17 февр. 2012 г.

Төбәкте үҫтереү программаһы



РАИП: 2012 йылға ниндәй эштәр күҙаллана?

Районды үҫтереүгә 294 млн һум аҡса бүленә
Былтыр йыл аҙағында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән Республика адреслы инвестиция программаһына (РАИП) ярашлы, быйыл төбәкте, шул иҫәптән Баймаҡ районын, социаль-иҡтисади үҫтереү әүҙем дауам итәсәк. Атап үтелгән Программаға беҙҙең райондан 23 объект индерелгән һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға 294 млн һум самаһы аҡса бүленәсәк. Ошо хаҡта муниципаль район хакимиәте башлығының капиталь төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары К.П. Замотаев һөйләй:
– РАИП-ҡа ярашлы, быйыл ҡалала һәм районда халыҡ хужалығы тармағы объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау буйынса ғәйәт ҙур эштәр атҡарыласаҡ. Әйтергә кәрәк, уларҙы тормошҡа ашырыу район инфраструктураһын үҫтереүҙә етди аҙым булып тора. Мәҫәлән, ҡалала Хоҡуҡ йорто төҙөлөшө, ниһайәт, тергеҙеләсәк. Программа буйынса был объектҡа 5,4 млн һум бүленә – был төҙөлөштө тамамлау өсөн беренсе транш. Шул уҡ ваҡытта Семеновск алтын йыуыу фабрикаһы буйынса ла “боҙ ҡуҙғалды” - предприятиеның хужалыҡ эшмәкәрлегенән күрелгән экологик зыянды бөтөрөү өсөн проект-тикшереү эштәренә 10 млн һум аҡса планлаштырылған.
Программаға ярашлы, реконструкцияланған Темәс ауыл мәҙәниәт йортоноң проектын хәл итеүгә 500 мең һум аҡса бүленәсәк. Райондың коммуналь өлкәһен үҫтереү дауам итәсәк, бының өсөн 84,5 млн һум аҡса биреү күҙ уңында тотола. Атап әйткәндә, ҡаланың Көньяҡ микрорайонының инженер коммуникацияларын төҙөүгә (һыу һәм электр менән тәьмин итеү) 12 млн һум аҡса ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта Ҡуянтау һәм Аҡморон ауылдарындағы һыу үткәргестәрҙе яңыртыу маҡсат итеп ҡуйыла, бының өсөн уларҙың һәр береһенә 1-әр млн һум аҡса бүленәсәк. Беренсе Этҡол һәм Икенсе Этҡол ауылдарында халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе тормошҡа ашырыла – тәүгеһенә – 6, икенсеһенә 7 млн һум һалынасаҡ. Бынан тыш, Программаға Күлтабан ауылында урам һыу селтәрҙәрен яңыртыу ҙа индерелде, уның күләме – 1 млн һум. Әйткәндәй, бөтөн проекттар буйынса ла проект-смета документацияһы әҙерләнә, подрядсы булып “Башагропромпроект” һәм “Башгипроагропром” дәүләт унитар предприятиелары сығыш яһай.

Бер үк ваҡытта Урғаҙала таҙартыу ҡоролмалары төҙөү өсөн 40,8 млн һум аҡса бүлеү ҡаралған. Объекттың заказсыһы – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы; проект-смета документацияһы әҙер. Ауыл хужалығы министрлығы тәҡдиме буйынса “Таҙа һыу” федераль программаһына ярашлы Ишмырҙала эсәр һыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителәсәк ( сумма – 10 млн һум).
РАИП нигеҙендә ҡала-ауылдарға газ үткәреү тағы ла әүҙемләшәсәк. Темәстә “Леспромхоз” микрорайонында газ үткәреү эштәрен тамамлауға – 2 млн 48 мең, ҡалалағы Көньяҡ микрорайоны урамдарына газ һуҙыуға 8 млн һум аҡса һалынған. Был проекттарҙың заказсыһы итеп “Аҙ ҡатлы төҙөлөш идаралығы” ДУП-ы билдәләнгән. Шулай уҡ “2012 йылға Рәсәй төбәктәренә газ үткәреү” программаһы буйынса Беренсе Этҡолда газ үткәргесе төҙөлөшөнә 5,8 млн һум аҡса бүлеү күҙ уңында тотола.
Программа һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә лә тос өлөш индерәсәк.Атап әйткәндә, ҡалала үҙәк ҡала дауаханаһының яңы инфекция корпусын төҙөү эштәре башланасаҡ. 15 урынға иҫәпләнгән объектҡа бүленәсәк сумма 44 млн һум. “Талҡаҫ” шифаханаһының таҙартыу ҡоролмаларын һәм бассейны булған ял үҙәген төҙөүгә, дөйөм алғанда, 10 млн һум ҡаралған.
Дәүләт ярҙамы райондың мәғариф өлкәһен дә урап үтмәй, ул уны яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеге бирәсәк. Быйыл Ҡуянтауҙа яңы мәктәп һалыу (84 млн һумдан ашыу) эштәре башланасаҡ. Баймаҡта 110 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшөн башлау өсөн республика бюджетынан 2 млн, Икенсе Этҡолда мәҙәни-белем биреү комплексына 3,5 млн һум аҡса бүленде. Шулай уҡ ҡалала 220 урынлыҡ тағы ла бер балалар баҡсаһын төҙөү планлаштырыла, быға 36 млн һум аҡса ҡарала.
Республика адреслы инвестиция программаһында тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ла иғтибар ҙур. Быйыл республика бюджетынан 4 млн һум аҡса бүленеп, Баймаҡта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Билдәле булыуынса, Күлтабан ауылында мөһим объект – 1280 баш малға иҫәпләнгән мегаферма төҙөлә. Быйыл объектҡа 31,5 млн һум аҡса бүленәсәк. Ошо уҡ ауылдағы мәҙәни-белем биреү үҙәген төҙөп бөтөүгә 18,5 млн һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Күреүебеҙсә, атап үтелгән объекттар төҙөү һәм яңыртыу ҡала һәм райондың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерәсәк. Ғөмүмән, республика етәкселеге ярҙамы һәм хәстәрлеге менән төбәгебеҙ яңы һулыш кисерә.
Азамат Мөхәмәтшин әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.