булыу-булмауын тикшертә. Тайпылыштар күҙәтелгәндә тәрәнерәк тикшерелеү мөмкинлеге бирелә. Был Граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантияһы программаһына ярашлы бушлай башҡарыла.
Депутаттың һүҙҙәренсә, бөгөнгө ҡануниәт һәм норматив база мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең бушлай медицина тикшереүе үтеүен тәьмин итә ала. Ваҡытында һәм тулыһынса тикшерелеү генә һаулыҡты һаҡлау, профилактикалау мөмкинлеген бирә. Әммә, депутат Сәлиә Мырҙабаева фекеренсә, был эште ойоштороу даими иғтибар һәм контролдә тотоуҙы талап итә. Сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса был сараларҙы үткәреү тураһындағы положениелар коллектив, хеҙмәтте һаҡлау килешеүҙәренә индерелергә, ә педагогтар был хаҡта иҫкәртелергә тейеш.
«Башинформ».

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.